Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күлдәр илендә барҙыр бер ауыл...
Күлдәр илендә барҙыр бер ауыл...Ҡоншаҡ яғын юҡҡа ғына “Күлдәр иле” тип йөрөтмәйҙәр. Бүре ауылына бихисап ҡына ара булһа ла, һарғайған ҡамыш-күрәндәр юл буйынса оҙатып барҙы. Ҡаршы алырға сыҡҡан һылыу ҡыҙҙар әллә ҡайҙан яулыҡ болғап сәләмләгән төҫлө.
Бүре — боронғо башҡорт ауылы. Исеме Бүребай атлы кешегә бәйле. Көтөүлектәренең иге-сиге күренмәһә лә, уның өйөр-өйөр малдары гел Ҡомкүл тип йөрөтөлгән күл яғына ыңғайлай ҙа ҡуя икән. Шунан Бүребай: “Мал тиктәҫкә ул яҡҡа ыңғайламаҫ, ырыҫлы урын был”, — тип улдары менән ошонда килеп ултырған. Был урынды хәҙер “Иҫке йорт” тиҙәр. Әле иһә Бүре бер аҙ ситтәрәк урынлашҡан.
Һәр ауыл кешеләре менән матур. Уларҙың тырыш булыуы йорт-ҡураларынан да, баҡса аръяғында кәбән-кәбән, эҫкерт-эҫкерт бесән ултырыуынан да күренә.
— Беҙҙә бик тырыш халыҡ йәшәй, — ти мәктәп директоры Нурнисә Шәүәлиева. — Быны ғорурланып әйтәм. Ҡайһы бер ауылдарҙан кешеләр эш эҙләп ситкә китә, ерҙәрен һата. Беҙҙә бер кем ерен ситкә осорманы: бесәнен эҫкертләп һала, мал тота. Иң мөһиме — балаларын уҡытырға тырыша...
Күп мәктәптәрҙә йөрөргә тура килде. Ләкин, һис шапырыныу түгел, бындайҙарҙы һирәк күрҙем. Дөйөм урта белем генә алып сыҡмай балалар, спортсы ла булалар.
— Көрәш секцияһына 26 бала йөрөй. Милли көрәштән тыш, дзю-до, самбо ла өйрәнәләр, — ти физкультура уҡытыусыһы Рәфҡәт Фәррәхетдинов. — Маҡтаныу тип ҡабул итмәгеҙ, туғыҙ уҡыусыбыҙ — спорт мастерлығына кандидат.
Бүре мәктәбе уҡыусылары Өфө, Учалы, Силәбе, Магнитогорск ҡалаларында үткән барлыҡ ярыштарҙа ла ҡатнаша, призлы урындар яулай. Мәктәптә белем алып йөрөгән балаларҙың исемдәрен айырым яҙып тормайым — бөтәһе лә тырыш, егәрле. Ә бына әле Силәбе пединститутында белем алған Әлфинә Байсуринаны атамау яҙыҡ булыр. Эшһөйәр ҡыҙыҡай — спорт мастерлығына кандидат. Бөгөн өлкәнең дзю-до, самбо буйынса үткән барлыҡ ярыштарынан ҡалмай, уңыштарға өлгәшә. Шулай уҡ Тимур Хәмиҙуллинды алайыҡ: өлкәлә дзю-до буйынса чемпион булған, әле армияла — разведчик. Силәбе юридик институтында белем алыусы Вилйәм Нуруллин да самбо, дзю-до буйынса спорт мастерлығына кандидат.
Туған телде уҡытыу бында бер ҡасан да туҡталмаған, сөнки әсә теленә һөйөү йөрөткән халыҡ йәшәй. Әле башҡорт теленән Ләйсән Әбдрәхимова уҡыта. ҮҙеКүлдәр илендә барҙыр бер ауыл... Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған.
— Практикаға килгәйнем, торҙом да ҡалдым, — ти уҡытыусы. — Ҡалмаҫлыҡмы ни, кешеләр бында алсаҡ, ярҙамсыл.
Бүре мәктәбендә туған тел ике сәғәтлек программа буйынса уҡытылһа ла, өҫтәмә тағы бер сәғәт практик дәрес үткәрелә.
Мәктәпкә ингәс, иң тәүҙә күҙгә салынғаны шул булды: стенаға бүре һүрәте эленгән! Тимәк, ауылдың исеме Бүребай атлы ир-уҙамандан китһә лә, хәҙерге быуын халҡыбыҙҙың тотемы булған бүрене лә изге йәндәй күреп үҫә. Тарихтан көс алғандарҙың ғына тамыры ныҡ була шул.
Яҙғандарға миҫал итеп ауылда йыл һайын төрлө саралар үтеүен дә әйтке килә. Мәҫәлән, өйҙән өйгә йөрөп шәжәрәләрен төҙөгәндәр. Хәҙер иһә архив документтары буйынса эш алып барыла. Был яҡлап ыңғай һөҙөмтәләр бар ҙа инде: Хәйруллиндар ата-бабаһын туғыҙ быуынға саҡлы асыҡлаған. Тағы ла бер миҫал: районда иң беренселәрҙән булып “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәргәндәр. Бүрегә нигеҙ һалыныуға 310 йыл булған.
Айырым бинала урынлашҡан музей тураһында ла әйтмәү мөмкин түгел. Бында тупланған экспонаттарҙың күплегенә хайран ҡалырлыҡ. Музейҙы ҡасандыр Илдус Ғәйнетдин улы Зыяитдинов ойошторған. Хәҙер бында тарих, тыуған яҡты өйрәнеү дәрестәре үтә. Ауыл халҡы ла өҙөлмәй.
Бүрелә халыҡ малсылыҡ менән көн итә. Мәктәп директоры Нурнисә Йәһүт ҡыҙының әйтеүенсә, районда иң күп йылҡы малы бында аҫрала (мәктәптең дә аты бар). Хәйер, аттар өй һайын ике-өс баштан кәм түгел. Күлдәрҙең күплеге үләндең дә күпереп үҫеүенә булышлыҡ итә. Бесәнде бында эҫкертләп өйәләр. Күл тигәндән, йәйен ҡаҙ-өйрәккә ожмах бында. Тағы бер ыңғай күренеш күҙгә ташлана: һәр өйҙә — трактор, машина.
Ҡасандыр совхоз булыуын-булған, ләкин таралған. Ерҙәре халыҡҡа бүлеп бирелгән. Ә бүреләр (әйтерһең, өйөр ҡануны) барыбер бүленешеп бөтмәгән, пайҙарын һата ла башламаған. Дәррәү донъя көтөп, йәшәп яталар.
Мәктәптә барлығы 74 бала уҡый. Ике йөҙләп йорттан торған ауыл өсөн аҙ түгел был бөгөн.
— Киләсәкте күҙаллағанда ла беренсе класҡа килеүселәр байтаҡ, — ти директор. — Мәктәптең айырым бинаһында балалар баҡсаһы эшләй. Шунан уйлап ҡарағыҙ инде.
Күлдәр илендә барҙыр бер ауыл...Ысынлап та, күп яҡлап өлгө алырлыҡ ауыл. Йәшермәйем: ҡайһы бер яҡҡа барһаң, тиҙерәк һыпыртҡы килә. Бүре иһә үҙенең төҙөклөгө, халҡы, тәбиғәте менән күңелде тартып тик тора. Журналист Сибәғәт Рахманғолов машинаһын “йәнләндергәс” тә, яҙыусы Мөҙәрис Багаев урамдарға һоҡланып бара башлағас та, ауылдан киткәнебеҙгә ышанғы килмәне. Баҡһаң, юҡҡа булмаған икән эске тойғо. Ауылды сығып ҡына еткәйнек, арттан бер машина фаралары менән сигнал бирә башланы — туҡтарға ҡуша. Аптыраныҡ. Туҡтаныҡ.
— Егеттәр, һеҙҙең килеүегеҙҙе һуңлап ҡына ишеттек, — ти урындағы егерь Илдар Яҡупов. — Йомош бар ине. Бәлки, ҡыҙыҡһындырһа, бер йортто фотоға төшөрмәҫһегеҙме икән?
Кире боролоп, бер аҙ урам буйлап барғас, Илдар машинаһын боронғораҡ өй ҡаршыһында туҡтатты.
— Был йортто революцияға тиклем Башҡортостандың Хәрби советы ағзаһы Таҡый Хисмәтуллин үҙ ҡулдары менән һалған, — тип ғорурланып әйтеп ҡуйҙы Илдар. — Ҡыҙыҡһынһағыҙ, йәйен килегеҙ. Хисмәтуллин тураһында яҙырһығыҙ...
Егерь. Тәбиғәт һаҡсыһы. Тарихсы булмаһа ла, тирә-яҡ ауылдарҙың тарихын тәрәндән белә. Күлдәр тураһында легендаларҙы ла. “Бына бит бүреләр ниндәй, — тип ҡуйҙым эстән генә. — Ошондай егеттәрҙең ерҙәрен һаҡлай белеүендә, ер-һыу атамаларын быуындан быуынға еткерә алыуында сағыла халҡыбыҙҙың рухи көсө”.
Был уйҙар Ҡоншаҡ, Арғаяш райондарының башҡа ауылдары буйлап йөрөгәндә лә ташламаны...
Рәлис УРАҘҒОЛОВ
Ҡоншаҡ районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 099

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 454

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 989

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 898

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 659

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 245

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 464

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 524