Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Малсылыҡ – тырыштар иңендә
Малсылыҡҡа, үҫемлекселеккә нәҡ ауылда тыуып үҫеп, яҙмышын ер менән бәйләргә батырсылыҡ иткән егеттәр генә тотона ул. Ауыр, яуаплы эш ялҡауҙарҙы үҙ итмәй, был тармаҡты уңғандар ғына һайлай, минеңсә. Краснокама районы Мажар ауылынан Рөстәм Шакиров — ана шундай йүнсел фермерҙарҙың береһе. 2012 йылда ул тыуған ауылында һис икеләнеүһеҙ крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп ебәрә һәм бөгөн уңышлы эшмәкәрлек алып бара.

Рөстәм Наил улы бер йылдан һуң дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшә. Күрһәтелгән ярҙамға ул, элекке “Игенсе” колхозының буш торған һөтсөлөк фер­ма­ларын һатып алып, ремонт үткәрә, заманса ҡо­рамалдар менән йыһазландыра, ялан кәртәләр төҙөп, силос соҡорҙары булдыра. Тәүҙә уңған егет Дүртөйлө районынан 20 баш тоҡомло тана һатып ала. Эште башлап ебәреү ҡыйынға тура килә, әммә бирешмәй Рөстәм: мал һанын ишәйтеү маҡсатын ҡуйып, шуға ярашлы эшләргә һәм уңыш алырға өйрәнә. Шәхси хужалығындағы техникаһы тәүге ваҡытта ҙур таяныс була, аҙаҡ яйлап иҫкеләре янына яңылары ла өҫтәлә.

Был эшкә тотоноп киткәнсе Рөстәм Шакиров нефть эшкәртеү тар­мағында хеҙмәт сынығыуы үтә, әммә, ҡыҫҡар­ты­лыуға эләгеп, хеҙмәт урынын ҡалдырырға тура килә. “Ғаиләне нисек тә булһа ҡарарға кәрәк, аҡсаны берәү ҙә килтереп бирмәҫ, тип уйлап, атай-әсәйем менән кәңәшләшкәндән һуң, үҙемде малсылыҡта һынап ҡарарға булдым, — ти Рөстәм Наил улы. — Тәүҙә Себергә сығып китергә лә уйлағайным. Яңы эш башлаған фермерҙарға дәүләттән ярҙам бүленеүен ишетеп, Себергә китеү уйынан туҡтап ҡалдым. Шөкөр, үкенмәйем: бөгөн хеҙмә­тем ҡыуаныс та, табыш та килтерә”.

Бөгөн фермер 200 гектарға яҡын ерҙе эшкәртә. Малға ашатыу өсөн күп йыл­лыҡ үләндәр сәсә, иген культуралары ла үҫтерә. Киләсәктә мал һанын ишәйтеүҙе, ер майҙанын арттырыуҙы ниәтләй фермер.

Хужалыҡта ҡара-сыбар тоҡом­ло 80 баштан ашыу һыйыр малы аҫрала, бынан тыш, йылҡыһы ла бар. Көнөнә 300 литрҙан ашыу һөт һауалар, әҙер продукция Илеш һөт комбинатына оҙатыла. Һатыуҙан килгән табыш хеҙмәт­кәрҙәргә эш хаҡы түләүгә, ремонтҡа һәм башҡа кәрәк-яраҡҡа тотонола. Ғөмүмән, Рөстәм Наил улы был тармаҡты бик отошло һанай, сөнки баҙарҙа иткә, һөткә ихтыяж бар.

Әле хужалыҡта мал ҡышлатыу уңышлы бара. Мал аҙығына ҡытлыҡ юҡ, фермерға ата-әсәһе, туғандары, дуҫтары һәр саҡ ярҙамға килә икән. Атаһы Наил ағай ғүмер буйы колхозда эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Бөгөн ул — улына тоғро ярҙамсы, оло кәңәш­се. Әйткәндәй, фермер өс ауылдашына эш урыны булдырған.

— Уңған, тырыштарҙы ихтирам итәм, уларҙың хеҙмәтен баһа­ларға тырышам. Хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, шәхси ихата­һында мал тотоусылар бесән-һалам менән тәьмин ителә, — ти фермер.


Автор: Самат ҒӘЛИН
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 317

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 378

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 333

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 283

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 356

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 331

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 320

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 256

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 487