Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаҙанға һыймаған һаҙан
Ҡаҙанға һыймаған һаҙан 70 йәшендә ғәйәт ҙур балыҡ тотоп, барыһын да аптыратты Сәүиә Сафиуллина. Иҫке Балтас ауылында йәшәгән ҡатындың Танып йылғаһынан ун бер килограмм тартҡан һаҙан балығын эләктереүе тураһындағы хәбәр районға ғына түгел, күрше төбәктәргә лә тиҙ таралды. Барыһы ла балыҡсы апайҙың оло табышы менән ҡыҙыҡһынды. “Балыҡты күреү өсөн таныш-белеш, күрше-күлән, хатта бөтөнләй ят кешеләр килде. Минең нисек итеп уны ҡаптырыуымды, тартып сығарыуымды ҡат-ҡат һораштылар”, — тип йылмайып һөйләй Сәүиә апай.
Бер көн Сәүиә Ҡәүи ҡыҙы тормош иптәше Фәрит ағай менән Танып йылғаһына балыҡ ҡармаҡларға юллана.
— Башта гидроузел төбәгендә, йылға ағымының түбән өлөшөндә, балыҡ ҡаптырып ҡараныҡ. Емдең ниндәй генә төрҙәрен тәҡдим итеп ҡараһаҡ та, ярты көн буйына ҡалҡыуыс һелкенмәне лә. Һуңынан ағымдың өҫкө өлөшөнә, йәғни һыу йәйрәп ятҡан урынға, гидроҡоролманың шлюзы тирәһендә ҡармаҡты һыуға төшөрөп ҡарарға булдым. Ул тирәлә спиннинг ҡулланған балыҡсылар бар ине.
Бында ла балыҡ сиртмәгәс, уңышһыҙ көн булды, ҡайтып китербеҙ инде, тип йыйынырға уйлаған мәлдә ҡалҡыуыс сиртеп ҡуйҙы. Ҡылды тартҡас та, ниндәйҙер ҙур балыҡ ҡапҡанлығын һиҙҙем. Көсөм етерлек түгел, балыҡ үҙемде һөйрәй. 0,18 миллиметр ҡалынлыҡтағы ҡыл еп, 8-10-лы һанлы ҡармаҡ ырғағы. Ярай әле, ҡармағымдың һабы һығылмалы һәм кәтүк ышаныслы. Ошолай ярты сәғәт көрәшә торғас, ҡулымдың көсө бөттө. Йәмәғәтемдең дә балыҡты һөйрәп сығарырға көсө етмәне.
Эре балыҡ ҡапҡанын күргән башҡа ир-егеттәр шул арала яныма йыйыла башланы. Илдус Шәретдинов, балыҡ ярға яҡынлашҡас, һыуға инеп уны һөйрәп сығарҙы. Үҙем генә булһам, ул гигантты еңә алмаҫ инем, — тип иҫкә ала инәй.
— Сәүиә апайҙың оҫта балыҡсы икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр ышандым. Хәле бөтөп йығылырлыҡ сиккә етеп алышһа алышты, әммә табышты ысҡындырманы, ҡылдың өҙөлөүенә лә юл ҡуйманы, — ти Илдус Шәретдинов.
— Ул көндө атайым менән әсәйемде күргәс, шаҡ ҡаттым. Ташбаш балығы ҡаптырып булһа ла ҡайтырбыҙ әле, тип Танып буйына киткәйнеләр, ана ниндәй ҙур балыҡ күтәреп ҡайтып керҙеләр, — тип көлә Сафиуллиндарҙың ҡыҙы Гөлназ.
Ошо 11 килограмлыҡ һаҙан эсенән өс килограмм ыуылдырыҡ сыҡҡан. Моғайын, көндәр эҫе торғанлыҡтан, балыҡтың икенсе тапҡыр ыуылдырыҡ сәсергә әҙерләнеүе булғандыр.
Фәрит ағай менән Сәүиә апай, һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡара­маҫтан, һәр көн тиерлек йылға буйына ашыға. Уларҙы ҡышҡы сатлама һыуыҡ та ҡурҡытмай. Һәр йыл һайын балыҡ­сыларҙың район бәйгеһендә лә ҡатнашалар.
Мин дә уларҙы йылға буйына барып таптым.
– Шөғөлөгөҙгә балаларығыҙ нисек ҡарай? — тип һорайым.
– Балалар ҙа, ейән-ейәнсәрҙәр ҙә ҡунаҡҡа ҡайтһа, әйҙә балыҡҡа барайыҡ, тип кенә торалар. Беҙ икебеҙ ҙә тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратабыҙ. Унан тынысланып, кәйеф күтәрелеп ҡайта. Өйләнешкәс тә һәр саҡ бергә балыҡҡа, һунарға йөрөнөк. Күп сирҙе кеше үҙе таба, ә беҙгә был янамай. Саф һауа, күңел тыныслығы — бына нимә мөһим, — тип яуап бирҙеләр.
Сәүиә апай менән Фәрит ағай бер ул һәм өс ҡыҙға ғүмер биреп, оло тормош юлына сығарған. Уларҙың дүрт ейәне һәм ике ейәнсәре бар. Оҙаҡламай бүләсәрҙәре лә тыуасаҡ. Атай-әсәйҙәре, олатай-өләсәйҙәре өсөн өҙөлөп торған балалары, бер-береһенә терәк булып йәшәгән Сафиуллиндар ғаиләһе һоҡланыу хистәре генә уята. Замана ауырлыҡтарына бирешмәгән ғаилә үҙ көсө, үҙ тырышлығы менән көн итә. Тыныс һәм бергә үткәргән бәхетле көндәрҙе матди байлыҡтан өҫтөн ҡуя улар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519