Суртанды нисек ҡармаҡларға?23.01.2018
Һәр кем ҙур балыҡ эләктереү тураһында хыяллана. Әгәр ҙә суртан йәки һыла эләкһә, атҡа менгәндәй ҡыуана. Ваҡ балыҡты ҡармаҡҡа ҡуйып, суртан тотҡанығыҙ барҙыр әле. Һүҙ шул турала булыр.

Һыу буйына сығыр алдынан ҡармаҡ кеүек кәрәк-ярағыңды һалып алырға онотмаҫҡа кәрәк, бигерәк тә ваҡ балыҡтарҙы. Кемдер көйәнтәле ырғаҡтар ярҙамында (балансирға) тотоуҙы хуп күрә, ә бәғзеләр тере балыҡҡа тотоуы еңелерәк, ти. Ысынлап та, суртан ысын балыҡты тиҙерәк шәйләй. Аҡса түгеп әҙер ҡармаҡ һатып алғансы, үҙең ҡулдан эшләһәң, отошлораҡ. Төп епкә бер асалы ырғаҡ, батырғыс бәйләһәң, шул етә, әммә емләп төшөргәс, мәкене ҡар менән күмеп ҡуйырға кәрәк — туңмаһын өсөн.
Көҙҙән тотолған ташбашты, бәләкәй сабаҡты һыуытҡыста һаҡлап була. Балыҡҡа сығыр алдынан уны иретеп ҡулланаһың. Үлгән балыҡты бер күтәреп, бер төшөрөп уйнатырға кәрәк. Миңә ҡалһа, әллә ҡайҙан бәләкәй балыҡ эҙләп йөрөгәнсе, кибеттән маринадланған балыҡ (килька) һатып алаһың да ҡуйып уйнатаһың. Һәйбәт һөҙөмтә бирә.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика