“Ашарлыҡ ҡына ал да ҡалғанын ебәр”19.12.2018

Уйылдан Ғәлин атаһының ошо һүҙҙәрен иҫтән сығармай.

Уның менән тәүге осрашыу Өфөнөң Якутов исемендәге ял паркында урынлашҡан Һалдат күле буйында булғайны. Олпат кәүҙәле, күркәм ҡиәфәтле, алсаҡ ир-уҙаман. Ул балалары менән, ә мин ейәнсәрҙәргә күҙ-ҡолаҡ булып йөрөйбөҙ. Балыҡсылар бер-береһен әллә ҡайҙан таный бит: ихлас һөйләшеп киттек.

Ошонан һуң бер нисә йыл ваҡыт үткәс, ниһайәт, яңынан осраштыҡ. Был юлы инде, форсатты ҡулдан ысҡындырмай, танышым – “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары Уйылдан ҒӘЛИНгә һорауҙарымды биреп ҡалырға ашыҡтым.

– Өфөгә һеҙҙе ниндәй маҡсат килтерҙе, Уйылдан?

– Юғары уҡыу йортона инеү те­ләге. Журналист булыу хыялы менән тыуған яғым Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауылынан Башҡорт дәүләт университетына юлландым. Уҡыуҙы тамамлағас, тәүҙә радиола эшләнем, унан телевидениеға күстем.

– Ә күңелеңдә балыҡсы ҡомары ҡасан уянды?

– Былай бала саҡта уҡ балыҡ тотоу серҙәренә төшөнә башлағайным инде. Ауылыбыҙ йәмле Торатау буйында урынлашҡан, йылғаға иһә биш саҡрым тирәһе барырға кәрәк. Атайым Нурғәле Тимерғәле улы уҡытыусы булды, мал да ишле ине, шуға ҡарамаҫтан, ваҡытым юҡ тип тормай, әленән-әле йылға буйына алып бара торғайны. Өлкәндәр балыҡты йылым менән тота ла артығын кире ебәрә ине. Ә беҙ апайым, ҡустыларым менән тотолған балыҡтарҙы, эш өҫтөндәге өлкән­дәрҙең кейемен тотоп йөрөр инек. Үҫә төшкәс, был шөғөлгә үҙебеҙ ҙә өйрәнеп киттек. “Ашарлыҡ ҡына ал да ҡалғанын ебәр” – атайҙың ошо һүҙҙәре күңелемә ныҡлы уйылған. Ул ҡушҡанса эшләйем.

– Телевидениела ҡыҙыҡһы­ныусан, ҡомарлы кешеләр эшләй, моғайын, балыҡҡа бергә йөрөгән иптәштәрең дә барҙыр?

– Бар, әлбиттә. Балыҡсылар ҙа, шахматсылар ҙа, волейболсылар ҙа һ.б. күп. Төп эшкә ҡеүәт кенә бирә был шөғөлдәр.

Малай саҡта ауылда быуа бар ине. Шунда һары табан балығы үрсене. Уны рәхәтләнеп тота торғайныҡ. Күңелдә балыҡсы ҡомары тап шунда ныҡлап уянғандыр, тим.

Өфөлә лә ҡыҙыҡһыныуым һүнмәне. “Ҡуҙ”ҙы дөрләтеп тороусылар ҙа бар. Мәҫәлән, беҙҙәге баш режиссер Тимерйән ағай Зөбәйеров – был шөғөлдө мөкиббән яратҡан кеше. Балыҡтарҙың бөтә төрөн белә, уларҙың ҡайһыһы ниндәй һыуҙа нисек тотола, һауа торошо үҙенсәлектәре кемеһенә нисек тәьҫир итә – барыһын да тәфсирләп һөйләй ала. Бер мәл:
– Әйҙә, ҡустым, магазинға барып киләйек. Балыҡҡа барыу өсөн ниҙәр кәрәк, бөтәһен дә алырбыҙ, – тине. Ҡармаҡ сыбығы, кәтүк, төрлө еп... Ул әйтә, мин һатып алам.

Төнгә табан барабыҙ тигәс, ҡарбуз, колбаса, икмәк, сәй алғайным, “Ҡустым, нимәгә ул хәтлем тейәнәһең? Ҡарбуз ашап ултырырға ваҡыт булыр тиһеңме?” – тип киҫәтеп ҡуйҙы.

Ҡармаҡтарыбыҙҙы емләп ташлауы­быҙ булды, бер-бер артлы ҡорман балығы эләгә башланы. Алып ҡына өлгөр! Шулай итеп, таңғы сәғәт 4-кә тиклем кинәндек, фидер менән беренсе тапҡыр табышҡа юлығыуым булды был. Өфө янында ғына Ағиҙелдә ҡорман балығы бар тип кем уйлаһын?! Һәр береһе 1-1,5 килограмм тарта.

Был ваҡиға һуңынан “Арыҫлан” клубын ойоштороуға нигеҙ булды.
– Йылтырма менән йөрөгәнең бармы?

– Ошоғаса бер ҙә форсат теймә­гәй­не. Класташым Илнур Заһиҙуллин, Кушнаренко районына алып барып, уныһына ла өйрәтте. Суртан ҡапҡанын күреү үҙе бер бәхет бит инде балыҡ­сыға. Фонарь яҡтыһында мәскәүләп тә тотоп ҡараным. Дүрт-биш суртан эләктерәбеҙ ҙә ҡайтып китәбеҙ. Төнгө хозурлыҡ – үҙе үк күңелгә ял.

– Ә балыҡҡа барып та табыш­һыҙ ҡайтҡаның булдымы?

– Ундай хәлде һәр балыҡсының кисергәне барҙыр ул. Бер мәл, мәҫәлән, Иглин районына барғайныҡ, ротандан башҡа бер ни ҙә эләкмәне.
Былтыр Бөрйән районының Ҡотан ауылында ял иткәйнек. Ғөмүмән, ҡатыным да, ҡыҙҙарым да тәбиғәт ҡосағына сығырға ярата. Ә минең ҡармаҡтар һәр саҡ машинала ята. Өлкән ҡыҙым Ғәлиә менән балыҡ тотабыҙ. Уға ҡаба, миңә – юҡ. “Башлап тотоусыға мотлаҡ эләгә” тиҙәр бит, шул дөрөҫтөр, бәлки.

Ә түләүле күл-быуалар “минеке” түгел, сөнки уларҙа балыҡ тәмһеҙ, эләктергәндә лә ялҡау ғына килеп сыға.
– Йылға балығын яратаһыңмы, әллә диңгеҙҙекенме?

– Әлбиттә, йылғаныҡын. Әйткән­дәй, бер йыл Пицунда ҡалаһында ял иткәйнек. Алыҫ түгел тау йылғаһы аға. Бер ҡарт унда бағры барлығын әйтеп, нисек тоторға икәнен өйрәтте. Кило ярым ауырлыҡтағы йәйғор төҫөндәге балыҡтар эләкте. Беҙҙә бәрҙе, бағры тотоу тыйылған, ә унда – юҡ. Уйлап ҡараһаң, ҡармаҡ һалған­дан балыҡ бөтмәй бит, тик ау ғына ҡулланмаһындар.

– Үҙеңде оҫтарған балыҡсылар рәтенә индерә алаһыңмы?

– Оҫтарҙым тип уйлай инем, юҡ икән... Күпте өйрәнеү талап ителә әле. Ғөмүмән, балыҡсы гелән үҫешкә ынтылырға, белемен даими камил­лаш­тырырға тейеш, шул уҡ ваҡытта тәжрибәңде башҡалар менән тартынмай уртаҡлашырға кәрәк.

– Ҡышҡы балыҡсылыҡ ҡыҙыҡ­һындырамы?

– Бөтөн нәмәм дә бар, шул иҫәптән сатыр ҙа, йәшнигем дә. Улар минең саҡ ҡына эштән бушауымды көтә. Йыл­дың ниндәй генә миҙгеле булмаһын, күңел һәр саҡ тәбиғәттә. Һыу буйына бит фәҡәт табыш алырға бармайһың, унда – матурлыҡ, йәнле донъя. Ҡабан сусҡалары ла, быҙауы менән мышылар ҙа, төлкөләр ҙә осрай.

Ә тәүге боҙ аҫтынан балыҡ тотоуға килгәндә, ул – һәр кем өсөн ҙур бәхет.

– Ҡыҙҙырылған балыҡ ярата­һың­мы, әллә һурпаға өҫтөнлөк бирәһеңме?

– Тәүгеһен һайлайым. Ошо урында бер рецепт тәҡдим итәйем: бәрҙене яҡшы итеп таҙалап табаға теҙгәс, һары май һалабыҙ ҙа, өҫтөнә йоморт­ҡа һытып, мейескә ултыртабыҙ. Ябай ҙа, тәмле лә.

– Балыҡсыларға еткерерлек берәй ырымығыҙ бармы?

– Әлбиттә. Тимерйән ағай әйтмеш­ләй, ҡатынығыҙ ебәрмәһә, балыҡҡа бармауығыҙ хәйерле, сөнки эләкмә­йәсәк, ә инде ашарға һалып тороп оҙатһа, мотлаҡ уңыш йылмайыр. Бәхетле ғаиләләр гел бергә йөрөй. Ҡайһы саҡта балыҡ эләкмәһә, күп итеп бәшмәк йыйып ҡайтҡаным да булды.

– Ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Тормошоғоҙҙа тик уңыштар юлдаш булһын!


Вернуться назад