Матур ҙа, тәмле лә…13.12.2016
Матур ҙа, тәмле лә…
Ҡыҙыл балыҡ һөмбаш (лосось) ғаиләһенә ҡараған иң эре һәм ҡиммәтле балыҡтарҙан һанала. Оҙонлоғо 1,5-2 метрға, ауырлығы 60-80 килограмға етә. Буйы оҙонсай булғанға күрә, уны “ҡыҙыл суртан” тип тә йөрөтәләр.
Ул – йыртҡыс балыҡ. Тигеҙ, ваҡ тештәре ауыҙында бер рәт булып урынлашҡан. Көньяҡ Уралда элек бик ныҡ таралғанлыҡтан “крәсүлә” исемен дә биргәндәр. Беҙҙә һирәкләп Ағиҙел, Ҡариҙел, Үҙән, Еҙем, Йөйәк йылғаларында осрай. Йөйәктә бөткән тиерлек. Хәҙерге ваҡытта Себер йылғаларында күпләп үрсегән, сөнки һыу таҙа, сөсө, балыҡҡа бай. Хәйер, уны “һыу арыҫланы” тип атаусылар ҙа бар.
Балыҡтан тыш төрлө бәләкәй йәнлектәр, ҡоштар менән дә туҡлана. Тәңкәләре ваҡ, бигерәк тә ыуылдырыҡ сәскәндә матур ҡыҙғылт төҫ ала. Ҡыҙыл балыҡ 30 йылдан да ашыу йәшәй, кәүҙәһе йылына 8-10 сантиметр үҫә. Май-июнь айҙарында ыуылдырыҡ сәсә, 25-30 мең самаһы. Шаршы урындарҙан тымыҡҡа төшә һәм туҡланыуын дауам итә. Яңғыҙ тормошто үҙ итәләр, көтөүгә берләш­мәйҙәр. Йәй көнө ҡабыуы һүлпәнәйә, сөнки, ғалимдар раҫлауынса, теш алмаштырыу процесы бара.
Көҙгөлөккә тағы ла ихлас ҡаба башлай. Беренсе боҙ торғанға тиклем йылтырмаға йәки яһалма “сысҡан”ға тоторға мөмкин. Иртәле-кисле яҡшы ҡаба. Балыҡты ағарсаҡ һымаҡ ҡойроғо менән һуғып тота, ҡайҙа йөрөгәнен шәйләүе ауыр түгел.
Йылтырманың төрлө төҫтәгеһен һайларға кәрәк, оҙонлоғо 10-12 сантиметр кәм булмаһын. Һыуҙың уртаһынан йә төбөнән йөрөүсән, шуға күрә йылтырмағыҙ ағасҡа йәки ташҡа эләккән тип уйлаһағыҙ, был ҡыҙыл балыҡ булыр. Ҡабыу менән ул шып туҡтай. Иң мөһиме – ҡармаҡ ебегеҙҙе бушатмаҫҡа. Суртан балығы кеүек йылтырманан бер ысҡынһа ла, йәнә шул балығығыҙ ҡабыуы мөмкин.
Яһалма “сысҡан”ды һыу өҫтөнән яйыраҡ йөрөтөргә кәрәк, ай яҡтыһында бигерәк тә яҡшы ҡаба. Ҡармаҡ сыбығығыҙ 2,7 метрҙан да кәм булмаһын, энерцияһыҙ кәтүк уңайлы булыр. 12-16 номерлы өс ырғаҡлы ҡармаҡ, 0,8 миллиметр еп отошло.


Вернуться назад