Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәлдәрең нисек, Нөгөш?
Хәлдәрең нисек, Нөгөш?Һуңғы ваҡытта Нөгөш һыу һаҡлағысы тураһында хәбәрҙәр ишетелеп ҡалғас, беҙ ҙә туҡтап, Нөгөш ауылы биләмәһе башлығы Әсхәт Ибәтулла улы Ҡурмаевҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Һеҙҙә балыҡсыларҙың яҙғы ярышы ойошторолорға тейеш ине. Һеҙ уны Йылыкүлгә күсереп үткәрҙегеҙ. Сәбәбе нимәлә?
– Һыу һаҡлағыс милли парк биләмәһенә ҡарағас, прокуратура ҡарары менән ярышты тыйҙылар, әммә беҙ юлын табып, үткәреп ҡуйҙыҡ. Паркка инеү хаҡы ҡыйбат түгел, ни бары 100 һум. Был ғына аҡса менән әллә ни ҡыйратып булмай. Кеше ял итергә килгәс, ҡармағын да ала бит инде. Һәүәҫкәр балыҡсыларҙың күбеһе ял итергә ғаиләһе менән килә бында. Әммә ҡармаҡ һалып булмай.
Балыҡсылыҡ тураһында федераль закон сыҡһа ла, милли паркта ҡармаҡ менән балыҡ тотоу тураһында унда әйтелмәй. Шул сәбәпле низағтар килеп сыға ла инде. Һәүәҫкәр балыҡсыларға рөхсәт итергә кәрәк. Әлеге ваҡытта ике балыҡсылыҡ хужалығы эшләп килә. Үрек йылғаһы буйында дамбалар ҡороп, бағры балығы үрсетәләр.
Башҡортостан Республикаһы тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуратураһының 2017 йылдың 3 мартынан Нөгөш, Яҡтыкүл һәм Көньяҡ Үләнде күлдәрендә балыҡ тотоуҙы тыйыу тураһындағы ҡарары нигеҙендә уларҙа һаҡлау ойошторолған.
Бында ҡырағай туризм сәскә ата. Арттарынан сүп-сар ҡалдырыусылар ҙа юҡ түгел. Ял итеүселәрҙең 70 процент тирәһе Ырымбур өлкәһенән. Хаҡты күтәрһәләр, килмәүҙәре лә бар. Салауат комбинаты селбәрә ебәреп тора, Ҡарман балыҡсылыҡ хужалығының филиалы эшләй. Әле яңыраҡ ҡына һаҙан, табан селбәрәләре ебәрелде. Бағрыны селбәрәнән һатыуға тиклем үҫтерәләр.
Хәлдәрең нисек, Нөгөш? Ял көндәрендә 22 базаға 15 меңгә яҡын кеше килә. Һәргәй, Нөгөш ауылдары халҡы емеш-еләген һата, ҡайһы берҙәре өйҙәрен ҡуртымға ла бирә. Экология йылында төҙөкләндереү эштәре лә башҡарыла, юл һалына.
Республикала туризмды үҫтереү буйынса байтаҡ эш башҡарыла, әммә, ҡайһы бер Рәсәй төбәктәре менән сағыштырып ҡараһаң, әллә ни алға китеш юҡ. Шәхси эшҡыуарҙарға юл асырға кәрәк. Урындағы эске эштәр бүлеге айырым маҡтауға лайыҡ, ярҙамға кешеләр биреп торалар, сөнки ял итеүселәр араһында төрлөһө була бит инде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519