Бөрйән боҙо һынау тотто07.02.2017
Бөрйән боҙо һынау тотто Ғинуар аҙағында “Бөрйән боҙо-2017” балыҡсылыҡ фестивале ойошторолдо. Сараның маҡсаты – әүҙем ялды, сәләмәт тормошто, тәбиғәтте һаҡлау эшен һәм тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл мөнәсәбәтте пропагандалау, спорт һәм һәүәҫкәр балыҡсылыҡты үҫтереү, иң оҫталарҙы асыҡлау, тәжрибә уртаҡлашыу, бер-берең менән танышыу, йәштәрҙе ошо кәсепкә ылыҡтырыу.
Иртә таңдан ҡыш балыҡ тоторға яратыусылар биштәрҙәрен, ҡармаҡ­тарын тотоп Ағиҙел йылғаһына юлланды. Кәйеф шәп, күңел көр. Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ғәзиз Манапов фестивалдә ҡатнашыу­сыларҙы сәләмләне. Ул әлеге байрамдың матур йолаға әүереләсәгенә ышаныс белдерҙе, балыҡсыларға уңыш теләне.
Бөрйән боҙо һынау тоттоАғиҙел яры 13 балыҡсы өсөн спорт майҙансығына әүерелде. Тәжрибәле спортсылар менән боҙ өҫтөнә һәүәҫкәрҙәр ҙә сыҡты. Улар мәке уйыу, усаҡ яғыу, ҡаргиҙәрҙә йөрөү буйынса көс һынашты.
Иң элек балыҡсылар конкурсы үткәрелде. Ике сәғәт дауам иткән бәйгелә Рәүеф Мансуров – беренсе, Нур Яңыбаев – икенсе, Камил Юлмөхәмәтов өсөнсө урынды яуланы. Иң ҙур балыҡты Салауат Аралбаев, иң бәләкәйен Рәйес Ишбаев эләктерҙе. Нур Яңыбаев менән Илсур Бейембәтов “Иң шәп мәке уйыусы” исеменә лайыҡ булды.
“Имен ҡалыу мәктәбе” конкурсы айырыуса мауыҡтырғыс булды. Ярышсылар усаҡ яғыу тиҙлеге буйынса көс һынашты. Бәйгенең был төрөндә утты ҡабыҙыу ғына түгел, ялҡындың усаҡ өҫтөнән һуҙылған епте яндырып өҙөү тиҙлеге лә иҫәпкә алынды. Бында инде Илдар Фәйзуллинға бәхет йылмайҙы. Ҡаргиҙәрҙә елдереү буйынса Ринат Кәримовҡа тиңдәр булманы. Фестивалдә еңеүселәргә район хакимиәтенең почет грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Байрам бик ҡыҙыҡлы, сағыу һәм мауыҡтырғыс уҙҙы. Бөрйәндәр фестивалде йыл һайын үткәрергә ниәтләй. Ҡатнашыусылар һаны ла бермә-бер артыр тигән өмөт бар.


Вернуться назад