Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Бер уйыңды ослаһаң, сираттағыһын моронлат”
“Бер уйыңды ослаһаң, сираттағыһын моронлат”Әүҙем авторыбыҙ, “Эй ултыра балыҡсы...” махсус битен әҙерләүгә күп көс түккән, Рәсәй һәм Башҡортостан наградаларына лайыҡ булған Әсләм КАМАЛОВ менән яр буйында осрашыу балыҡтар тигән ҡыҙыҡлы донъяға сәйәхәткә алып китте. Балыҡсы түгелмен, әммә өҫтәлгә килтерелгән бындай ризыҡтан һис кенә лә баш тартмайым. Яратып ашаған ризығым тураһында әллә күпмене белмәгәнмен икән дә.
Уйлап ҡараһаң, ябай ғына мөғәллимдең шул хәтлем бай мәғлүмәткә эйә булыуы таң ҡалдырҙы. Әйткәндәй, Әсләм Әбделхәй улы 34 йыл буйы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы тигән бөйөк исемде лайыҡлы йөрөтә. Тыуған төйәге – Әбйәлил районының Ҡалмаҡ ауылы, ә бала сағы, үҫмер осоро Хәлилдә үтә. Башҡортостан ауыл хужалығы институтында белем алырға теләй, шул уҡ ваҡытта осоусы ла булғыһы килә, ләкин эске маҡсат үҙенекен итә. Һалдат бурысын үтәгән егет Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетын тамамлай. Йәш белгесте башта йүнәлтмә нигеҙендә Хәйбулла районына эшкә ебәрәләр. Һуңынан инде ул тыуған яҡтарына ҡайтып, мәғарифты үҫтереүгә тос өлөш индерә. Ҡанат нығытҡан балалары бер-бер артлы Өфөгә китеп бөткәс, ҡатыны менән кәңәшләшеп, ғәзиздәре янына күсенәләр. Күптәргә тәтемәгән шатлыҡ көткән бында, алдынғы уҡытыусы булараҡ, Камаловтарға фатир бирәләр.


— Баш ҡаланы нисек яуланығыҙ?
– Өфө “өф” тип тормағанын белһәк тә, йәшәү урынын алмаштырырға йөрьәт иттек. Кисәгеләй бер күренеш иҫемдә: Ағиҙел аша уҙғанда күҙемде йылғанан ала алманым. Ул саҡта иҫке күпер генә ине бит, тегеләй үтһәң дә, былай ҡарай елдерһәң дә, тирә-яҡ, аҫҡы яҡ ус төбөндәгеләй ап-асыҡ күренә. Киңлегенә иҫем китте, ятыуында, ҡолағында балыҡ тотһаң ине, тип хыялландым.
Күсенеү мәшәҡәттәрен артта ҡалдырып, төп бурысыбыҙға тотондоҡ. Иң мөһиме, һайлаған һөнәрем оҡшай. Әлбиттә, ауыл балалары менән ҡаланыҡылар араһында айырма ҙур. Малай һәм ҡыҙҙарға бер башҡа түбән тип түгел, киреһенсә, һәр береһенә тиң күреп өндәшәм, уларҙың педагогка һорауҙары бихисап, хатта кәңәштәрен дә еткерәләр әле. Шулай, ең һыҙғанып дәртләнеп дәрес үткәреп бөтөүемә, мөйөшлө булыуыбыҙ тураһында һөйөнсөләнеләр. Республикабыҙҙа шаулап-гөрләп барған Уҡытыусы йылынан бер бүләк булды был. Ә быға тиклем фатир өсөн ҙур хаҡ түләп йәшәй инек.
– Ысынлап та, уҡытыусыларға иғти­бар әле лә көслө. Ә бына был һөнәрҙе һайламаған булһағыҙ, ҡайһы тармаҡта эшләр инегеҙ?
– Шәхсән ниндәй һөнәр һайлаһам да, ҡайһы ғына эште биреп ҡуйһалар ҙа, һынатмаҫ инем. Был донъяла маҡсат менән йәшәү барыһын да хәл итә. Бәләкәйме ул, ҙурмы, һәр саҡ уй-хыялдар солғанышында ғүмер итергә кәрәк. Берәүһен осланың икән, сираттағыһын моронлат, артабан тағы ниәттәр билдәлә. Сылбыр шул рәүешле дауам итергә тейеш, шул саҡта ғына ғүмер ағышынан мәғәнә табаһың. Барына шөкөр итә белеү – үҙе оҫталыҡ. Пушкиндың “Балыҡсы һәм балыҡ” әкиәтендәге ҡарсыҡ шикелле ярыҡ ялғаш янында ултырып ҡалмаҫ өсөн, нәфсеңә хужа була белергә лә кәрәк.

– Бая балалар артынан ҡалаға ашыҡ­тыҡ, тинегеҙ. Шул ғына сәбәп­ме? Әллә оло карапҡа ҙур һыу кәрәк булғандай, бәхетегеҙҙе ҡайнап торған тормоштоң уртаһында һынап ҡара­ғығыҙ килдеме?
– Йыш бирәләр ошо һорауҙы, уға төрлөсә ҡарарға мөмкин. Өлкән улым — техник фәндәре кандидаты Филүс Өфө дәүләт нефть техник университетында студенттарға һабаҡ бирә, ҡыҙым Фидәлиә беҙҙең юлды һайланы – уҡытыусы, кесе ҡыҙым Гүзәлиә – бухгалтер.
Демография тураһында ла уйланам. Һәр баланың үҙ ризығы менән тыуыуына тамсы ла шикләнмәйем. Күптән ишеткән ғибрәтле хикәйәт иҫкә төштө. Диңгеҙ буйындағы бер ғаилә бик ярлы ғүмер иткән, ни өҫкә кейем еткерә алмағандар, ни өҫтәлдәре ҡаты-ҡотонан ғына торған. Ире көн дә кәмә менән сығып китә, әммә ғаиләлә күпме кеше – шунсама ғына балыҡ эләгә икән. Кәләше менән һөйләшкәндән һуң, исмаһам, тамаҡ ашҡа туйып ҡалыр тип, бер балаларын һыуға батырып юҡ иткәндәр. Ғәжәп, элек ете балыҡ ҡаптырһа, хәҙер алтауҙы ғына тотоп ҡайта башлаған...

– 45 минутлыҡ дәрестә төп теманан бүленеп, балаларға балыҡсылыҡ ту­ра­һында һөйләп ала инегеҙме? Ни­мәләр хәтерегеҙҙә ҡалған?
– VII класс программаһына ғына тәбиғәт, йәнлектәр һәм балыҡтар тураһында тема индерелгән. Былай ҡыҙҙар һәм егеттәрҙе иптәш кеүек күрәм, шуға күрә төрлө йүнәлештә, һүҙ ҙә юҡ, балыҡ тураһында ла һөйләшеп, гәпләшеп ала торғайныҡ.

– Һеҙ – һәүәҫкәр балыҡсы. Уҡытыусы Камалов балыҡсы Әсләмдән нисек айырыла?
– Улар араһында бер ниндәй ҙә айырма күрмәйем, киреһенсә, бер-береһен тулыландырыуына ҡыуанысым сикһеҙ. Тағы шуны беләм, яғалашмайҙар. Класта ҡулымда таяҡ (указка), ә йылға буйында — ҡармаҡ.

– Ҡайһы берәүҙәр балыҡтан эшлән­гән котлет ярата, кемгәлер балыҡ һурпаһы телеңде йоторлоҡ тойола. Был турала ни әйтерһегеҙ?
– Унан бынамын тигән ризыҡ килеп сыға. Лимон ҡушһаң, мал итенән айырырмын тимә. Үҙем балыҡтан әҙерләнгән ризыҡты әллә ни ашамайым. Дуҫым, итекһеҙ итек төпләүсе икәнһең, тип көлөргә ярата.

– Һәр нәмәнән шөрләргә кәрәкмәһә лә, йылға-күлгә төшөү түгел, ярға яҡын барырға ҡурҡыусылар ҙа бихисап. Һыу һеҙҙең өсөн нимә?
– Тел төбөңдө аңлап торам инде. Улай булғас, бер ваҡиғаны тыңла. Марат еҙнәй менән Һултан күленең иң тәрән еренә килеп еттек. Дәүләткә балыҡ тотоп тапшырабыҙ, элек хужалыҡ шундай йөкләмә бирә торғайны. IV класс уҡыусыһы мин – ишкәксе, кәмәнең алдында ултырып, ҡулдарҙың талыуына ла иғтибар итмәй, тирләп-бешеп эшемде атҡарам. Сираттағы ауҙы ырғытыуға эңер ҙә төштө. Аңғармай ҙа ҡалдым, ҡапыл еҙнәйем ҡулдарымдан тотто ла мине күлгә ырғытмаһынмы! Ә үҙе бер нәмә булмағандай ҡайтыр яҡҡа ыңғайланы. Тыпырсыныу, сәпелдәү, ҡысҡырыу бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәне, киреһенсә, күл төпкә һөйрәй генә. “Аяҡтарың менән баҫ!” – тип команда бирә был. “Буйым етмәй!” – тип аҡырам. “Ҡулдарыңды ике яҡҡа һуҙ ҙа тыныслан” тигәнен ишетәм. Тап шулай иттем. Ғәжәп, һыу мине күтәрә. Бына шунан башлап һыуға хөрмәт менән ҡарай башланым.

“Бер уйыңды ослаһаң, сираттағыһын моронлат”– Әбйәлил яҡтары күлдәре менән дан тота. Был төбәктә балыҡсы исемен йөрөтмәү — үҙе бер яңылыш­лыҡтыр ул. Ҡармаҡ менән балыҡ тотоуға түҙемлегем етмәй. Сәғәттәр буйы бер нөктәгә ҡарап ултырсы! Ә һеҙ сабырмы?
– Эйе, кемдер ҡармаҡҡа ҡарағанда, еңел ысулдарға өҫтөнлөк бирә. Түҙемлекте һаҙан балығы һынай, минеңсә. 30 минут үтһә лә, эләкмәҫкә мөмкин әле. Шулай ҙа ҡымшанмаҫҡа кәрәк, ҡалҡыуысты уйнатып алғанына ла тыпырсынмайһың. Ә инде һаҙанды ҡулға эләктерһәң, башҡаларын ҡармаҡлау бер ни тормай. Тоғоңа ырғытып ҡына өлгөр. Ғөмүмән, һәр йәһәттән дә сабыр булырға кәрәк. Беткә үс итеп тунды утҡа яғыу мәғәнәһеҙлек.

– Ә аҡҡан йылғаны күҙәтеү, утҡа текләп ултырыу әҙәм балаһын тыныс­ландыра тигән фекергә ҡарашығыҙ нисек?
– Ауыл кистәре иҫкә төшә. Электр утын һүндереп, мейестең янғанын күҙәтеп ултырыуҙы һағынам. Сатлама һыуыҡ көндә утын шарт-шорт килеп яна, йылытҡанда бер тауыш та сығармай. Ҡуҙ баҙлап ята, тәртешкә менән уны болғатһаң йәки терелтеп ебәрһәң, меңәрләгән осҡон торбаға ашыға. Уттан тәнгә йылылыҡ ҡына түгел, ә күңелгә тыныслыҡ та алаһың. Ә йылғаға ҡарап ултырһаң, бөтә хәсрәттәрең, кире уйҙарың уның бергә ағып китә тигән ырым бар, ышанам.
– Ҡайһы саҡта төкөргәндә һауала уҡ туңырлыҡ һалҡында боҙ өҫтөндә ул­тыр­ған балыҡсыларҙы йәлләп ҡуям. Һеҙ ҡыш балыҡ тоторға яратаһы­ғыҙмы?
– Минеңсә, һәр миҙгелдә балыҡ тотоу­ҙың үҙенә күрә генә нескәлектәре бар. Таба ҡапҡасы шикелле бәләкәй генә ти­шеккә ҡарап ултырыу, бер ҡараһаң, ысынында мәрәкә тойола. Нисек оҙаҡ ҡымшан­маҫҡа мөмкин! Ә инде бер мауығып китһәң, азарт уянһа, кешене боҙҙан айырырмын тимә. Суртан эләктерә алһаң, һинән дә даланлы әҙәм юҡ кеүек тойола башлай.

– Балыҡсыларға ниндәй теләк­тәрегеҙ булыр?
– Ишетеп тә, күреп тә торабыҙ, боҙ айырылып китеп, бер төркөмдө йылға буйлап ағыҙып алып киткән, кемдер “ҡырын тейәгән” килеш тәбиғәткә сығып бәләгә тарыған, өсөнсөләр һаҡһыҙлығы арҡаһында һыуға батып үлгән... Балыҡҡа барғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәһендәр ине – теләгем шул ғына. Әйтәләр бит, яҙғы боҙға яҫтыҡ ҡалынлығы булһа ла ышанма, көҙгө боҙға көҙгө ҡалынлығы булһа ла ышан, тип.

– Ә гәзит уҡыусыларға?
– Һатыуға насар тауарҙы сығармайҙар, иң шәбен, иң еллеһен, иң сифатлыһын ғына тәҡдим итәләр, шул иҫәптән балыҡты ла. Шуның шикелле, “Башҡортостан” гәзите лә һуңғы осорҙа яңырыу кисерә, йөкмәткеле сыға башланы. Халыҡ гәзит уҡымай тиеү дөрөҫ түгел.

– Һүҙ һуңында балыҡсылыҡҡа ҡағылышлы берәй көләмәс һөйләп ишеттермәҫһегеҙме?
– Ике балыҡсы гәпләшә, ти. “Минеңсә, донъялағы иң шәп күреүсе тереклек эйәһе — ул балыҡ”, — ти икән оҙонорағы. “Әйтәм, бер ҙә генә ырата алмайһың, һыу төбөнән һине күреп ҡасалармы әллә?” — тип һорай ти иптәше. “Күпме йөрөйөм, әммә быға тиклем күҙлекле бер генә балыҡты ла тотҡаным булманы”, — тимәһенме тегеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 082

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 440

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 974

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 882

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 636

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 232

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 456

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 959

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 426

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 503

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 325

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 513