Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Борсаҡҡамы, сиңерткәгәме?
Борсаҡҡамы, сиңерткәгәме?Күп кенә балыҡсылар бүрттерелгән борсаҡҡа тоторға ярата, әммә күптәре уны нисек дөрөҫ әҙерләргә белеп етмәй. Борсаҡты һыуға һалғас, бер семтем сода өҫтәп, өс тәүлеккә ултыртып ҡуябыҙ. Шунан һуң ошо уҡ һыуында ҡайнатабыҙ. Өҫтөндә күбектәр йыйылыу менән уттан алабыҙ. Һыуынғас, һалҡын һыуҙа йыуабыҙ.

Шуныһы отошло: беренсенән, борсаҡ икегә бүленмәй, икенсенән, йомшаҡ була. Бойҙайҙы ла шулай эшләргә мөмкин. Опто, карп, ҡорман, табан тотҡанда бойҙай ҡулланыу яҡшы. Уны асыҡ табала сода һалып бешерергә кәрәк. Бүрткәс, шул уҡ табала көнбағыш майында еңелсә генә ҡыҙҙыралар.
Һыу буйында таш мүгенә лә тоторға мөмкин. Сабаҡ, күстерә, ҡыҙылғанат эләгә.
Сиңерткәне ҡулланмаған балыҡсы юҡтыр. Һыу өҫтөнән тотоу өсөн шундай уңайлы, хатта ай яҡтыһында ла һикертеп, бағры, бәрҙе тоторға мөмкин. Сиңерткәгә ажау яҙҙан көҙгә тиклем эләгә. Бесәнлектән күп итеп йыйырға мөмкин.
Һағыҙаҡ ҡарышлауығына бөтә һаҙан ғаиләһенә ҡараған балыҡтар эләгә. Уны ҡараңғы төшөп килгәндә ояһынан алалар, һалҡын урында һаҡлайҙар. Ҡарышлауыҡ йомшаҡ була, шуға күрә осло, нәҙек ҡармаҡ кәрәк.
Бына июль айы ла етте. Балыҡсылар әллә ни уңыш менән ҡайтмай, сөнки һыуҙа аҙыҡ күбәйә, төрлө ылымыҡтар, ҡорттар, ҡарышлауыҡтар, ҡабырсаҡтар үрсегәндән-үрсей.
Оптоно тәрән ерҙәрҙә икмәк ҡатыһына, ҡорман балыҡты төнөн бер нисә селәү ҡаптырылған ырғаҡҡа, бүрттерелгән бойҙайға тоторға мөмкин. Карп, һаҙанды фасолгә, кукурузға һәм борсаҡҡа тоторға була. Ҡара балыҡ ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа, селәүгә эләгә. Табанды селәүгә, бойҙайға ҡармаҡлайҙар. Балыҡтар ауыр осор кисерә. Талдан, тирәктән мамыҡ ҡойола. Балыҡтар шуны ашап ауырыйҙар, был хәл өс-дүрт аҙна дауам итә.
Табан, тиҫкәре балыҡ исемен алып, балыҡсыларҙы аптырата, әммә етен орлоғон төйөп, ем һалғысығыҙҙы тултырһағыҙ, эләктермәй ҡайтмаҫһығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518