Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Сәсәнле ер сәскә атыр!
Сәсәнле ер сәскә атыр!
Сибайҙа мәшһүр "Урал батыр" эпосын төплө өйрәнеү, сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү маҡсатында әҫәрҙе яттан һөйләгән уҡыусылар араһында конкурс үткәреү йолаға әйләнгән. Быйылғы бәйгелә мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың да ҡатнашыуы айырыуса ҡыуаныслы булды.


Сәсәнле ер сәскә атыр!Тәүге тапҡыр сығыш яһауына ҡарамаҫтан, кескәйҙәр баҙап ҡалманы, ғәжәп матур сығыш яһаны. Һамаҡлап һөйләүе, ҡумыҙ, ҡурай уйнауы, өзләүе менән тамашасыларҙың күңелен ныҡлы яулап алды улар.
Беренсе төркөмдә 34 бала ҡатнашты. Төп бүләккә "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһынан Илшат Ғөбәйҙуллин лайыҡ булды. Уны конкурсҡа тәрбиәсеһе Гөлнара Йыһангирова әҙерләгән. Тырыш малай эпостың 97 юлын яттан һөйләне. Бында шулай уҡ Динә Исҡужина ("Аҡбуҙат" балалар баҡсаһынан), Гөлсиә Әминева ("Әкиәт"тән), Ғәфүр Таштимеров ("Ҡояшҡай"ҙан), Әҙилә Хоҙайбирҙина ("Аҡбуҙат"тан), Илмира Йылҡыбаева ("Ҡайынҡай"ҙан) кеүектәрҙең сығыштары юғары баһаланды.
Сәсәнле ер сәскә атыр!Икенсе төркөмдә 18 башланғыс класс уҡыусыһы сәсәнлектә көс һынашты. Думбыра, ҡумыҙ һәм ҡурай уйнап, улар сығышын тағы ла йәмләп, көсәйтеп ебәрҙе. Бәйгеселәр араһынан 9-сы лицейҙан Тимур Байрамғоловҡа тиңләшеүсе булманы. Үҙенсәлекле бер сығыш хаҡында ла әйтеп үтмәү мөмкин түгел: Сибай махсус музыка колледжы филиалында уҡыған Камилә Аралбаева эпостың 252 юлын ятлаған!
Сәсәнле ер сәскә атыр!Ғөмүмән, бәләкәстәр оҫталығы, бәйгегә әҙерлекле килеүе менән һоҡландырҙы. Йәш сәсәндәр эпосты ятлап ҡына ҡалмаған, ә төрлө музыка ҡоралында уйнарға өйрәнгән, уларға сығыш яһау өсөн махсус кейем дә тектерелгән. Был, әлбиттә, уҡытыусыларының, тәрбиәселәренең тырышлығы, эшкә етди ҡарауы тураһында һөйләй.
Конкурста өлкән класс уҡыусылары ла уңышлы сығыш яһаны, беренсе урынды "Ирәндек" лицейынан Ләйсән Ғибәҙуллина һәм гимназиянан Нәсимә Сараева яуланы. Һөҙөмтәлә жюри ағзалары, "Урал батыр" эпосын башҡарған йәш сәсәндәрҙең Бөрйән районында үтәсәк республика бәйгеһендә Сибайҙың намыҫын 9-сы лицей уҡыусылары яҡлаһын, тигән фекергә килде.
Әйткәндәй, конкурсты ойоштороуҙа ағинәйҙәр ҙә әүҙем ҡатнашты: ҡала кимәлендә мәшһүр әҫәргә арналған аҙналыҡ иғлан итеп, студенттар һәм мәктәп уҡыусылары араһында уны урыҫса һәм башҡа сит телдәрҙә һөйләүселәр араһында ярыш уҙғарҙы.




Асия СОЛТАНОВА, жюри рәйесе, сәсәниә:
— Мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың сығышы ифрат шәп булды. Уларҙы ярышҡа әҙерләгән тәрбиәселәргә ҙур рәхмәт! Ғөмүмән, ҡалала сәсәндәр мәктәбе уңышлы эшләй. Бында, әлбиттә, төрлө тармаҡта хеҙмәт иткән милләттәштәребеҙҙең, ата-әсәнең өлөшө ҙур. "Сәсәне бар халыҡ йәшәр" тигән мәҡәл бар: ҡала сәхнәһендә "Урал батыр" эпосын ихлас күңелдән һөйләүселәр бар икән, тимәк, тамырҙарыбыҙҙың ныҡлығына ҙур ышаныс менән, киләсәгебеҙ өсөн яуаплылыҡ тойоп, артабан атларға, яңы үрҙәргә ынтылырға бурыслыбыҙ.

Айһылыу Моталлапова, ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы методисы:
— Йыл һайын уҙғарылған бәйгелә һәр саҡ яңынан-яңы исемдәр асабыҙ, үҙенсәлекле таланттарға юлығабыҙ. Уҡыусыларыбыҙ республика кимәлендә үткән конкурста ла әүҙем ҡатнаша, призлы урындар яулай. Быйыл да еңеүселәр араһында сибайҙар булыр тигән ышаныстабыҙ. Ҡалала яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшкәндәрҙе һайлап алып, конкурсҡа әҙерлекте башланыҡ та инде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 104

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 459

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 992

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 902

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 662

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 249

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 568

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 526