Тоҡомсолоҡ заводы ни хәлдә?01.03.2019
Дүртөйлө районының ауыл хужалығы предприятиелары хеҙмәткәрҙәре үткән осорға йомғаҡ яһап, ошо йылға пландар билдәләне. “Победа” тоҡомсолоҡ заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең отчет йыйылышында өлгәшелгән уңыштар менән бер рәттән, үҫемлекселектә, малсылыҡ тармағындағы етешһеҙлектәргә лә ҙур иғтибар бирелде.

Район иҡтисадында ҙур урын биләгән, үҫеш өсөн бөтә мөмкинлектәре булған предприятиеның хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәт белдереп, район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Риф Йосопов предприятие етәксеһенә Почет грамотаһы тапшырҙы.

Ауыл хужалығы предприятиеһының етәксеһе лә яңырҙы – был яуаплы йөктө хәҙер Данис Ишмаҡаев үҙ өҫтөнә аласаҡ.





Вернуться назад