Бер һылыуға – бер батыр20.02.2019
Көйөргәҙе районынының Айсыуаҡ ауыл мәҙәниәт йортонда “Һылыуҡай-2019” һәм “Көйөргәҙе батыры-2019” конкурстары үткән. Улар Театр йылына һәм Башҡортостандың 100 йыллығына арналған.

Конкурста райондың иң сибәр, һәләтле, маҡсатҡа ынтылышлы йәштәре ҡатнашҡан. Сығыштарҙа һылыуҡайҙар һәм батырҙар үҙ ырыуы, ғаиләһе, Башҡортостан , яратҡан шөғөлдәре тураһында тасуир иткән, Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” спектакленән өҙөк күрһәткән. Һәр сығышты тамашасылар көслө алҡыштар менән оҙатҡан.



Вернуться назад

Яндекс.Метрика