Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ағиҙел үҙе саҡырып торғандай...
Ағиҙел үҙе саҡырып торғандай... Ағиҙел яры. Был тирәлә күптән булған юҡ. Шундай һиллек. Яр буйында теҙелеп ултырған балыҡсылар ара-тирә ҡарамаҡтарын тикшереп ҡарай. Ағын көслө, шуға ҡарамаҫтан балыҡ ҡаба. Шуныһына иғтибар иттем: кеше байтаҡ булһа ла, бер сүп әҫәрен дә күрмәҫһең.

Тыныслыҡты боҙоп, яр буйында бала-сағаның шат тауыштары ишетелде.
Олатай, һин балыҡ ашатҡансы, мин һыу төшәм!
Абай бул!
Олатай кеше машинанан кәмәһен төшөрҙө лә йылға уртаһында торған биш литрлы буш шешәгә ҡарай йөҙҙө. Балалар ҡараусыһыҙ һыуҙа булһа, йөрәгем түҙмәй, эргәләренә барҙым. Үҙен Әлиә тип таныштырған ҡыҙыҡай һыуҙа балыҡ һымаҡ йөҙә. Баҡһаң, бассейнда өйрәнгән икән. Олатаһы иһә “прикол” тип аталған ҡоролмаға ем һала. Балыҡты көн дә шулай ашатып торалар. Шуға ла был ерҙә тәңкәлеләр күп.
Геннадий Белинский ғүмер буйы ошо ерҙә йәшәгән.
Ағиҙел үҙе саҡырып торғандай...– Беҙ бала саҡта ашауға ҡытлыҡ ине, шуға малайҙар менән балыҡ ауларға өйрәнеп алдыҡ. Ни генә тимә, ул ваҡытта ҡорһаҡ тултырыу тураһында ғына уйлай инек. Оҫтарып алғас, ҙурыраҡ балыҡ эләгә башланы. Шулай әүәҫләнеп киттек. Олораҡ ағайҙарҙан һораша-һораша аулауҙың төрлө ысулдарын өйрәндек, ниндәй балыҡты нисек тоторға кәрәклеген белештек. Хәҙер 25-кә яҡын төрлө ысул беләм.
– Күптәр һыуҙа балыҡ кәмене, элек ул күберәк ине тип яр һала. Был ысынбарлыҡҡа тап киләме? – тип һорайым оҫта балыҡсынан.
– Юҡ, улай тимәҫ инем. Бынан биш-ун йыл элек, ысынлап та, балыҡ ҡырҡа кәмене, сөнки электр ҡармаҡтар, ауҙар менән аулаусылар күбәйеп китте. Хәҙер, был юҫыҡта закондар ҡәтғиләнгәс, хәл яҡшырҙы. Балыҡ үрсеһен өсөн күп тә кәрәк түгел. Бер уйлаһаң, ыуылдырыҡ сәскәндә тотмаҫҡа һәм тыйылған ысулдар ҡулланмаҫҡа. Ошо ике шарт үтәлһә, балыҡ тиҙ үрсей.
– Хәҙер балыҡсылар өсөн махсус магазиндар күп. Йәнең теләгән нәмәне һатып алырға була. Күптәр балыҡты ылыҡтырыу өсөн махсус өҫтәмәләр һатып ала. Һеҙ уларҙы ҡулланаһығыҙмы?
– Юҡ, тәүҙә ҡыҙығып ала инем, хәҙер бөтөнләй баш тарттым, сөнки үҙең бешергән бутҡаға балыҡ күберәк килә. Улар ҙа бит тәбиғи аҙыҡты үҙ итә. Яҙ етеү менән берәр тоҡ тары ярмаһы, арпа алып ҡуям да шунан бутҡа бешерәм. Таҙартылмаған, еҫе аңҡып торған көнбағыш майы ҡушам. Ошонан да яҡшыраҡ ем юҡ балыҡ өсөн.
– Әле кәмә менән балыҡ ашатырға барғанығыҙҙы күрҙек. Был ҡоролманың нимәгә кәрәк икәнен һөйләгеҙ әле?!
– Өҫтә күренеп торған буш шешә ҡалҡыуыс ролен үтәй, аҫта бутҡа һалыр өсөн ҡоролма урынлаш­тырғанмын. Бутҡаны өҙмәҫкә тырышам, гел өҫтәп торам. Был урында балыҡ һәр ваҡыт бар. Иртәле-кисле кәмә менән килеп ҡармаҡлайым. Беҙҙең өҫтәлдән балыҡ өҙөлгәне юҡ. Ҡышҡылыҡҡа запас әҙерләп ҡуябыҙ. Балаларға ла таратам. Ейәндәр файҙалы, таҙа ризыҡ ашаһын. Балыҡсы булыу – ул төрлө ысул менән балыҡ аулау ғына түгел, үҙенә күрә бер фәлсәфә. Мәҫәлән, ошо ерҙе таҙалыҡта тотоуҙы бурысым тип һанайым. Бында йыш килгән балыҡсылар өйрәнеп тә бөттө. Үҙҙәренең артынан сүп-сар ҡалдырмайҙар. Тәүгә килгәндәргә әйтеп ҡуям. Барыһы ла дөрөҫ аңлай, тауыш сығарғандар һирәк. Шуға ла яр таҙа, – ти Геннадий Андреевич.
Әңгәмәләшкән арала байтаҡ ҡына балыҡ аулағанбыҙ. Ҡайтырға ла ваҡыт. Геннадий Белинский менән ҡармаҡтарҙы йыйҙыҡ та икенсе күрешкәнсе хушлаштыҡ. Бында йәнә килермен әле, был урынға Ағиҙел үҙе саҡырып торғандай. Бер нисә көн үткәс, Геннадий Белинскийҙың, дуҫтары менән һыуға һикереү ҡоролмаһы эшләп, балаларҙы ҡыуандырыуы тураһында ишеттек.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Мәскәүҙәрсә”

“Мәскәүҙәрсә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙгә балыҡты “мәскәүҙәрсә” әҙерләргә өйрәтәбеҙ....

Тотош уҡырға 381

Абсолют чемпион

Абсолют чемпион 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Красноярск ғалимдары кеше һаулығы өсөн иң файҙалы балыҡтың исемен атаны....

Тотош уҡырға 475

Щербаковтарҙан кәңәштәр

Щербаковтарҙан кәңәштәр 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

1. Алабуғаны ниндәй балансирға тоторға? Был балыҡты тәүге боҙ аҫтынан ҙурлығы өс-дүрт сантиметр...

Тотош уҡырға 412

Тәжрибә һандығына

Тәжрибә һандығына 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Шөғөлгә тәү башлап тотонғандар балыҡты ҡайҙа, нисек тоторға белмәй аҙапланыусан. Түбәндәге кәңәштәр...

Тотош уҡырға 736

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә”

“Үтәгәндәр атлай башлағас та Ағиҙелгә йүгерә” 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

…2003 йылдың ҡышы. Ҡар туҡтауһыҙ яуыуға ҡарамаҫтан, Ҡариҙел буйына балыҡҡа юлландым. Мәкеләр уйып,...

Тотош уҡырға 707

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул?

Ялтырауыҡ ҡармаҡ. Нимә ул? 12.03.2019 // Эй ултыра балыҡсы...

Мормышка Рәсәйҙә уйлап сығарылған. Ғәжәп: һалҡын һауа торошо беҙҙең илебеҙгә генә хас түгел дә....

Тотош уҡырға 634

Татыулыҡтың сере ниҙә?
Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан!

Таналыҡтан – 15 килолыҡ суртан! 20.01.2019 // Йәмғиәт / Эй ултыра балыҡсы...

Хәйбулла районының Мәмбәт ауылында йәшәгән Нәзим Байғусҡаровты ауылдаштары оҫта балыҡсы һәм һунарсы...

Тотош уҡырға 768

Табышың туйып арыһа...

Табышың туйып арыһа... 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Республикабыҙҙа йыл һайын һәүәҫкәр балыҡсылар конкурсы үткәрелә....

Тотош уҡырға 583

Хәтер һандығына

Хәтер һандығына 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Йылға-күлдәр боҙ менән ҡапланғас та һәүәҫкәр балыҡсылар табыш артынан ашыға. Кемдер күп тота, әммә...

Тотош уҡырға 606

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк

Үҙебеҙ – гидрометеоүҙәк 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ҡайһы ғына балыҡсыны иртәгәге һауа торошо ҡыҙыҡһындырмай икән?!...

Тотош уҡырға 525

Һыла тотабыҙ

Һыла тотабыҙ 19.12.2018 // Эй ултыра балыҡсы...

Ыжғыр бурандар ҙа, көслө ҡар ҙа, ажғыр ел дә һыла тотоуға кәртә була алмай. Уны һәр саҡ рәхәтләнеп...

Тотош уҡырға 638