Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Бәрҙе (хариус) Бәрҙе һалҡын һыулы, шәп аҡҡан йылғаларҙы үҙ итә. Тимәк, улар өсөн тау шарлауыҡтары айырыуса уңай.
Иң эре бәрҙеләр йылғаның ышығына, уға йығылған ағас тирәһенә йәки томбойоҡ араһына йәшенеүсән. Ҡояш ҡыҙҙыра башлау менән һалҡын урынға йыйылалар.
Бәрҙе тотоу өсөн ҡармаҡ ебенең ныҡ һәм нәҙек булғанын һайлау отошло. Уны ярҙан алыҫҡараҡ ырғытырға кәрәк. Ҡалҡыуыс менән тотҡанда, батырғыс ҡуйырға онотмағыҙ, уның менән ырғаҡ араһы 35 – 40 см булһын. Ҡурғаш һыуға төшкәс, ем яй ғына төпкә бата. Бәрҙегә тап шул кәрәк тә инде. Көҙгә ҡарай һыу таҙарғас иһә, күбәләкле ырғаҡ (мушка) ҡулланыу һөҙөмтәле. Уны өс йәки ике асалы 8,5 – 10 һанлы ырғаҡ һайлап, төрлө ҡауырһындарҙан (ерән, һарғылт йәшел төҫлөһө айырыуса һәйбәт) күбәләккә оҡшатып эшләргә кәрәк.
Көн болотло торһа, бәрҙе яҡшы ҡаба. Аяҙ көндә иһә уны кискә табан ғына ҡармаҡларға кәрәк. Көҙгөһөн һыу өҫтөндә осоп йөрөгән себен-бөжәктәргә һикереүсән. Шуға күрә иң уңайы – күбәләкле ҡармаҡҡа тотоу. Уныһы әллә ни ҙур булмаһын, сөнки бәрҙе – ҡурҡаҡ балыҡ. Ҡармаҡ ебегеҙгә бер нисә ырғаҡ ҡуйһағыҙ, ул береһенә әүрәп, икенсеһенә эләгеүсән. Уйнатып йә һикертеп тотоу ҙа уңыш вәғәҙә итә. Ебегеҙ тартылып торорға тейеш. Һыуҙың өҫтөнән ҡапмай башлаһа, емде батырып алырға кәрәк.
Ә ниндәй урындарҙы үҙ итә һуң бәрҙе? Аҙыҡ мул булған ерҙе, ышыҡты, ағас араларын. Төп маҡсаты – аҙыраҡ көс түгеп, күп ашап ҡалыу.
Бәрҙенең оҙонлоғо 55 сантиметрға етә, ауырлығы ике килограмға яҡын. Ҡышҡыһын ул бигүк хәрәкәтләнмәй. Ноябрҙән апрелгә тиклем боҙ аҫтынан ялтырауыҡ ҡармаҡҡа (мормышкаға) тоторға мөмкин. Иң һәйбәт ем – мәңке (ручейник). Ыуылдырыҡ сәскәндән һуң бәрҙе айырыуса яҡшы ҡаба башлай. Емде һикертеп алыу ыңғай һөҙөмтәне тағы ла арттырыр.
Был балыҡтың күҙе бик үткер. Ярҙан йә ағастан төшкән бөжәктәрҙе ҡарап, көтөп кенә тора. Әгәр бәрҙе һеҙҙе күрҙе икән, уны тота алыуығыҙ икеле. Һыу бысранғаныраҡ мәлдә ярға яҡын таҙараҡ урында торорға мөмкин. Был осраҡта мәңкегә йәки башҡа бөжәктәргә тотоу отошло булыр. Көҙгөһөн иһә еңел йылтырмаға ла эләктерергә мөмкин. Бәрҙеләр ҡайһы саҡта һай ерҙәге томбойоҡтар араһында көтөүе менән йөрөй. Мәңке менән туҡлана улар.
Бәрҙе, әйтеп үткәнемсә, аҙыҡты хәйлә менән табырға күнеккән. Оҙонса, йомро, етеҙ һәм көслө был балыҡ Башҡортостандың Ейәнсура, Белорет, Әбйәлил райондарында, Нөгөш, Еҙем буйҙарында осрай. Тәме, тиҙлеге буйынса бағрынан ҡалышмай. Әйтергә кәрәк, улар икеһе лә “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән. Ни өсөн тигәндә, бәрҙеле йылғалар кәмегәндән-кәмей, ҡайһы бер ҡушылдыҡтар бөтөнләй ҡороно. Балыҡтарҙы яһалма үрсетеү алып барылмай. Көньяҡ Урал йылғаларында бәрҙене йыртҡыстарса ҡырыуға кәртә ҡуйырға, һөҙөп тотоу йәки ау ҡуйыуҙы бөтөрөргә кәрәк.

Ҡыҙҙырыу сере

Тотҡан балыҡтарығыҙҙы таҙартып, ағын һыуҙа яҡшы итеп йыуабыҙ. Уларҙы табала йәки сөгөн сүлмәктә ҡыҙҙырыу өсөн он, үҫемлек майы, тоҙ, борос кәрәк буласаҡ. Һуған һәм башҡа тәмләткестәрҙе һалмаҫҡа ла мөмкин, сөнки улар тәмде боҙа.
Балыҡтарға еңелсә генә тоҙ һибеп, 15 минутҡа ултыртып торалар. Шунан һуң ҡыҙған табаға май һалып, онда әүәләнгән балыҡтарҙы теҙеп сығалар. Һарғылт-ҡыҙыл төҫкә ингәнсә ҡурғас, алып, тәрилкәгә бушаталар. Йәшел тәмләткестәр һалырға мөмкин.


Автор: Әсләм КАМАЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне

Олег Ли Башҡортостан киң мәғлүмәт сараларының яһалма зиһен менән төп эш принциптарын билдәләне 16.06.2026 // Йәмғиәт

Журналистар кешеләргә мәғлүмәт киңлегендә йүнәлеш алырға, факттарҙы белергә һәм дөрөҫлөктө ялғандан ......

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы 16.06.2026 // Йәмғиәт

«Башинформ» агентлығының әҙәби мөхәррире Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы...

Тотош уҡырға 0

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы

Комментарий өҫтәргә