Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙырған мәл04.09.2018
Тырыш хеҙмәт яҡшы баһалана

Баҫыуҙарҙы иңләгән ҡеүәтле комбайндарҙы шағирҙар юҡҡа ғына диңгеҙҙәрҙе гиҙгән караптарға тиңләмәйҙер. Ҡалмашбаш бригадаһының йәйрәп, тулышҡан башаҡтарын түбән эйеп, талғын елгә тулҡынланып ятҡан иген баҫыуҙары иртәнән кискә тиклем гөр килә. Ужым бойҙайы һуҡҡан туғыҙ “Нива” комбайны, тағылмалы ике КамАЗ машинаһы бөгөн туҡтауһыҙ эшләүен дауам итә.


– Көндөң һәр сәғәте ҡиммәт, – ти агроном Фоат Зәйнуллин. – Ҙур тырышлыҡ менән үҫтерелгән байлыҡты әрәм-шәрәм итеүгә юл ҡуйырға ярамай. Егеттәр кискә тиклем ошо баҫыуҙағы эште тулыһынса тамамларға иҫәп тота. Техника иртәгә башҡа бригадаларға күсә.

– Тәбиғәт тә һеҙгә рәхимлек күрһәткән, ахыры, Фоат Фларит улы. Кәйефегеҙгә ҡарағанда, быйылғы уңыш һеҙҙе ҡәнәғәтләндерә төҫлө…

– Өс йыл инде бойҙайҙың “скипетр” сортын сәсәбеҙ. Былтыр гектарынан 71 центнер уңыш алып ҡыуанғайныҡ, быйыл да һынауҙы яҡшы үтте – һәр гектарҙан 65 центнер. Тәбиғәт факторҙарына ярашлы орлоҡто һайлай белеү отошло. Мәҫәлән, “скипетр” сорты ҡоролоҡҡа бирешмәй, яҙғы ҡырауҙарға тотороҡло, һабаҡтары көслө, елгә йығылып бармай. “Московский-40” сортын да сәскәнбеҙ, уның да уңышы яҡшы. Яҙғы бойҙайҙың “экадо” сорты ла тәбиғәт ҡырыҫлығына бирешеп бармай. Ғөмүмән, нимә сәсһәң – шуны ураһың, орлоҡто һайлай белеү ҙә, тәбиғәт шарттары ла мөһим игенсе өсөн, – ти агроном.

– Көндәрҙең бер аҙ һалҡынайтыуы эшкә ҡамасауламаҫмы һуң?

– Кисә арпа һуҡҡанда дымлылыҡ 15 процент ине. Уңыш йыйыу өсөн бик ҡулайлы. Ямғыр яуып ҡына кәйефте боҙмағайы. Бөтә техниканы эшкә еккәнбеҙ. Ҡеүәтле “Акрос”, “Нива” комбайндары (бөтәһе 48) көнө-төнө баҫыуҙа, егеттәребеҙ иртәнән кис ысыҡ төшкәнсегә тиклем иген һуға.
“Баҙы” ауыл хужалығы предприя­тиеһы эшсәндәренең республикабыҙҙа ғына түгел, илебеҙҙә иң алдынғы позицияла тороуын, йыл да үткәрелгән “Алтын көҙ” агросәнәғәт күргәҙмә­лә­рендә призлы урындар яулауын яҡшы беләбеҙ. Саҡмағоштар быйыл да һынатмай, 300 гектар майҙанда борсаҡ йыйып алынған, ошо көндәрҙә орлоҡ өсөн сәселгән рапсты сабып алмаҡ­сылар. Игенселәрҙең ҡара көҙгә тиклем мәшәҡәттәре етерлек: һалам эҫкерт­ләйһе, ерҙәрҙе яҙға әҙерләйһе бар.

Тырыш хеҙмәт яҡшы баһалана, комбайнерҙарҙың айлыҡ эш хаҡы 45-50 мең һумға етә, тиҙәр. “Акрос” комбайнында эшләүсе механизаторҙар Роберт Ғатауллин, Рифат һәм Мәснәүи Насруллиндар, Николай Сайдяков һәм Владислав Солтанов, шоферҙар Ил­фаҡ Афзалов, Финат Ғәлин, Азат Зарипов, Урал Ғарифуллин кеүек көндө төнгә ялғап эшләүсе егәрле егеттәр булғ­анда, быйылғы ураҡтың да уңыш­лы тамамланасағына ышаныс ҙур.


Вернуться назад