Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көтөп алған туй
Көтөп алған  туй Баҡсала түтәлдәрҙе йом­шартып йөрөгән Гөл­ба­ныу инәй ҡойма бу­йын­дағы ҡарағат ҡыуаҡтары аръяғында ят тауыш ишетте. Ни­мәлер мыштыр-мыштыр килеп мышнай. Әллә эт, әллә берәй­һе­нең ҡуяны баҡсаға ингән. Инәй, шауламаҫҡа тырышып, ипләп кенә баҫып, тауыш сыҡҡан урынға йүнәлде. Һөйләшкән ке­үектәр. Туҡтап тыңлап торҙо. «Басынды күтәлмә, әтеү төкөй. Сулай-су­лай». – Бер бала кем­гәлер күрһәт­мәләр бирә. Һаҡ ҡына ҡыуаҡтың ботаҡ­тарын ҡайырҙы – дүрт-биш йәштәрҙәге ҡыҙ сабый баланы ҡойма аҫтындағы со­ҡор аша был яҡҡа сығарып маташа. Күрәһең, юлды эттәр яһаған.
– Ана сулай. Осонда ултылып толайыҡ. Молат, һин тауыслан­ма, ялаймы. Мына икмәк алдым. Әсәй әлләлгә онотҡас, өйгә ҡай­тылбыҙ, йәме. – Ҡыҙсыҡ энекә­шенең бите­нән дә һыйпай, ар­ҡаһынан да һө­йөп ала, ҡосаҡ­лаған да була. Сабый уға шундай ышаныс менән баҡҡан – алдында, донъяның ел-ямғыр­ҙарынан һаҡларҙай, уның ҡур­ҡы­ныстарынан ҡурсаларҙай оло бер кеше тиерһең.
Йәтешләп кенә ултырҙылар ҙа икмәк киҫәген бүлешеп ашар­ға керештеләр. Әйтерһең, ике януар балаһы – ышыҡта, бер кемдең дә күҙенә салынмай, бер-береһенә һыйынып ҡына боҫоп ултыралар.
Гөлбаныу ханымдың күҙҙәре йәшләнде. «И-и-и, эскерһеҙ са­быйҡайҙар. Үҙҙәре белгәнсә йә­шәү өсөн көрәшәләр», – тип уй­ланы ул. Бик алыҫта ҡалған иҫтәлектәр күңелен семетеп ал­ды, йөрәген юҡһыныу, оло юғал­тыу тойғоһо быуҙы. Улар ҙа бит – биш бала – бер-береһен ҡур­са­лап, аслыҡ-яланғаслыҡты еңеп сыҡтылар һуғыштан һуңғы ауыр заманда.
Балаларҙы күҙәтеп, байтаҡ ҡына торҙо. Уларҙы ҡурҡытмай ғына, нисек яндарына сығырға белмәй аптыранды.
– Зөһрә, – ҡыуаҡ аша ипле генә өндәште. – Ҡурҡма, был мин, Гөлбаныу инәйең... – Ҡы­ҙы­ҡай барыбер ҡурҡты. Күрәһең, һорама­йынса был яҡҡа сыҡ­ҡан­ға, хужаны күргәс, юғалып ҡалды.
– Беҙ уйнап ҡына ултылабыҙ, – ти­не, аҡланып. Йәнәһе, бер нә­мәгә лә теймәнек. Йәһәтләп ҡус­ты­һының ҡулынан тотоп алды. Күҙ ҡырыйы менән үҙҙәренең яғы­на кире сығыу урынын бай­ҡаны. Сабый, апаһының ҡурҡы­уын һиҙеп, иларға етеште, ирен­дәрен бүлтәйтте.
– Ултырығыҙ шул. Әрләмәйем мин һеҙҙе, – тине Гөлбаныу ха­ным яғымлы ғына. – Йәшенмәк уй­найһығыҙмы әллә? Боҫҡанһы­ғыҙ.
– Уйнамайбыҙ былай. – Зөһрә күҙҙәрен төшөрҙө. – Әсәййән ҡасып утылабыҙ.
– Нишләп улай?
– Мин Молатҡа һөт ҡойоп биләйем тигәйнем, Фаяз белән Ҡаяз аҡайлал, саялып эттеләл. Сынаяҡ төсөп ялылды. Сәлимә апай әлләне, әсәйгә әйтәм, тип. Беҙ ҡасып киттек. Фаяз белән Ҡаяз аҡайлал кәлтә башында йәшенәләл.
– Әйҙә, өйгә инәйек. Сәй эсер­беҙ кәнфит менән, – Гөлбаныу ханым сабыйға үрелде, күтәреп алмаҡ булып.
– Билмәйем! – Бәләкәй генә, си­бек кенә балала ҡайҙан ул тик­лем көс тиерһең – Зөһрә, йылп итеп аяҡ өҫтө баҫты ла, Мо­рат ҡустыһын күтәреп алып, ҡойма аҫтындағы соҡорға, үҙҙә­ре­нең ихаталарына сығыу яғы­на, шылыша башланы. Ҡу­­лын­дағы бә­ләкәс, апаһына сы­тырман йә­бе­шеп, ҡурҡы­шы­нан үҙенә ынтылған кешегә баҡты.
– Алмайым мин Моратты, алмайым. – Гөлба­ныу инәй үҙе артҡа сигенергә мәжбүр булды. Балалар эт йө­рөгән юл­дан шыуышып үҙҙәренең яғына сығып китте.
Күпмелер ваҡыт үткәс, күрше­ләре ихатаһында шау-шыу ишетелде:
– Ошо Зөһрәне, баланы харап итә инде, артынан һөйрәкләй ҙә йөрөй. Мына хәҙер, – күрәһең, әсә ҡыҙына сә­пәп алды. Илау тауышы ишетелде.
Гөлбаныу ханым­дың ут күршеһе – күп балалы йәш ғаилә. Ҡунаҡҡа йө­рө­шөп, яҡындан уҡ ҡатыш­ма­һа­лар ҙа, йомошҡа бер-береһенә инәләр. Ауылда шунһыҙ мөмкин дә түгел. Әле биш балаһы бар Айгөлдөң, алтынсыһына ауыр­лы. Бер-бер артлы бәпәйләгәс, эшлә­мәй. Хәйер, ауылда эш тә юҡ. Аҡсаны ире таба – ул Себерҙә вахтовик.
Гөлбаныу ханым, сәбәп та­бып, күршеләренең хәлен белеп сы­ғыр­ға булды. Үҙе байтаҡ ултырып киткән ҡыҙы менән генә йәшәй. Ире ҡапыл үлеп киткәс, кеше араһына артыҡ сығып та йөрөмәй, өйҙә көңгөр-ҡаңғыр үҙ яйына йөрөп тик ята. Ҡыҙын эш­кә оҙата ла көнө буйы яңғыҙы. Әле бәләкәс бала­ларҙы күргәс, уларҙың донъя­һының остоҡ ҡына бер миҙ­геленә ҡағылғас, ни өсөндөр күңе­ле болоҡһоп ҡуйҙы. Нимәнәндер мәхрүм бу­лып йәшәгән кеүек тойҙо үҙен. Ҡойма аша ғына мәж килеп йөрөгән сабыйҙарға быға тиклем иғтибар итмәүенә аптыраны.
– Айгөл, байтаҡ әйберҙәрем йыйылып киткән икән, кәрәге тейер күмәк ғаиләгә ни, – тине, күршеләренә ингәс, ҙур ғына тө­йөнсөгөн ҡайҙа ҡуйырға белмәй, тирә-яғына ҡаранып.
Өй эсе бигерәк ҡотһоҙ кү­рен­де уға. Бер генә әйбер ҙә үҙ урынында түгел. Телевизорҙы хатта түбәгә еткереп тигәндәй йәтеш­ләп беркетеп ҡуйғандар.
– Үтегеҙ, үтегеҙ, Гөлбаныу апай. Былай беҙҙең бөтә нәмә­беҙ ҙә бар, Аллаға шөкөр… Балалар өйҙөң аҫтын-өҫкә килтерә лә ҡуя шул. – Хужабикә, ҡунаҡ­тың һорау­лы ҡара­шынан оялып, иҙәндә ау­нап ятҡан уйынсыҡ­тарҙы, ке­йем-һалымды, тағы әл­лә нин­дәй әйберҙәрҙе йыя баш­ланы. – Балалар артынан йыйыштыр, тип гел тылҡыйым һиңә. – Ун йәштәр тирәһендәге өлкән ҡыҙы Сәли­мәгә сәпәп тә алды.
– Зарары юҡ, һылыу. Балалы өй күрмәгәнменме әллә… Кил әле миңә, – тип баҡсала уны ятһын­ған бәләкәскә ынтылды.
Зөһрә йәһәтләп Морат ҡусты­һының эргәһенә килеп тә баҫты, уның ҡулын үҙенең усына йом­до. Үҙе әсәһенә һораулы ҡараш ташланы: ҡурҡыныс янамаймы күрше инәйҙән, йәнәһе.
– Балалар ятһырай, – тигән булды Айгөл.
Быға тиклем күршеһе Гөл­баныу апай йомошҡа килһә лә, өйгә ингәне булманы. Тәҙрә аша уны тышҡа саҡырып ала ине, ғәҙәттә. Әле бер сәбәпһеҙ килеп ингән, әйберҙәр килтергән. Ай­гөлгә сәйер күренде был хәл. Аптырағанданмы, ғүмерҙә ҡы­лан­мағанын – ҡыҙына ҡул тей­геҙҙе бер сәбәпһеҙ, ҡөһөрөн төшөрҙө. Әллә нишләп һуҡты ла ҡуйҙы тик торған балаға, үҙе лә һиҙмәй ҡалды.
– Һуғасы, әстер, буштан-буш­ҡа, – тип уныһы үсегеп илап ебәрҙе, көтөлмәгән ҡунаҡтары сығып киткәс.
– Эште белеп эшлә, ҙурһың инде. Ярай, илама тиктәҫкә генә, онотолғас, – тине, аҡланып. Ҡыҙы­ның арҡаһынан һөйҙө, Моратын күтәреп алды, икенсе ҡу­лы менән Зөһрәһен үҙенә ҡыҫ­ты. Әсәлә­ренең күңеле бо­лоҡ­һоп китеүен һиҙепме, тик­тормаҫ игеҙәктәр – Фаяз менән Ғаяз да – шымып ҡалды, барып әсәләренең ботонан ҡосаҡлап алды.
Күршеһе индергән төргәкте асҡыһы килмәне ниңәлер Айгөл­дөң: «Тишерҙәй булып бала­ларға текләп торҙосо, сихырлап индер­ҙеме икән әллә. Бәләһенән баш-аяҡ», — тип соландың мөйөшөнә сығарып һалды уны.
Гөлбаныу ханым үҙен артыҡ тойҙо был йортта. Ни өсөндөр балалар ҙа, әсәләре лә һағайып ҡаршыланы, килтергән әйберҙәренә лә ым­һын­маны. Бигерәк ҡырағайҙар шул. Хәйер, хәҙерге заманда сепрәк-сапраҡ менән кешене әүрәтеүе ҡыйын – осһоҙ тауар магазин­дарҙа ла, кибеттәрҙә лә, ҡулдан һатыусыларҙа ла тулып ята.
Күршеһе менән һүҙҙәре бе­рек­мәгәс, оҙаҡлап ултырманы, тиҙерәк сығыу яғын ҡараны:
– Ҡыҙым эштән ҡайтырға тейеш төш­кө ашҡа, сәй ҡайната һала­йым, – тине, сәбәп табып.
Бала һа­ғынған икән – шуны аңла­ны. Шуға ин­геһе килгән күр­шелә­ре­нә. Ә улары, үҙҙәренең тар донъялары­на мөкиббән киткән мәж­нүндәр, тар­һын­дылар, танһыҡ са­бый еҫен та­тырға, ба­ла­ны һөйөргә лә бирмәнеләр.
Хоҙай улар­ға бер генә ҡыҙ бир­ҙе. Табиптар, икегеҙ ҙә һау-сә­ләмәтһегеҙ, тине. Урын­дағы­лар ҙа, өфө­нөкөләр ҙә. Вол­го­градҡа билдәле клиникаға ла барҙылар – әйткән һүҙҙәре шул уҡ булды. Сихыр ҙа, им-том да ярҙам итмәне. Күрәһең, Аллаһ Тәғәлә бирергә теләмәне баланы бүтән.
Наҙлап, ел-ямғыр тей­геҙ­мәй үҫтерҙеләр Гүзә­лиәләрен. Мох­таж­лыҡ күрмәне, теләгән ри­зы­ғын ашаны, гел матурҙан ке­йе­неп йөрөнө. Бағыулы бала иптәштәре араһында айырылып торҙо. Күңеленә лә матур орлоҡ­тар һала алғандарҙыр – итәғәт­ле, тәртипле ҡыҙ булып буй еткерҙе берҙән-бер балалары. Уҡып алды, аҙып-туҙып, ата-әсәһенең йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтереп йөрөмәне. Хәҙер белеме лә, абруйлы эше лә бар – силсәүиттә ауыл башлы­ғының ярҙамсыһы. Тик шуныһы әсәнең күңелен ҡыра: йәше үтеп бара, кейәүгә сыҡмай.
– Мынау бисәне, бәпкәләрен эйәрткән өйрәкме ни, ҡалайтып китеп бара… Хәҙерге заманда күрә-баға туплы әтәғәрәм ярлы үрсетеп. Ауыры тағы бар үҙе­нең… Балнисҡа юл белмәйме икән әллә, бисура, – Айгөлдөң биш балаһын эйәртеп өйҙәре тапҡырынан үтеп барыуын күҙә­теп торған Гөлбаныу ханым шулай һөйләнде.
– Әсәй, көнләшәһең буғай. Һүҙҙәрең – бер, күҙҙәрең – икенсе, – тине Гүзәлиә.
– Көнләшәм шул… Бәпес табып бирмәгәс үҙең…
– Бәпесте табырға кейәү юҡ та баһа…
– Кейәү үҙе килеп инмәҫ инде өйгә…
– Юҡтар бит ауылда.
– Рәмил, Рөстәм, Илһам…
– Эскесе, ялҡау, ҡарт ишәк…
– Улай булғас, икәүләшеп ғүмерҙе заяға үткәрәбеҙ инде.
– Детдомдан алайыҡ берәй етемде.
– Эйе, кеше балаһын, үҙең түлһеҙ булһаң, бер хәл.
– Белмәйем, улай булғас…
– Тап… Үҙең!
– Ирһеҙме?! Итәгемдә алып ҡайтайыммы?
– Улай тимәйем дә баһа… — Әсә менән ҡыҙ араһында был һөйләшеү Гөлбаныу ханым күр­ше­ләренә инеп сыҡҡандан һуң икенсе көнөнә булды.
– Ҡара әле, ҡыҙым, былар, күр­шеләрҙе әйтәм, аталарын ҡар­шы­ларға барған икән. Ҡай­һылай шатлана балалары… Ҡул­тыҡла­шып алғандар үҙҙә­ре… – Өләсәй булырға хыял­лан­ған ханым урамдан үтеп барыусыларға күҙе ҡыҙып ҡарап ҡалды. Тойғоларын йәшермәне был юлы. Гүзәлиә иһә өндәш­мәне.
Аҙна-ун көн үткәндер:
– Әсәй, таптым!.. – Гүзәлиә өйгә атылып килеп инде.
– Ә?.. Нимә таптың? – Әсәһе һиҫкәнеп китте, аптырап ҡыҙына текләне.
– Кейәү!..
– Нимә?
– Кейәү…
– Ҡайҙа? – Ошо ябай һүҙҙәр аша әсә менән ҡыҙ бер-бере­һенә үҙҙәре өсөн иң мөһим темаға ҡағылышлы мәғлүмәтте еткерҙе. Ҡыҙы кейәү тапҡан, әсәһе уны тиҙерәк күргеһе килә.
– Ҡайҙа, тип ни. Ошонда, ауылда. – Гүзәлиә ултырғысҡа ултырҙы ла башын эйҙе.
– Кем ул? – Әсәһе янына сүгәләне.
– Рөстәм…
– Ялҡаумы?
– Ялҡау түгел икән ул, ә особый, имеш. Силсәүит эше менән өйҙәренә барғайным, иҫем китеп сыҡтым – вис булған нәмәһен ағастан семәрләп эшләп бөткән. Вәт дә-ә-ә. Үҙенең ҡоймалары вайран килеп ҡыйралып ята. Художниктар шулай булалыр инде, – Гүзәлиә уйсан ҡарашын әсәһенә төбәне.
– Ҡулы оҫта уның, бөтә ауыл белә. Итәғәтле лә үҙе, – Гөл­баныу ханым һаумал ҡымыҙға ҡур өҫтәне.
– Күҙҙәре яғымлы ишшу…
– Яусы ебәрәйек!
– Ә?
– Яусы-ы-ы… – Әсәһенә был һүҙҙең мәғәнәһе яңы барып етте шикелле, икеләнеп кенә саҡ һуҙып ҡуйҙы аҙағын.
– Нимә? – Оҙаҡ ултырып киткән ҡарт ҡыҙ менән өләсәй булғыһы килгән ханым бер-береһенә тек­ләнеләр ҙә туҡтай алмай көлә башланылар. «Ха-ха-ха… Хи-хи-хи… Хо-хо-хо…» – был ауаз байтаҡ яңғырап торҙо өй эсендә.
– Яусы-ы-ы… Ха-ха-ха…
– Яусы-ы-ы… Хо-хо-хо… – Күңелдәре булғансы, илағансы көлдөләр.
– Ҡарале, ҡыҙым, йола ла беҙгә ҡаршы булып тора. Яусы­ның килгәнен беҙ көтөп улты­рырға тейешбеҙ ҙә баһа. Ә кил­мәй ҡуйһасы? Әмәлен та­бырға кәрәк. – Гөлбаныу ха­нымдың инде лә ҡул ҡаушырып ултырырға иҫәбе юҡ ине. Ҡы­ҙының йылы һүҙен ишеткәндә, ҡыҙыулатырға булды эште.
Ул иртәгеһенә үк ауылда димсе исемен йөрөткән Мәхмүзә ҡарсыҡҡа юлланды. Мул итеп күстәнәстәр алды. Бер самауыр сәйҙе эсеп бөтөүгә улар алда торған яуаплы һәм сауаплы ғәмәлдең бөтә нескәлектәрен тикшереп, аныҡ ҡарарға килгәй­неләр инде.
Гүзәлиә менән Рөстәмдең туйы өс айҙан һуң гөрләп үтте. Гөлбаныу ханым туйға күршеһе Айгөл менән уның ирен дә саҡырҙы – никахтың түлле булыуын теләне.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 058

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 424

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 955

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 860

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 607

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 214

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 438

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 952

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 504