Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Батшалар майы”на ихтыяж бармы?

Етен етештереүгә дәүләт тарафынан иғтибар арта.

Хужаның иҫәбен баҙарҙағы хаҡ боҙа. Һуңғы йылдарҙа республика ауыл эшсәндәре ошо халыҡ әйтемен иҫәпкә алып эшләргә мәжбүр: ниндәй генә тауар етештерһәң дә, хаҡты баҙар ҡуя. Иген уңған йылдарҙа, уның хаҡы төшөп, ауыл эшсәненең ергә һалған аҡсаһын да сығарып ала алмай ҡалған осраҡтары бар.

Был йәһәттән Благовар районы фермеры Булат Йосопов етен үҫтереүгә бик ваҡытлы тотонған, тип әйтергә була. Быйыл ул 400 гектарҙа беренсе тапҡыр май культураһы – көдрәш етен сәскән. Әлеге мәлдә хужалыҡта иң яуаплы осор — көтөп алынған уңышты тиҙ арала йыйып алыу бурысы тора. “Йыл яҡшы булды. Юғалтыуһыҙ урып йыйһаҡ, яңы культураға өмөтөбөҙ аҡланасаҡ. Тик был “себеште көҙ һанайбыҙ” тигән һүҙ түгел. Беҙ уны ҡайҙа итергә белмәйбеҙ”, — ти хужалыҡ рәйесе.

Етендең майы ла, сүсе лә ҡыйбат, әлбиттә. Һуңғы йылдарҙа сүсен әҙәмгә һанамаһалар ҙа, ваҡытында унан эшләнгән тауарҙарҙы бизмәндең икенсе тәрилкәһенә алтын һалып үлсәгәндәр. Ә инде етен майы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Бөтә донъя баҙарында ул бик юғары баһалана. Юҡҡа ғына халыҡта үҙен “батшалар майы” тип атамайҙар. Әммә әлеге ваҡытта етен майының да, сүсенең дә Рәсәй баҙарында ҡәҙере юҡ.

СССР-ҙа 67 етен орлоғо етештереү станцияһы эшләһә, хәҙер шуларҙың 12-һе генә бар. Етенде эшкәртеү Рәсәйҙә лә, Башҡорт­останда ла яйға һалынмаған. Республикала уны сүс өсөн үҫтерә башлап, был кәсепте ташлаған эшҡыуар­ҙар ҙа бар. Ни өсөн тигәндә, сүс сеймал булараҡ тауар етештереүселәргә кәрәкмәй, уны һатыу ойошторол­маған. Һөҙөмтәлә “үтмәгәндәр” рәтендә ҡала килә. Төҙөлөш баҙарын синтетик һәм яһалма сүстәр баҫып алған.

Ә инде алтынға бәрәбәр етен орлоғон һығыу республикала бер нисә хужалыҡта ғына ойошторолған. Улары ла кустарь цехтар хәлендә эшләй. Был йәһәттән благоварҙар заман менән бер ҡатарҙан атларға тырыша, тигәндә лә хата булмаҫ. Мәҫәлән, Күсәрбай ауылынан Илдар Нурғәлиев бынан бер нисә йыл элек етен үҫтереү, майын һығыу кәсебенә тотонған. Әммә республикала табышлы культуралар менән эшләгәндәрҙең һаны һәм улар биләгән күләм диңгеҙҙәге тамсы кеүек кенә.

Быйылғы урып йыйыу кампанияһы һөҙөмтәләре буйынса ойошторолған матбуғат конференцияһында Баш­ҡорт­остан ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов бойҙайға хаҡтың түбән булыуы, шуға ла киләһе йыл сәсеү майҙандарының структураһын яңынан ҡарау зарурлығын билдәләне. Йәғни сәсеүлектәрҙең яҡынса ун процентын борай, нут, етен, крамбе кеүек юғары табышлы культураларға бүлеү отошло буласаҡ. Көн талабы шундай. Иген, ҡуҙаҡлы һәм техник культураларҙың төрлөһөн сәсеү һәм эшкәртеүҙе яйға һалырға тейешбеҙ, тип белдерҙе министр. Ни өсөн тигәндә, быйыл көҙ йомшаҡ бойҙайҙың тоннаһы 5000-5500 һум торһа, көдрәш етен, йәки май етененең бер тоннаһы 20 000 һум тирәһе буласаҡ. Шуға күрә лә һәр ер эшкәртеүсе үҙ мөмкинлегенән сығып, әкиәттәгесә, йә шалҡан, йә бойҙай сәсә. Ә инде етендең орлоғо ла, һабағы ла эшкәртергә яраҡлы. Сүс, май өсөн дә үҫтерергә була. Хатта ҡыҫҡа һабаҡлы май етененең дә һабаҡтарын сүс өсөн эшкәртергә мөмкин бит. Әммә ул ҡамылдарҙа ерҙә ятып ҡала.

Булат Йосопов ҡасандыр атай-олатайҙар шөғөлләнгән, хәҙер онотола барған кәсепкә – етен үҫтереүгә — ныҡлап тотонмаҡсы. Йәй был йәһәттән Смоленск ҡалаһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй конферен­цияһында ҡатнаш­ҡан. Алдынғы хужалыҡтарҙың эш алымдарын өйрәнгән ул. Киләсәктә етен орлоғон һығыу өсөн мини-завод ҡороу теләге бар. Әммә был әлегә ниәт кенә. Етенен дә сәсер, заводын да ҡорор, тик эшкәрткән тауарын һата алырмы эшҡыуар? Баҙар ниндәй шарттар ҡуйыр, билдәһеҙ.

Етен һуғылып та бөтмәгән, ә алыпһатарҙар үҙ хаҡын ҡуя. Ниндәй күләмдә булһа ла, ҡулыңдан тартып алып китергә ризалар. Тик ысын ер кешеһе Булат Әнис улы үҙе үҫтергән тауарын үҙе эшкәртергә теләй.

Был тармаҡты Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы 2020 йылға тиклем маҡсатлы субсидиялар менән күтәрмәксе. Бәлки, Башҡортостан етенселәре лә ошо нигеҙҙә йылдам үҫешә алыр.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 324

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 382

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 266

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 338

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 288

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 358

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 361

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 322

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 261

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 496