Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халҡына ихтирамын эш менән иҫбатлай
Халҡына ихтирамын  эш менән иҫбатлай
Башҡорт халҡы өҙөлөп киткән муйынсаҡтың мәрйендәре һымаҡ — төрлө тарафтарға барып төпләнгән. Аҫаба ерҙәре Башҡортостан менән генә сикләнмәй, күрше өлкәләрҙе лә биләгән беҙҙең халыҡты юҡҡа сығарыу, тарҡатыу маҡсатында заманында батшалар, ил етәкселәре нимә генә эшләмәгән: ихтилалдар, реформалар, Советтар Союзы барлыҡҡа килгәс, бүленеп ҡалыу... Төп еренән айырып, икенсе төбәккә ҡушһалар ҙа, башҡорттар үҙ асылын юғалтмаған. Башҡортостандың Силәбеләге даими вәкиле Амур ХӘБИБУЛЛИН да ана шул тоғролоғо менән күңелгә ятты. Халҡына, еренә, теленә булған ихтирамын, иғтибарын һүҙҙә түгел, эштә иҫбатларға күнеккән ир-уҙамандарыбыҙҙың береһе ул.
Өфөгә эшлекле осрашыуға килгән сағында, форсаттан файҙаланып, Амур Ғәбиҙулла улын редакциябыҙға саҡырҙыҡ. Рәхмәт, үтенесебеҙҙе кире ҡаҡманы.


– Амур Ғәбиҙулла улы, Башҡортостандың Силә­беләге даими вәкиллеге ойошторолоуға 15 йыл­дан ашыу ваҡыт үтеп киткән. Кешелек яҙмышы өсөн был ҙур арауыҡ түгел, ә бына төбәк-ара бәйлә­нештәр, хеҙмәттәшлек, сәйәси һәм иҡтисади ваҡи­ғалар тураһында һүҙ йөрөткәндә...
— Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың хәҙерге осор тарихында был арауыҡты тотороҡло һәм шул уҡ ваҡытта әүҙем үҫеш йылдары тип баһалар инем. Аңлап тораһығыҙ, үткән быуаттың 90-сы йылдарында — яңы Хөкүмәт бына-бына ойошторола башлаған мәлдәрҙә — “совет” тип нарыҡланған иҡтисади бәйләнештәр тарҡалды, тотош система юҡҡа сыҡты, хеҙмәттәшлек даирәләре ҡыҫылды. Баҙар мөнәсәбәттәре башланғыс хәлдә тороп ҡалды. Дефицит һәм бартер “сәскә атты”. Шуға күрә Хөкүмәттең тап ошо осорҙа ойошторолоуы Үҙәктән ситкә ынтылған сәйәси йүнәлешкә, бер яҡлы фекер йөрөткәндәргә, төбәк-ара бәйләнештәрҙе өҙөргә теләгәндәргә үҙенә күрә яуап һүҙе кеүегерәк яңғыраны инде.
— Силәбе өлкәһе менән хеҙмәттәшлек тура­һындағы тәүге килешеүгә лә ошо осорҙа ҡул ҡуйылды түгелме?
— Нәҡ шулай. Килешеүгә ярашлы тәү сиратта ике төбәк предприятиелары араһында бәйләнеш ептәре нығыны, кәрәкле продукция менән тәьмин итеү мәсьәләһе көйләнде, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендә яңы маҡсаттар, бурыстар билдәләнде. Шуныһы мөһим: вәкиллек шул осорҙағы интеграция эшмәкәрлегенә, үҫешкә ыңғай йоғонто яһаны. Әлбиттә, 2000 йылдарҙа хәл үҙгәрҙе. Федераль округтар барлыҡҡа килде. Яңы шарттарға бәйле уларҙың әһәмиәте артты. Контроль функциялары, идара итеү һәм көйләү ғәмәлдәре тап шул округтарға йөкмәтелде. Һөҙөмтәлә вәкиллектәргә федераль власть органдары менән бәйләнештәрҙе нығытыу, төбәктәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү, инвестиция йәлеп итеү кеүек бурыстар ҙа йөкмәтелде. Әйткәндәй, бөгөн беҙҙең ойошма биш биләмәлә — Силәбе, Ҡурған, Төмән, Свердловск өлкәләрендә һәм Пермь крайында — эшмәкәрлек алып бара.
— Силәбе — һуңғы йылдарҙа үҫеш күрһәткестәре бермә-бер артҡан Төньяҡ Уралдың баш ҡалаһы, Урал федераль округындағы иң эре мегаполис­тар­ҙың береһе. Тимәк, унда, сәйәси йәһәттән дә, иҡтисади күҙлектән дә сығып фекер йөрөткәндә, хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәре киң. Ошо йәһәттән вәкиллектең эшен нисек баһаларһығыҙ?
— “Магнитогорск ҡалаһында башҡорт продукцияһы көндәре”, “Силәбелә башҡорт балы көндәре”, халыҡ-ара, төбәк-ара кимәлдәге махсуслаштырылған күргәҙмәләр, йәрминкәләр, конференциялар, эшлекле осрашыуҙар маҡсатлы йүнәлештең бер тармағы ғына. Былтыр Ҡыйғы, Салауат райондары менән килешеүҙәр төҙөлдө. “500 ферма”, “Башҡорт ҡаҙы” программаларын тормошҡа ашырыу йәһәтенән дә вәкиллек бер нисә инвестиция проекты менән сығыш яһаны. Ғөмүмән, һәр башланғысыбыҙ Башҡортостанды танытыу, хеҙмәттәш­лек даирәләрен киңәйтеү, эшлекле бәйләнештәрҙе ны­ғы­тыу бурысына ҡайтып ҡала. Бөгөн айырыуса эш­ҡы­уарлыҡ, төҙөлөш тармағында ҙур проекттар ғә­мәлгә ашырыла. Мәҫәлән, былтыр Башҡортостанды Шадринск ҡалаһы хакимиәтенә таныттыҡ. Һөҙөмтәлә эшҡыуарлыҡ өлкәһендә бер нисә инвестиция проекты раҫланды. Пландар күп. Шул уҡ “Башҡорт балы көндәре”н үткәреү башланғысы ла халыҡта хуплау тапты. Был да — хеҙмәттәшлек даирәләрен киңәйтеүҙә ҙур мөмкинлек.
— Шулай ҙа ниндәй ауырлыҡтар менән йөҙгә-йөҙ осрашырға тура килә?
— Иң ауыры, дөрөҫөрәге, иң яуаплыһы — башланғыстарҙың һәм тәҡдимдәрҙең маҡсатҡа ярашлы тормошҡа ашырыласағын иҫбат итеү. Миҫал өсөн республикала эшләгән берәй предприятиены алайыҡ. Тотороҡло үҫешә, килеме яҡшы, ти. Етәкселеккә “күрше баҙар”ҙы яуларға, етештереүҙе арттырырға, яңы партнерҙар йәлеп итергә, үҙен төбәк йәки халыҡ-ара кимәлдә күрһәтергә тәҡдим яһайҙар. Ҡыҫҡаһы, яңы мөмкинлектәр асыла. Ә ул: “Ни өсөн? Былай ҙа барыһы ла яҡшы бит”, — тип тартҡылаша. Йәғни йыш ҡына “урын һаҡлау” стереотибы менән көрәшергә тура килә. Хәйер, бөгөн хәл яҡшы яҡҡа үҙгәрә бара. Күптәр төп үҫеш трендынан ситтә ҡалырға ярамағанлығын аңлай башланы. Заманса технологияларға ҡыҙыҡһыныу арта, яңы идеяларға, инвестицияларға ихтыяж ҙур.
— Хеҙмәттәшлек, айырыуса төбәк-ара мөнәсәбәт тотороҡло сәйәсәттең бер күрһәткесе булыуын иҫәпкә алғанда, вәкиллектең эшмәкәрлеген республиканың үҫеш дәүмәлендә нисегерәк билдәләр инегеҙ?
— Ниндәй генә проектты, программаны тормошҡа ашырһаҡ та, ниндәй генә килешеүҙәргә ҡул ҡуйһаҡ та, эшмәкәрлегебеҙ республиканың исемен, йөҙөн билдәләй. Былтыр, мәҫәлән, төбәк-ара кимәлдә ойошторолған саралар иҫәбе дүрт тапҡырға артты. Быны һан артынан ҡыуыу тип ҡабул итә күрмәгеҙ. Һәр сара артында — эшлекле осрашыуҙар, аралашыуҙар, килешеүҙәр, инвестициялар, өҫтәмә эш урындары, кеше яҙмыштары...
— Һәм быларҙың һәр ҡайһыһын республика өсөн янып-көйгән, уның һулышын тойоп йәшәгән һәм эшләгән профессиональ команда башҡарғанын да иҫәпкә алғанда...
— Рәхмәт. Ысынлап та, беҙҙә һәр хеҙмәткәр республика мәнфәғәтендә эшләй. Ҡыҙыҡһыныу, яуап­лылыҡ көслө. Шуныһы мөһим: күптәр Башҡорт­остан тураһында ишетеп кенә белмәй — республика менән тығыҙ бәйләнгән.
— Нисек уйлайһығыҙ, бөгөн республиканың инвестиция проекттары Рәсәй, сит ил бизнес-структураларын ҡыҙыҡһындырамы?
— Башҡортостан — инвестиция йәһәтенән ылыҡтырғыс төбәк. Был күп төрлө факторға бәйле: иҡтисад торошо, баҙар конъюнктураһы. Донъяуи көрсөк мәлендә лә республика мөмкинлектәре киң инвесторҙар менән эшләне.
— Вәкиллектең тормошҡа ашмаған хыялдары, пландары бармы?
— Кеше хыяллана икән, тимәк, ул йәшәй, тиҙәр. Был әйтем беҙҙең коллективҡа ла хас. Иң ҙур хыял, әлбиттә, республикаға эре стратегик инвестор йәлеп итеү. Башҡорт мәҙәниәтен Силәбе ерендә тулы ҡеүәттә күреү теләге лә көслө. Гастролдәр, күргәҙмәләр, концерттар, ижади кисәләр кәрәк. Тағы бер хыял тураһында ла әйтеп үтәйем: Силәбе, Ҡурған, Төмән өлкәләренең юғары уҡыу йорттарында белем алған ҡыҙ һәм егеттәребеҙҙе Башҡортостанға ҡайтарыу, уларҙың белемен, һәләтен тыуған республика мәнфәғәтендә файҙаланыу. Силәбе, Ҡурған, Төмән супермаркеттарына сығып ҡына Әбйәлил йәшелсәһен, Учалы һөтөн, Бөрйән балын, Сибайҙан килтерелгән йылҡы итен һатып алыу ҙа — иң ҙур хыялдарымдың береһе.
— Амур Ғәбиҙулла улы, вәкиллек эшмәкәрлегендә башҡорт йәмәғәтселеге менән бәйләнеш ниндәй урын алып тора?
— Был — эшебеҙҙең төп йүнәлештәренең береһе, сөнки Силәбелә ҡасандыр уны төҙөгән, уның иҡтисади мөмкинлектәрен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән бик күп ветерандарыбыҙ йәшәй. Ә улар өсөн Башҡортостан — ғүмерлеккә аҫаба ер. Икенсенән, Төньяҡ Уралдың баш ҡалаһында Башҡортостандан меңгә яҡын студент белем ала. Улар – беҙҙең киләсәгебеҙ. Ғөмүмән, Башҡортостан “орбитаһы” менән бәйләнгән берәүҙе лә күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышабыҙ. Әйтәйек, ветерандар өсөн республика йәмәғәтселеге йәки власть органдары вәкилдәре ҡатнашлығында осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Ижади кисәләр, яҡташтар йыйылышы, иҫтәлекле акциялар һәр ваҡыт йылы тәьҫораттар ҡалдыра. Йәштәргә килгәндә, студенттарҙы республиканың эш биреүселәре менән осраштырыу матур йолаға әүерелде. Вәкиллектә бизнестың төрлө йүнәлештәре буйынса уҡыуҙар уҙғарып торабыҙ. Йәштәр алдында тәжрибәле эшҡыуарҙар, менеджерҙар сығыш яһай.
“Башҡорт киноһы төнө”, “Башҡорт-пати” башҡорт дискотекаһы, “Йәшлек-шоу” проекты — барыһы ла йәштәрҙең зауығын иҫәпкә алып ойошторолдо. Мәҙәниәт йылы уңайынан да вәкиллектә бик күп сара үтте. Был эштәр киләһе Әҙәбиәт йылында тағы ла әүҙемерәк дауам итер тигән ышаныстабыҙ. Ғөмүмән, башҡорт йәмәғәтселеге менән бәйләнеште “рухи аҙыҡ” тип баһалар инем.
— Киләсәккә ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?
— Башҡортостандың күрше төбәктәр, айырыуса Силәбе өлкәһе менән хеҙмәттәшлек даирәһе тәрән тарихлы. Әммә бөгөн, тормош ҡыҙыу темп менән алға барғанда, иҡтисад йылдам үҫешкәндә, яңынан-яңы технологиялар барлыҡҡа килгәндә, ошо яңылыҡтарҙы даими күҙәтеп барыу, өйрәнеү, анализлау ихтыяжы тыуа. Республиканың үҫеше өсөн файҙалыһын, яңыһын, алдынғыһын табыу — төп бурысыбыҙ. Был тәү сиратта заман менән йәнәш, хатта бер аҙымға алдараҡ барыу, үҫешкә яңы мөмкинлектәр йәлеп итеү, хеҙмәттәшлек даирәһен киңәйтеү өсөн кәрәк.

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 108

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 463

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 997

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 907

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 666

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 252

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 574

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528