Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт балы – Бөрйән даны
Башҡорт балы – Бөрйән даныХалыҡ-ара этнофестиваль киләсәк өсөн мөһим

Мәғлүм булыуынса, иртәгә “республикабыҙҙың йөҙөк ҡашы”нда “Башҡорт балы – Бөрйән даны” тип исемләнгән этнофестиваль була. Сара төйәгебеҙҙең милли байлығын, рухи хазиналарын күрһәтеү, халыҡтың борондан килгән шөғөлдәре менән таныштырыу, уларҙы үҫтереүгә юл һалыу маҡсатында ойошторола.
Бөрйәндәрҙең байрамды ниндәй кәйеф менән ҡаршылауы хаҡында ҡыҙыҡһынып, район хакимиәте башлығына мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – Рөстәм Динислам улы ШӘРИПОВҠА.

Башҡорт балы – Бөрйән даны– Районыбыҙ, тәбиғәт үҙенсәлектәре, географик урыны менән үҙәктән, ҡалаларҙан ситтә урынлашҡанлыҡтан, ата-бабабыҙҙан аманат булып ҡалған кәсепселек менән шөғөлләнеү өсөн уңайлы ер һанала. “Башҡорт балы – Бөрйән даны” тигән этнофестиваль төйәгебеҙҙәге хазиналарҙы, халҡыбыҙҙың күңел һәм рух байлығын күрһәтеү өсөн отошло сара булыр тип ышанам.
Эшһеҙлек тигән заман проблемаһы беҙҙеке кеүек төпкөлдә урынлашҡан райондарға айырыуса ныҡ ҡағылды. Ләкин бөрйәндәр бирешмәй, ниндәй ҙә булһа шөғөл табып, шунан килем алып, йорттар һалып, балалар үҫтереп, милләтебеҙҙе ишәйтеп йәшәргә тырыша. Быны тыуым буйынса республикала алдынғылар рәтендә барыуыбыҙ ҙа раҫлап тора.
Башҡорт балы, ысынлап та, Бөрйәндең даны ул. Беҙҙә генә һаҡланып ҡалған ҡырағай ҡорт хаҡында хәстәрлек күрергә, уның юғалыуына юл ҡуймаҫҡа бурыслыбыҙ. Был йәһәттән умартасыларыбыҙға, солоҡсоларыбыҙға ҙур өмөт бағлайбыҙ. Шулай уҡ Башҡортостан Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең былтыр Аҫҡар ауылында асылған тәжрибә лабораторияһына ышаныс көслө. Улар бөтөү ҡурҡынысы янаған таҙа тоҡомло, көслө, тырыш Бөрйән ҡортон һаҡлау, заманса ҡорамалдар ярҙамында күстәрҙе үрсетеү, яңы дауалау алымдарын өйрәтеү маҡсатын алға ҡуйған.
Солоҡ балы кешеләрҙә йылдан-йыл нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу уята. Шуға күрә бөрйәндәрҙең был шөғөлгә күберәк иғтибар бүлә башлауы ғәжәп түгел. Тырыштар был эштән мул ғына килем алып йәшәй, бер-береһен өйрәтә, үҙ артынан әйҙәй. Ҡайһы бер ауылдар, мәҫәлән, борон-борондан бал менән дан алған, йүкәгә бай Ырғыҙлы, Ғәлиәкбәр, Аҫҡар, Исламбай халҡының 70 – 80 проценты фәҡәт бал һатыу иҫәбенә гөрләтеп донъя көтә. Ҡуртымға алынған ерҙәренә йәйгеһен тотош ғаиләләре менән күсенеп йәшәп, ҡышҡы көнөн тулыһынса тәьмин иткәндәр артҡандан-арта.
Республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарын иҡти­сади яҡтан үҫтереү программаһына ярашлы Бөрйән мәктәптәрендә умартасылыҡ һөнәренә өйрәтә башлауыбыҙ киләсәктә именлегебеҙгә ныҡлы өлөш индерер, тип ышанабыҙ. Белем усаҡтарының һәр береһендә балаларға етерлек тәжрибә биреү йәһәтенән шарттар булдырырға тырышабыҙ, барыһында ла тиерлек бәләкәй генә булһа ла умарталыҡтар бар. Мәктәптә бал менән һыйлауҙың балаларҙың сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһауын да билдәләп үтергә кәрәк. Элек район үҙәгендәге 132-се һөнәрселек училищеһында умартасылыҡ һөнәренә өйрәтә торғайнылар, был эште киләсәктә дауам итергә ниәт бар. Өҫтәүенә быйыл “Ағиҙел” лагерында ял иткән балаларҙы ла ошо шөғөлгә өйрәтә башланыҡ.
Этнофестивалгә килгәндә, өс мең тирәһе ҡунаҡ килеүе көтөлә. Байрам Арғыҙма яланында үтә. Бер нисә райондың тирмәһе ҡуйылып, улар үҙҙәрендә һаҡланған шөғөлдәрҙе күрһәтәсәк. Мәҫәлән, әбйәлилдәр – кейеҙ баҫыуға, баймаҡтар йылҡысылыҡҡа бәйле эштәрен алып килә. Мәғлүм булыуынса, байрамда мәртәбәле ҡунаҡтар, ЮНЕСКО эксперттары ҡатнашасаҡ, этнотөркөмдәр сығыш яһаясаҡ, күргәҙмәләр, милли ризыҡтарҙы, аш-һыу, ҡул эштәрен һатыу урындары эшләйәсәк.
Ғөмүмән, мөмкинлек булһа, был сараны йыл да ойошторорға ниәтләйбеҙ. Был Бөрйәндең яҡты киләсәге өсөн ифрат мөһим.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 107

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 462

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 996

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 905

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 665

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 251

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 573

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 528