Бына һиңә балыҡ...13.12.2016
Бына һиңә балыҡ...
Ғәҙәти булмаған был йән эйәләре үле һәм тере балыҡтарҙың ите менән туҡлана. Уларҙың 40 төрө бар. Төньяҡ һәм Көньяҡ ярымшарҙарҙың уртаса йылылыҡтағы һыуҙарында, шулай уҡ Төньяҡ Боҙло океанда йәшәйҙәр.
Минога Рәсәйҙең ҙур йылға-күлдәрендә осрай. Тышҡы ҡиәфәте менән һытҡыға оҡшаш. 10 – 100 сантиметр оҙонлоҡта. Тиреһендә – тәңкәләр, күк­рәгендә, ҡорһағында ҡуш йөҙгөстәр юҡ. Уның ҡарауы, дүңгәләккә оҡшаған ауыҙында тештәре һанап бөткөһөҙ.
Ғәҙәти булмаған һулыш системаһына эйә булғанлыҡтан, ҡабырғаларындағы бәләкәй генә тоҡсайҙарға оҡшаған эске айғолаҡтар ярҙамында тын ала. Һөйәкһеҙ. Ите тәмле.


Вернуться назад