Һыу һаҡлағыс һаҡлауға мохтаж23.05.2017
Был яҡҡа ғүмерендә бер тапҡыр ғына килгән кешенең дә күңеленә ошондағы хозур матурлыҡҡа һоҡланыу тойғоһо мәңгегә уйылыр.
Павловка һыу һаҡлағысының оҙонлоғо – 150 километр, киңлеге – 1 750 метр самаһы. Иң тәрән урыны 35 метрға етә, уртаса кимәле – 12 метр тирәһе. Өфө һәм Благовещен ҡалаларын эсәр һыу менән тәьмин итә, электр энергияһын етештерә. Балыҡтарының төрлөлөгө йәһәтенән дә башҡаларҙан айырылып тора. Шуғалыр ҙа һыу һаҡлағысҡа Башҡортостандан ғына түгел, башҡа төбәктәрҙән дә ял итергә һәм табыш артынан килеүселәр бихисап. Ә бындағы матурлыҡ! Айырыуса Ҡариҙел районы яғынан килеп ингәндә әкиәт донъяһына сумаһың кеүек.
Ә һыу һаҡлағыстың бөгөнгө торошо нисек һуң? Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе ағзаһы, тележурналист Рөстәм Сиражетдинов бер сығышында Павловка һыу һаҡлағысы тураһында әсенеп һөйләгәйне. Экология мәсьәләһе бик киҫкен тора, тине ул. Беренсенән, Өфө һәм Благовещен ҡалаларын эсәр һыу менән тәьмин иткән һыу һаҡлағыс булараҡ, уның яр буйында ныҡлы тәртип булырға тейеш, ләкин бында хәл башҡаса. Йәй еттеме, һыу һаҡлағыстың яр буйы “ҡасаҡтар лагеры”н хәтерләтә, хатта тотош фанера ҡаласыҡтар хасил була. Икенсенән, балыҡ йыртҡыстарса ҡоротола. Пермь, Свердловск һәм Силәбе өлкәләренән дә табыш артынан күпләп киләләр. Законға ярашлы, мәҫәлән, һыла балығының 38 сантиметрға еткәнен тоторға мөмкин, әммә был талап һаҡланмай – ваҡтарын да аулауҙан тартынмағандар бар. Инспекторҙар, әлбиттә, бөтәһенә лә өлгөрә алмай. Ошондай ҙур һыу һаҡлағыста икәү генә эшләй бит улар!
Закон буйынса балыҡ тотоу 15 апрелдән тыйыла, ләкин, мәғлүм булыуынса, ыуылдырыҡ сәсеүселәр күпкә иртәрәк өҫкә сыға. Шунан башлана ла инде аулауҙар. Балыҡ ҡына түгел, күпме ыуылдырыҡ әрәм була! Көҙ шул уҡ хәл тағы ҡабатлана, бәләкәй йылғаларҙың тамағын ау менән “кәртәләп” бөтәләр.
Һуңғы йылда һыу һаҡлағысҡа һаҙан ебәрҙеләр. Әммә Павловка үҙенең ҙур-ҙур ҡорман, алабуға, һыла, суртандары менән дан алған бит. Эш былай барһа, табан менән сабаҡтан тыш балыҡтың ҡалмауы ла ихтимал.
– Биләмәне кешеләргә ҡуртымға биреп, бәлки, хәлде төҙәтеп булыр, – тине Рөстәм Сиражетдинов.


Вернуться назад