Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үргендән башланған үр
Үргендән башланған үр
Башҡорт дәүләт университетының башҡорт һәм дөйөм тел кафедраһы профессоры, филология фәндәре докторы Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмовҡа 85 йәш тулды.


Ул 1929 йылда Ейәнсура районының Үрген ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, яу йылдарында колхозда ябай эшсе, унан хисапсы булып эшләгән.
1945 — 1947 йылдарҙа Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Абзан урта мәктәбендә — барлыҡ предметтар башҡорт телендә алып барылған абруйлы белем усағында — уҡый. Һуғыштан һуңғы осорҙа унан күп кенә билдәле шәхес сыға. Мәҫәлән, күренекле яҙыусы һәм драматург Азат Абдуллин, ветеринария фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт аграр университеты профессоры, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Урал Ҡадиров, тарих фәндәре кандидаты, доцент, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 20 йыл “Совет Башҡортостаны” гәзитенең баш мөхәррире булған Абдулла Исмәғилев һәм башҡалар.
Абзан урта мәктәбен тамамлағас, Мөхтәр Әхтәмов Мырҙабай башланғыс мәктәбендә, Үрген балалар йортонда эшләй, унан армия сафында хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, әлеге БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалындағы тарих-филология факультетына уҡырға инә. Юғары белемле йәш белгес хеҙмәт юлын Иҫәнғол урта мәктәбендә директор булып башлай, унан Башҡортостандың Мәғариф министрлығында инспектор булып эшләй. 1961 — 1964 йылдарҙа Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аспирантурала уҡый, артабан унда ғилми хеҙмәткәр була. 1966 йылда профессор Т.М. Ғарипов етәкселегендә “Хәҙерге башҡорт телендә омонимдар” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
Артабан, 1972 — 2013 йылдарҙа, Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Башҡорт дәүләт университетында эшләне. 1996 йылда “Хәҙерге башҡорт телендә һүҙ төҙөлөшө” темаһына арналған докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы, шул осорҙан алып башҡорт һәм дөйөм тел ғилеме кафедраһының профессоры булды. Хәҙер ул хаҡлы ялда.
Мөхтәр Әхтәмовтың хеҙмәттәре башҡорт тел ғилеме мәсьәләләренә арналған, күбеһе лексикография һәм лексикология менән тығыҙ бәйле. “Башҡортса-урыҫса омонимдар һүҙлеге” (1966), “Башҡорт телендәге омонимдарҙың аңлатмалы һүҙлеге” (1986), “Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге” (1973, 1987), “Башҡорт теленең морфемалар һүҙлеге” (1992), “Башҡорт теленең грамматика һүҙлеге” (1994), “Башҡорт теленең кире һүҙлеге” (1999), “Татар теленең кире һүҙлеге” (1999), “Башҡорт теленең грамматика һүҙлеге” (2007) һәм башҡа китаптары беҙҙә генә түгел, барлыҡ төркиәттә киң билдәле.
Юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы булараҡ, М.Х. Әхтәмов дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары яҙыуҙа әүҙем эш алып барҙы. Мәҫәлән, 1978 — 1980 йылдарҙа “Хәҙерге башҡорт теле” тигән өс киҫәктән торған уҡыу әсбаптары баҫылып сыҡты, ә 1986 йылда “Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология” исемле, 2000 йылда иһә — “Хәҙерге башҡорт теле. Ялғауҙар ярҙамында һүҙьяһалыш” тигән юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн дәреслектәре донъя күрҙе. Был эшендә ғалим һүҙьяһалыштың тел ғилеменең айырым бүлеге булыуын иҫбатланы. Әйтергә кәрәк, был дәреслектәрҙе студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа киң һәм теләп файҙалана.
Мөхтәр Әхтәмов ҡатыны, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Мәйсәрә Сәләхи ҡыҙы һәм улы, математика фәндәре докторы, БДУ профессоры Азамат менән берлектә “Урыҫса-башҡортса математика терминдары” һүҙлеген төҙөп баҫтырҙы (1982, 1993 йылдар). Был хеҙмәт туған телдә белем биргән математика уҡытыусылары өсөн бик кәрәкле.
Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы “Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге”н төҙөүҙә лә ҡатнашты. Ул 1981 йылда Мәскәүҙә “Наука” нәшриәтендә баҫылған “Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең грамматикаһы” тигән ҙур хеҙмәт авторҙарының береһе лә. Был эше өсөн уға СССР Халыҡ мәғарифы буйынса дәүләт комитетының премияһы бирелде. Профессор М.Х. Әхтәмов һуңғы йылдарҙа айырыуса әүҙем эшләй. Мәҫәлән, 2002 йылда уның “Хәҙерге башҡорт теле. Лексикология, фразеология, лексикография” һәм “Хәҙерге башҡорт теле. Фонетика, графика, орфоэпия, морфемика, морфонология, һүҙьяһалыш” (авторҙашы — проф. Н.Х. Ишбулатов) тигән китаптары донъя күрҙе. Бында автор башҡорт тел ғилеме мәсьәләләрен хәҙерге фән кимәлендә хәл иткән.
2008 йылда профессор М.Х. Әхтәмовтың “Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге” тигән фундаменталь хеҙмәте баҫылып сыҡты. Ул ифрат үҙенсәлекле: һүҙлектә бер һүҙ ярҙамында ҡулланылған бөтә мәҡәлдәр, әйтемдәр бергә туплап бирелгән. Мәҫәлән, “икмәк”кә бәйлеләре — 50-нән ашыу. Ошо нигеҙҙә алты мең төп мәҡәл һәм әйтем, уларға ингән 60 мең һүҙ теркәлгән.
Университетта, факультетта ҙур ижтимағи эштәр ҙә алып барған, студенттарҙы һәр яҡлап тәрбиәләүгә күп көс һалған профессор М.Х. Әхтәмовтың хеҙмәте дәүләт тарафынан юғары баһаланды. Ул “1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” (1945), “Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә — 50 йыл” (1995) миҙалдары менән бүләкләнгән. Уға 1983 йылда — Башҡортостан Юғары Советы Президиумының, 1999 йылда Башҡортостандың Почет грамоталары тапшырылды. Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәйҙең маҡтаулы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре.
Өс тиҫтәнән күберәк китап һәм дәреслек, 150-нән ашыу ғилми хеҙмәт авторы Мөхтәр Әхтәмов — абруйлы ғалим ғына түгел, һоҡланғыс кеше, яҡындарына, хеҙмәттәштәренә иғтибарлы, изге күңелле шәхес. Ошондай барлыҡ күркәм һыҙаттарҙы үҙендә туплаған өсөн дә оло хөрмәткә лайыҡ ул.

Марат ЗӘЙНУЛИН,
БДУ-ның кафедра мөдире, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә