Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хужа бар ерҙә тәртип түрҙә
Ауылдың үҫешендә абруйлылар өлөшө.

Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың һәр районында тиерлек старосталар мәктәбе тергеҙелә башланы. Ата-бабабыҙҙың тәрбиәһенә ярашлы, бөтөн ерҙә башлыҡ булырға тейеш – етәксеһеҙ урында айырымланыу, аңлашылмаусанлыҡ башлана.

Йәмәғәтселек башлан­ғы­сында эшләүенә ҡарамаҫ­тан, староста – ауылдың хужаһы, ойоштороусыһы, лидеры. Был бурыс һәр кемгә йөкмәтелмәй: халыҡ тарафынан ете ҡат үл­сәнгән, төрлө яҡлап һыналған лайыҡлы кешегә генә ышаныс күрһәтелә. Ул ваҡыты, көс-ҡеүәте менән иҫәпләшмәйенсә, ауылдаштары мәнфәғәтендә ең һыҙғанып эшләйәсәк. Илһөйәр булараҡ, тыуған төйәгенең үҫешен, халыҡтың уңайлы шарттарҙа йәшәүен даими ҡайғыртасаҡ, урындағы проблемаларҙы хәл итеү йәһәтенән төрлө ойошмалар, власть органдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барасаҡ. Тап шундайҙарҙың береһе – Әбделнасир ауылы старостаһы Һөйөндөк Аслаев.

Ул – ярты быуатҡа яҡын педагогик стажға эйә абруйлы ветеран, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы. Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, әле лә изге төйәгенең яҙмышы, ауылдаштарының йәшәйеше өсөн янып-көйөп ғүмер итә. Һөйөндөк Ғилметдин улын Си­ҙәм ауыл биләмәһе башлығы Ольга Попованың уң ҡулы тип әйтергә лә мөмкин. Ни өсөн тигәндә, уҙаман – ике аралағы бәйләнеште нығытыусы, етәксе менән халыҡтың мәсьәләләрҙе кәңәшләшеп, уртаҡ фекергә килеп хәл итеүен көйләүсе, төплө кәңәштәре, тәҡдимдәре аша дөрөҫ юл күһәтеүсе.

Ә район үҙәгенән алыҫта ятҡан Әбделнасирҙа күмәкләп яйға һалаһы бурыстар етерлек. Бында халыҡтың күпселеге мал көсө менән йәшәй. Итте тапшырыу урыны булмауы, уны “алыпһатар”ҙарҙың үтә арзанға алып китеүе, мал аҙығы әҙерләүҙәге ҡыйын­лыҡтар... Барыһы ла борсой ауыл старостаһын. Халыҡтың күбеһе – өлкән йәштәгеләр, эшкә яраҡлыларҙың байтағы вахта ысулы буйынса ситтә аҡса таба. Кеҫә телефонының тотмауы ла күп йәһәттән ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Шулай ҙа зарланып ултырмай халыҡ, йылдам алға барған заманға яраҡлашырға тырышып, матур йәшәргә, төйәген нурға күмергә ынтыла. Ауылдаштарының оло ышанысын яулаған Һөйөндөк Аслаев, күркәм өлгө күрһәтеп, үҙ бурыстарын ең һыҙғанып үтәй.

Әбделнасирҙағы иң оло уҙаман Бәҙретдин Сафиул­линдың хәлен даими белешеп, уның менән йыш кәңәшләшеп тора ауыл старостаһы. Урын­дағы имам-хатип Айҙар Фәй­зул­линды ла ярҙамынан айырмай. Шулай аңлашып йәшә­гәнлектән, өмәләрҙә халыҡ ихлас ҡатнашҡанлыҡтан, ауыл мәсете төҙөк, биләмәһе һәр саҡ тәртиптә.

Әбделнасирҙар берҙәмлеге, дәртлелеге, яҡшы йәшәргә ынтылышы менән айырылып тора. Хәл итәһе мәсьәләләрҙе үҙҙәре яйға һала улар. Кемгә­лер һылтанып, күңел төшөн­көлөгөнә бирелеп йөрөмәйҙәр. Халҡыбыҙға борон-борондан хас сифат был. Ошо асылға тоғро ҡалып, алға ышаныслы ҡарап йәшәүҙәрендә хәстәр­лекле староста, абруйлы уҙаман Һөйөндөк Аслаевтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 386

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 269

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 342

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 291

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 362

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 365

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 336

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 325

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 265

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500