Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Аманат Оҙон ауыр юл. Шағор-шоғор килгән арба тәгәрмәсе, батҡаҡ өҫтөнә һарҡып өҫкә сыҡ­ҡан һыуҙы сәсрәтеп, күләүек эсенә яртылаш инеп күмелә лә, аҡтарып, һытып, ларс-лорс килеп сыға. Ауҙарылып яуған дәһ­шәт­ле, йәшенле ямғырҙан һуң ойоп ултырған урман һаман уяна алмай иҫәңгерәп ҡалған. Әйтер­һең дә, туҡтауһыҙ һелкенгән арба ыңғайына бәүелә-беүелә барған ике ирҙең ауыр уйҙары тәбиғәткә күсеп уҡмашҡан. Тик ҡайын, йүкә ағастарының япраҡ остарында ҡалған мул шаян ямғыр тамсылары, ауыр һиллеккә ҡаршы сығып, ҡояш нурҙары менән үсекләшеп, йымылдығын сыға. Бар гүзәллек, йәшәйеш ошо бәләкәй генә ямғыр тамсыларына инеп йәшеренгән төҫлө.
Ике яҡлап йығылып үҫкән ҡыуаҡлыҡ­тар­ҙы айырып, арба юлы алға бара. Бара тор­ғас, шашып үҫкән үләндәр араһында кинәт кенә юғала ла тағы килеп сыға. Тәгәрмәскә шорҡолдап һуғылған үләндән тамсылар һеркелдәп ергә түгелә, шул ыңғайы таралған хуш еҫтәр танауҙы иркәләп ҡытыҡлай.
Дилбегә тотоп, арҡыры ятып килгәненә илле йәштәр самаһы барҙыр. Һуғыш бөткәненә байтаҡ йылдар үтһә лә, һалдат гимнастеркаһын ҡат-ҡат ямау һалып кейгән. Был — ат хужаһы Саҙрислам. Эш буйынса райүҙәктән ҡайтып килә. Ә эргәһендә кәкрәйеп ултырғанының ап-аҡ сәстәренә, үтә лә йоҡа кәүҙәһенә ҡарағанда, ҡырҡ биш йәш самаһылыр. Ә ысынында уға — утыҙ биш. Кейем генәһенең дә кейем тип әйтерлеге лә ҡалмаған, иҫкереп, өлтөрәп бөткән. Үҙе ялбыр ҡаштарын ҡуша төйнәй биреп, моңһоу ҡараштарын урман төпкөлөнә төбәп, ауыр уйға батҡан. Быныһы инде Ғәлинур була. Ауыр сылбыр булып теҙелеп, бер-бер артлы үткән һуңғы йылдарын күҙ алдынан үткәреп барлай.
— Шулай итеп, ҡустым, Әхтәм мырҙа ме­нән бергә һуғыштыҡ, тиһең инде, — тип тын­лыҡ­ты боҙҙо ат хужаһы. — “Хәбәрһеҙ юғал­ды” тигән ҡағыҙ алһаҡ та, өмөтһөҙ шайтан ғына, тип әйтәләр бит, терелер, бер ҡайт­маһа, бер ҡайтып төшөр әле тип көткән инек, бына нисек булып сыҡҡан икән... Ике юлсы араһында тағы ла ауыр тынлыҡ урынлашты.

* * *
— Һин дә мин, тыныс йәшәп ятҡан ерҙән һуғыш сығып, кемдең генә башына етмәне инде, ҡәһәрең, — тип уйынан арынып, ауыр һулап, хәбәрен дауам итте Ғәлинур. — Ул көндә йәйләүҙә инем. Һуғыш башланғанын әйткәстәр, халыҡ зыҡ ҡубып, ҡымжый башланы. Ҡатын-ҡыҙҙар сыр-сыу килеп илаша, ҡайһы берәүҙәр шаңҡып ҡатып ҡалған, ҡайһылары: “Юҡты һөйләйҙәрҙер, булмаҫ. Буш хәбәрҙер ул”, — тип иждиһат итмәй, башҡаларҙы тынысландырырға тырыша. Бала-саға ҡурҡышынан ҡыуаҡлыҡтар артына йәшеренгән, ә бәғзеләре урманға ҡасҡан, йәнәһе лә, ниместән йәшенәләр. Хәйер, ул ваҡытта бындай мәхшәр бөтөн илебеҙҙә ҡупҡайны.
Ун һигеҙем яңы тулған саҡ, шунда уҡ военкоматҡа саҡыртып, фронтҡа алдылар. Яҡындағы ыстансаға ат менән алып барып, зыҡ ҡубышып оҙатып ебәрҙеләр. Эшелон-эшелон алғы һыҙыҡҡа оҙатылған һалдаттар менән бергә тәүгеләрҙән булып мин дә һуғышҡа киттем.
Вагонға ингәс, бер аҙ албырғап торҙом, шунан, ары үтеп, буш урынға ултырып ал­дым. Бында ла төрлө милләт һалдаттары үҙ-ара мәж килә. Вагондың бер осонда йыр­лайҙар, бәғзеләре тиҙ арала дошманды дөмөктөрөп ҡайтырға план ҡороп, әллә ниҙәр һөйләшә. Араларында шым ғына уйға батып, үҙҙәренә йомолоп барғандары ла бар. Уларҙы ла аңларға була, ҡунаҡҡа түгел, һуғышҡа китеп барабыҙ бит. Вагон сте­на­һы­на моңһоу ғына һөйәлеп ултырған һалдатҡа иғтибар иттем. Үҙебеҙҙең халыҡ таһа тип, яйы сығыу менән эргәһенә шылып ултырып алдым. Һөйләшеп киттек тегенең менән.
— Миңә егерме бер йәш. Исемем — Әхтәм. Ҡатыным, Йәмил исемле улым бар, — тип үҙе менән таныштырҙы.
— Мин — Ғәлинур, кәләш алмағанмын! — тинем, шулай һүҙгә-һүҙ бәйләнеп китте. Ул урман яғынан икән.
Оҙон юл буйына әллә күпме хәбәр сурытып, бер-беребеҙҙе белеп бөттөк тигәндәй. Йор һүҙле Әхтәм үҙенең колхозда өйрәтеп йөрөгән айғыры тураһында айырыуса әсенеп һөйләне.
— Ҡолондай ғына сағынан ашатып, ҡулға эйәләштереп алған инем. Мине күрһә, та­уыш биреп кешнәп, дөңкөлдәтә баҫып, әллә ҡайҙан сабып килеп етә. Һыбай менеп йөрөй башлағайным. Быйыл бесәнгә егерем тиһәм, һөрә тартыуға лә һәүетемсә һәйбәт бара, йөк ташыуға ла һәләк шәп кенә ине, булма­ны инде. Кем ҡулына эләгер инде… Ауыл­да сатан Мөҙәрис тигән кеше бар. Һөмһөрө ҡойолоп, йөрөгәне менән тиҫкәре бер әҙәм. Үҙенең тыумыштан булған ғәриплеге өсөн кемдән, нимәнән үс алырға белмәй йөрөгән кеүек. Атты бирһәләр, бөтөрә инде. Шул хәт­лем малға ҡаты. Председатель Кәрим ағайға әйткән инем: “Рәйес ағайға бир”, — тип. “Беҙ бында ҡалырбыҙ тиһеңме әллә? Арты­ғыҙ­ҙан беҙҙе алып китерҙәр. Бынауындай мәх­шәр­ҙә нимә булырын белеп тә булмай”, — тине. Аныһы шулай инде, хәҙер мал ҡай­ғы­һы­мы ни, бөгөн нимә булырын белеп булмай. Кәләште әйтәм, атайҙар менән бергә, би­решмәҫ тә ул. Уның өсөн шуға ҡурҡмайым да…
Моңһоу күҙҙәренән осҡон сәсрәтеп:
— Ҡара әле, бер ике-өс айҙа ниместәрҙе дөмөктөрөрбөҙ ул, эйе бит? — тип һорап ҡуйҙы.
— Мин дә шулай тип уйлайым да ул. Күпкә бармаҫ был һуғыштары, — тим, Әхтәмде йөпләп. Бара торғас, хатта бер туғандай яҡын да булып киттек. Бер станцияла төшөрөп беҙҙе атырға, пулемет, пушка менән эш итергә өйрәттеләр ҙә Брест ҡәлғәһен обороналарға ебәрҙеләр.
Өҫтөбөҙгә туҡтауһыҙ ҡурғаш ямғыр яуа, эргәлә генә туптар шартлай, баш күтәрер әмәл юҡ. Әҙ-мәҙ генә туҡтаған ваҡытта беҙ уның менән һөйләшеп, тыуған яҡтарҙы иҫләп, күңелдәрҙе бүҫкәртеп алабыҙ. Бер ваҡыт тынлыҡ мәлендә Әхтәм эргәмә шыуышып килеп, ҡырын ятып алды. Арыу уҡ ҡына күккә ҡарап торҙо ла ауыр көрһөндө:
— Ҡара әле, күк тып-тыныс, ауылда бе­сән ваҡытында күккә ҡарап ятырға ярата тор­ғайным. Беҙҙекеләр нишләй икән? Моға­йын, ураҡҡа төшкәндәрҙер. Минең атты кем егә икән, һәләк шәп бит ул. Кешеһенә эләкһә, уның менән әллә нимәләр ҡыйратырға була…
Ҡаты алыштан арына алмай, аҡтарылып ят­ҡан ергә ҡарап, дары еҫе тулған һауаға ерәнеп, дошмандарға нәфрәт менән янға­нымда, дуҫымдың үҙен тып-тыныс, етмәһә, бер нәмә лә булмағандай, тыуған яғын иҫләп ятыуы аптыратты ла, һоҡландырҙы ла. Ҡапыл Әхтәм ырғып торҙо ла:
— Ғәлинур, әйҙә, һүҙ ҡуйышайыҡ, — тине. Йәнә тора биргәс, әкрен генә дауам итте. — Һуғыш береһен дә аямай. Бер минуттан, хатта бер секундтан нимә булырын да бел­мәйбеҙ. Беребеҙгә берәй хәл була ҡалһа, икенсебеҙ ту­ған­дарҙы барып күреп, барыһын да һөйләһен. Әгәр ҙә икебеҙ ҙә иҫән-һау ҡайтһаҡ, үлгәнсе ҡатнашып йәшәрбеҙ! — Ул мине ҡаты итеп ҡыҫып алды. Ҡосаҡлашып, бер-бе­ре­беҙҙең арҡаһынан гөпөлдәтеп һөйәбеҙ, ә күҙҙәрҙән йәш тама.
Бер ваҡыт түш кеҫәһенән Әхтәм аҡ сепрәккә төрөлгән бер нәмә сығарҙы. Аптырап, был нимә икән, тип ҡарауыма:
— Комсомол билеты. Шул көйө генә һаҡлап йөрөйөм әле, кәләштән килгән хатты ла бергә һалып ҡуйғанмын. — Төргәкте һаҡ ҡына асып, үҙе ҡәнәғәт булып, мә, уҡый­һыңмы тигәндәй миңә хатты тотторҙо ла, комсомол билетын матурлап төрөп, ҡәҙерләп һалып ҡуйҙы.
— Кәләштең хаты ике ай буйы килгән дә ҡуйған. Теге атымды ла һуғышҡа оҙат­ҡан­дар. Башҡорт кавалерияһы төҙөлөп, һу­ғыш­ҡа алып киттеләр, тип яҙған. — Шул саҡ Әхтәм­дең йөҙө ҡараңғыланды, өңрәйеп ябыҡ­ҡан йөҙөндә йыйырсыҡтар барлыҡҡа килде. Ултырған урынынан услап, ҡыҙыл балсыҡ тотто. — Эх, сволочтар, беҙгә генә түгел, хәҙер аттарға йәбешергә мәжбүр иткәндәр. Барыбер башығыҙға етербеҙ.
Арала тынлыҡ урынлашты, кәләшенән килгән хатын ҡат-ҡат уҡып, мин дә тынып ҡалдым.
Артабан беҙҙе Минск — Смоленск йүнә­лешенә күсерҙеләр. Европала күп илдәрҙе баҫып алып, баштан-аяҡ ҡоралланған дошманға ҡаршы тороу ауыр ине.
Ҡапыл эргәлә дарҫ итеп ер ярылды. Көс­лө һауа мине йәнтәслим әллә ҡайҙа осорҙо. Ер менән күк тигеҙләнде. Гөрһөлдәп туптар шартлай, шатор-шотор ағастар ауа. Нимә булғаны аңлашылмай ҙа. Донъя баштүбән әйләнгән. Башым һеңкеп, оҙаҡ ҡына ҡайҙа ер, ҡайҙа күк икәнен аңғармай яттым. Шунан үҙемдең контузия алғанымды аңланым. Яртылаш күмелгән балсыҡ аҫтынан саҡ ҡалҡынып, ҡулдарым менән ерҙе тырмап торорға тырышам. Аяҡ быуыны тотмай, кире ларҫ итеп ергә ҡолайым да ҡуям. Шулай күпме ваҡыт ятҡанымды ла хәтерләмәйем, иҫемә килеп, көскә тороп ултырҙым.
Осло, ялтыр итектәре менән таш типке­лә­гәндәй, немец һалдаттары типкеләп, беҙ­ҙе­келәрҙе ҡарап йөрөй. Аңлауымса, беҙҙе бер урынға йыйырға маташалар. Ыңғырашҡан тауыштар ишетелә. Ҡаты яраланып, урынынан тора алмай ятҡандарҙы шунда уҡ атып китәләр. Тора алғандарын, мылтыҡ төйҙәһе менән туҡмап, этеп-төртөп бер урынға йыялар. Бер ротанан ҡырҡлап ҡына һалдат ҡалған.
Әсирлеккә төшкәнебеҙҙе аңланым. Башымды саҡ күтәреп, үҙебеҙҙекеләр торған яҡҡа ыңғайланым. Әхтәм дә бар ине улар араһында. Битенә ер ҡатыш балсыҡ уҡмашып ҡатҡан. Иң башынан күлдәге йыртылып, һәлберәп тора, һул ҡулы уңының беләген тотҡан, бармаҡтары араһынан ҡан аға. Яй ғына эргәһенә барып торҙом. Ул нимәлер әйтте, ләкин мин ишетмәнем. Немецтар һәр һалдатты тентеп, кеҫәләрен ҡапшай башланы. Шул саҡ бар көсөмдө йыйып, шыбырлап:
— Комсомол билетыңды ырғыт, ергә тупраҡ менән ҡуша тапайбыҙ, — тинем. Әхтәмдең ирендәре ҡыбырланы, тик мин уны тағы ла ишетмәнем. Ул быны эшләргә теләмәгәнлеген аңланым. Сират Әхтәмгә лә етте. Кеҫәһенән комсомол билетын аҡтарып сығарҙылар… Шулай итеп, Минск — Смоленск йүнәлешендә беҙ әсирлеккә төштөк.
Арыу уҡ араны йәйәүләп үттек, ҡайһы ерҙә, ҡайҙа барғаныбыҙҙы ла белмәйбеҙ. Колоннанан ситкә сығырға ла, артта ҡалырға ла ярамай. Яҙа баҫһаң, йә аталар, йә резина таяҡтары менән йыға һуғалар ҙа ҡуялар. Ҡаршылашҡан ике һалдатты шунда уҡ атып йыҡтылар. Күптәрҙең яраһын күлдәктәре менән бәйләп, уртаға алып һөйрәп, күтәреп тигәндәй алып барабыҙ. Улар ныҡ торорға тырышып, ыңғырашҡан тауыштарын да сығармай. Эйе, һәр ҡайһыбыҙҙа йәшәү теләге көслө ине. Ә немец һалдаттары өсөн атып йығыу бер ни ҙә түгел. Нисә көн барғанбыҙҙыр, иҫәпләгән кеше булманы, шулай итеп, ваҡыт иҫәбе лә юғалды.
Артабан ауыр йөк машиналарына төрт­кө­ләп тейәп, Германияға алып киттеләр. Юлда ауыр яраларынан йә аслыҡтан үлгәндәрҙе үҙебеҙҙән төшөртөп ҡалдырталар. Түмәр һымаҡ тәгәрләп ятып ҡалған мәйеттәргә ҡарап эстән ыңғырашһаҡ та, тыштан һиҙҙермәнек. Бынан һуң, әмәлһеҙлектән күңелдәр ташҡа әйләнде. Мең михнәттәр менән эт тә ашамаҫ ризыҡтар ашап, ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа нисек, көн-төндө белмәй Варшава ҡалаһы эргәһендәге бер нисә ҡат ҡалын тимер сыбыҡ менән уратып алынған Седльце лагерына барып еттек.
Иртәгәһенә беҙҙе, әлһерәгән тотҡон­дар­ҙы, тышҡа сығарҙылар ҙа соҡор ҡаҙ­ҙырт­тылар. Аҙаҡ сытыр ташытып, үҙебеҙҙән үк ут яҡтырҙылар. Бына шунда ыҫпай, таҙа итеп кейенгән, төҙ кәүҙәле фашист комсомол билеттарын сығарҙы. Фамилияларҙы уҡып, шуларға өс аҙым алға атларға ҡушты. Шул ваҡыт ике немец һалдаты алға сыҡҡан алты әсирҙе аяҡ-ҡулынан тотоп, тереләй утҡа ташланы...
Беҙ, йөрәктәр генә түгел, тотошлай ташҡа әйләнгән тотҡондар, сараһыҙҙан күҙҙәрҙе сы­тырҙатып йомоп, тораташтай ҡатып ҡал­дыҡ. Әхтәмгә сират еткәс, сайҡалып киттем, ҡал­ғанын хәтерләмәйем. Ике яҡтан ҡо­ла­ма­һын өсөн ҡыҫып тотҡан ике әсир: “Бирешмә. Үс итеп, аяғыңда ныҡ итеп баҫып тор-р-р”, — тигән һүҙҙәрен томан араһынан ғына ишетәм. Дөрләп, шатырҙап янған ут йәш шаршау аша ғына күренә. Ә ут уның һайын шашып, ҡотороп ҡуйы ҡара төтөн сығарып янды ла янды, янды ла янды… Аяҡтарҙы саҡ һөйрәп, әлһерәп лагерь яғына атланыҡ.
Кискә табан ябыҡ оҙон немец һалдаты ке­йем­дәрҙе алмаштырырға ҡушып, аҡ-ҡаралы кейемдәр ҡалдырҙы. Беҙҙе ҡайҙа­лыр алып киттеләр. Унда үҙем һымаҡ тире­ләре һөйәктәренә ҡуша йәбешеп, йонсоған, иҫәпһеҙ-һанһыҙ тотҡондарҙы күреп иҫем китте. Исем өсөн аш тип әйтерлеге лә юҡ. Ағас онтағы ҡушылып бешерелгән икмәк менән әллә ниндәй үләндән бешерелгән йыуынты. Сәй ишараһындағы нәмәне ҡайһы саҡ бирәләр йә юҡ. Улай ғына ла түгел — ҡайһы ваҡыт бөтөнләй ашатырға оноталар.
Үҙ-ара бер-беребеҙҙе белеп, таныша баш­ланыҡ. Минән башҡа беҙҙең яҡтан Мә­жит, Ғәйзулла, Ғәлимйән һәм башҡа мил­ләт­тән дә әсирҙәр бар. Арабыҙҙағы дала егете Әлим күтәренке күңелле, сос ҡына күренә.
Көн дә карьер ҡаҙыйбыҙ, таш сығарабыҙ. Барлыҡ эш ҡул көсө менән башҡарыла. Баш күтәрерлек әмәл юҡ. Дошман һаҡсылары мылтыҡтарын уйнатып ҡына тора. Әсирҙәрҙе себен урынына ла күрмәйҙәр. Ә улар сыҙағыһыҙ көнкүреш шарттарында көндән-көн көсһөҙләнә, сиргә һабыша бара.
Йоҡонан торғансы, таш соҡоған ерҙә, күҙ алдында көн дә байтаҡ әсир үлә. Кискеһен йыйып, бер соҡорға күмәбеҙ.
Бер мәл йоҡларға ятырға әҙерләнгәндә Әлим эргәгә килеп:
— Көн йылытыуға тарта башланы. Бынан беҙгә бер әмәлен табып һыпыртыр кәрәк, — тине.
— Нисек? — Көтөлмәгән шатлыҡлы хәбәрҙән иҫәңгерәп, тын да ала алмай торам. Был һүҙҙәр миңә көс өҫтәне.
— Уныһы минең эш, күптән уйлағанмын, үҙебеҙ менән ҡасырға ныҡлы, бирешмәҫтәй егеттәрҙе ҡарап, аңғарт. Һиҙҙермәй генә бер тирәрәк йөрөргә кәрәк.
Шунда уҡ шыпырт китеп тә барҙы. Эштең етди икәнен төшөндөм. Яңылыш бер аҙым атлаһаң, бөттө баш, аҙағын күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Ҡасырҙайҙарҙы ла һайлай белер кәрәк. Һатлыҡ йәндәргә юлыҡһаң, хәтәре эләгәсәк. Хәйер, минең өсөн барыбер, көн дә үлем менән көрәшеп, мең михнәт сигеп, әсирлектә йөрөгәнсе, әжәлең мең артыҡ, тип уйлайым. Бер аҙналай самаһы ваҡыт үтте. Әлим тағы ла шыпырт ҡына эргәгә килеп етте.
—Уйланыңмы?
— Дүртәүҙе иҫкәрттем.
— Ярай, яҡшы. Ошо арала яйын сығарып, йәтешләрбеҙ. Тик һиҙеп ҡалмаһындар.
Ҡасырға тәүәккәлләгән әсирҙәр бер ер­ҙә­рәк эшләргә тырыштыҡ. Күҙ ҡараш­тарыбыҙ менән аралашып, аңлашып та алабыҙ.
Икенсе көнөнә Әлим яйын сығарып:
— Бөгөн иртәнән бирле һәйбәт итеп “байрам” итәләр, беҙҙә эштәре булмаҫ, уяу булығыҙ, төн урталары еткәс, һеҙ ишетерлек итеп ике тапҡыр ғырылдармын, шунда ут яҡтыһы төшмәгән ерҙән, ҡараңғы үҙәк буйлап анау урман яғына шыуыша башлағыҙ, унан күҙ күрер. Аллаға тапшырып, ҡуҙғалырбыҙ. Башҡаларҙы ла иҫкәрт.
— Аңлашылды, — үҙ ҡолағыма үҙем ышанмай иҫәңгерәп торҙом. Саҡ зиһенемде йыйып, тағы ла дауам иттем. — Ғәйзулла беҙҙең менән ҡуҙғала алмай. “Эсем китә, тамам әлһерәнем. Күпкә бармам, үлемем ошо немец ерендәлер. Һеҙ миңә ҡарамағыҙ, ҡуҙғалығыҙ, бәхилләшеп ҡалырмын”, — тине. Бик бирешкән ул. Беҙ өсәүләп тәүәккәлләйбеҙ инде.
— Уныһы насар. Ярай, Хоҙай шулай ҡушҡандыр, мин дә бер нисәүҙе иҫкәрткәнмен, — тип китеп тә барҙы Әлим.
Шул саҡ тыуған яҡтар иҫкә төштө. Хуш еҫле яландар, туғандар бер минут эсендә күҙ алдынан үтте. Таш булып ҡатҡан күңел йомшарып, күҙгә йәш эркелде.
Төн уртаһын күҙҙәрҙе селт тә итмәй көтөп алдыҡ. Беренсе ғырылдауҙы ишетеү менән әйтелгән йүнәлештә шыуыштыҡ. Тиҙ арала бер нисә ҡатлы сәнскеле тимерҙе осло таш менән ҡырҡып, иреккә сыҡтыҡ. Һаҡсылар ғына түгел, хатта һаҡ ҡолаҡлы эттәр ҙә һиҙмәй ҡалды.
Таң һыҙылғансы һигеҙ әсир һәүетемсә араны йүгереп үтеп, ҡуйы шырлыҡ эсенә инеп өлгөрҙөк. Емеш-еләк, үлән тамыры, ағас ҡайыры ашай-ашай атланыҡ та ат­ла­ныҡ. Урынына, ауылына ҡарап, һоранып ик­мәк алабыҙ, ләкин был бик һирәк тура килә ине, сөнки үтә лә һаҡ булырға кәрәк. Алмаҡ-һалмаҡ ҡына йоҡлап алабыҙ ҙа тағы ла атлайбыҙ. Хәл юҡ, аҡтыҡ көсөбөҙҙө йыйып ынтылабыҙ. Аслыҡтан күҙ алды ҡараң­ғылана. Икәү шешенеп, аслыҡҡа бирешеп үлеп ҡалды. Урманда ҡасып, совет иленең еңгәнен дә белмәй ҡалдыҡ. Мең михнәт менән Тыуған илгә ҡайтып йығылдыҡ.
Туғандарҙы күреп, хәл-әхүәлдәрҙе бе­леш­кәс, Әхтәм дуҫ мәрхүмдең туғандарын барып күрергә ниәтләнем. Тик күрәһеләрем алда булған икән. Өйҙә бер көн дә булманым, башланды бит мине саҡыртыуҙар, тикше­реү­ҙәр. Ауылдан сығырға ярамай. Бер аҙым яҙа баҫып ҡара… Йәнәһе лә, немецтар ме­нән бәйләнеш тотоп, шпион булып ҡуй­ма­йым. Ә күҙ алдынан ҡара төтөн китмәй, ут дөрләп яна. Уның һайын йөрәгем нығыраҡ ҡыҫа. Төндәрен һаташып уянам, ә ысҡынып сығып булмай, көн-төн күҙәтеү аҫтындамын. Хатта мине күрше коммунға беркетеп ҡуйҙылар. Йәнәһе, һәр аҙымым тикшереү аҫтында булырға тейеш. Күп тә тормай, суд булды. Ултыртып ҡуйҙылар. Ун йылым төр­мәлә үтте. Немец лагерында бер иҙелһәк, үҙебеҙҙекеләрҙән күрмәгәнде күрҙек. Фашис­тан кәм түгел. Әҙәм балаһы бөтәһенә лә түҙә, тип дөрөҫ әйткәндәр. Сыҙаныҡ. Үлә ҡалһам, мәрхүм дуҫтың алдында бурыс менән китәм икән, тип уйланам үҙем. Әжәлең етмәһә, ҡайҙа ла тере ҡалаһың икән ул. Ҡотолоп, иҫән-һау ҡайтып төштөм.
Бөгөн Тыуған илгә тоғро ҡалған иптәшем Әхтәм мәрхүмдең аманатын үтәргә китеп барыуым. Аҙым һайын һағалап торған үлемдән ошо изге бурыс һаҡланы ла инде мине. Эйе, эйе, ошо аманат һаҡланы…






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 624

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509