Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нисек йәшәйһең, инспектор?
Нисек йәшәйһең, инспектор?Тыуған яҡҡа ҡайтҡанда Башҡортостан буйынса дәүләт контроле, күҙәтеү һәм һыу биологик ресурстарын һаҡлау бүлеге инспекторы Вадим ҒИЗЗӘТОВҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

– Һуңғы йылдарҙа экология мәсьәләһе киҫкен торған төбәктәргә дәүләт тарафынан ярайһы ҙур иғ­тибар бүленә. Атап әйт­кәндә, ниндәй булышлыҡ ҡылына, Вадим Ринат улы?
– Мин етәкселек иткән бүлеккә Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондары инә. Биләмә ҙур, күлдәр, быуалар, йылғалар күп. Араларында һаҡлауға айырыуса мохтаж тәбиғи ятҡылыҡтар ҙа бар.
Әлбиттә, бер инспектор ғына ҡушылған бөтөн эште атҡара алмаҫ ине. Миңә район хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре, һәүәҫкәр балыҡсылар даими ярҙам күрһәтә. Ҡармаҡ тотоп ултырғандың янында ау һалып йөрөйҙәр икән, быға нисек түҙмәк кәрәк?! Форсаттан файҙаланып, тәбиғәтте, йәнлектәрҙе, балыҡ­тарҙы һаҡларға тырышҡан һәр кемгә ҙур рәхмәт белдерәм.
– Быйылғы статистика ниндәй? Тәртип боҙоу осраҡтары күпме?
– Йылдағыса, ҡушылғанды еренә еткереп башҡарырға тырышабыҙ. Әлбиттә, тәртип боҙоу осраҡтары юҡ түгел. Тотолғандарға штраф һалабыҙ, ауҙарын, кәмәләрен тартып алабыҙ. Ҡағиҙә боҙоусылар айырыуса күлдәре менән дан тотҡан Әбйәлилдә күп, Баймаҡта ла осрай.
– Райондарға сығыу өсөн техника, кә­мә, яғыулыҡ менән ярҙам күрһәтеләме?
– Әлегә шәхси техникамда йөрөйөм, кәмә лә үҙемдеке, бүленгән яғыулыҡ етмәгән осраҡтар була. Шулай ҙа барыһы ла яҡшы яҡҡа үҙгәрер тип ышанам. Иң мөһиме – тәбиғәтебеҙ ҡурсаулы булһын.
– Ауыр хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләй­беҙ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510