Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшһөйәр халыҡҡа ихтирам арта ғына
Агрофирма эшсәндәре тырыш хеҙмәте менән дан яулай

Республика хужалыҡтарында ауыл эшсәндәре ҙур ихласлыҡ менән баҫыуҙарҙан көҙгө муллыҡты йыйып алып, ырҙын табаҡтарына оҙата. Улар ошо мәлдең иң изгеләрҙән булыуын яҡшы аңлай.

Стәрлетамаҡ районының бөтә хужалыҡтары ла ҡышҡылыҡҡа бесән әҙерләүҙе тамамлап, уңыш йыйыу кампанияһын дәррәү алып бара, күптәре хатта уны тамамлаған да инде. Мәҫәлән, “Салауат агрофирмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ауыл эшсәндәре лә был көндәрҙә баҫыу-яландарҙа тырышлыҡ күрһәтә. Ауыр йөктө булдыҡлы һәм иң мөһиме ауыл тормошон яҡшы белгән йәш етәксе Наил Рөстәм улы Баһауетдинов тарта. Әйткәндәй, уның олатаһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы Рәйес ағай ҙа, 30 йылға яҡын элекке Салауат исемендәге колхозға етәкселек иткән, атаһы Рөстәм Рәйес улы ла ҡасандыр ошо хужалыҡта эшләп киткән. Һаман да ауыл халҡы ул осорҙағы етәкселәрҙе һағынып, маҡтап иҫкә ала.

Тап шул йылдарҙа һөтсөлөк фермалары, гараждар, машина-трактор оҫтаханалары, күп кенә социаль объекттар, колхозсылар өсөн йорттар төҙөлә. Бөгөн иһә Наил Рөстәм улы олатаһы менән атаһының эшен уңышлы дауам итеп, ауылдаштарына һәр яҡлап ярҙамлаша, кәңәш һорап килгәндәрҙең үтенестәрен хәл итергә тырыша. “Олоно — оло, кесене кесе итә белә”, – тиҙәр уның хаҡында.

– Халыҡ – иң ҙур байлығыбыҙ. Ҡеүәтле техникаң, ишле малың булып та эшләргә кешең юҡ икән, маҡсатыңа өлгәшә алмаясаҡһың, шуға күрә тырыш халыҡҡа беҙҙә ихтирам да, иғтибар ҙа бар, – ти йәмғиәт етәксеһе. – Бөгөн яҡшы эшләр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырғанбыҙ, ҡул көсө бөтөнләй тиерлек ҡулланылмай, бары тик тырышырға ғына кәрәк.

Хужалыҡта, нигеҙҙә, сит илдә етештерелгән техника һәм ҡорамал ҡулланыла, уны йыл һайын яңыртып торалар. Мәҫәлән, механизаторҙар, комбайнсылар хәҙер кондиционеры, борт компьютеры булған заманса техникала баҫыуҙарҙы иңләй. Агрофирма директоры намыҫлы хеҙмәт күрһәткәндәрҙең эшен ихлас баһалай. Күп кенә хеҙмәт алдынғылары сит илгә юллама менән бүләкләнеп, Мысырҙа, Төркиәлә, Кубала һаулығын нығытҡан.

Йәмғиәттең Үрге Уҫылы ауылында урынлашҡан һөтсөлөк фермалары “500 ферма” программаһына инеп, улар тулыһынса яңыртылған. “Һөт үткәргестәр, һыуытҡыстар, аҙыҡ өҫтәлдәре ҡуйылғас, малсыларға эшләүе күпкә еңелләште, элекке кеүек биҙрә менән һыу, һөт ташымайһың, аҡ торбалар буйлап үҙе аға”, – ти директор.

Сит илдә етештерелгән заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һауын залы бер юлы 25 һыйырҙы һауырға мөмкинлек бирә. Һауынсылар электрон аппараттар аша ғына һөт һауыу барышын тикшереп, малҡайҙарҙың торошон күҙәтә ала. Эштән һуң малсыларға йыуынып, сәй эсеп, китап, гәзит-журнал уҡып ял итеү өсөн махсус бүлмә лә булдырылған.

Симменталь тоҡомло һыйыр малы үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ предприятиеһы ла икән хужалыҡ. Көтөүҙе йыл һайын яңы таналар менән яңырталар, яһалма ҡасырыу эше лә бында һәйбәт ҡуйылған. Бөгөн үгеҙҙәр ялан кәртәлә айырым һимертелә.

Мәскәүҙә үткән “Алтын көҙ” күргәҙ­мәһендә ҡатнашып, агрофирма малсылары ошондай малдары менән абруйлы күргәҙмәнең көмөш миҙалына лайыҡ булған.

Бөгөн йәмғиәттең туғыҙ мең гектарға яҡын ере бар. Бынан тыш, халыҡтың пай ерҙәрен дә файҙаланалар. Пай хаҡына хужалыҡ халыҡҡа мал аҙығы, бесән-һалам бирә, дәүләткә һалымын түләй. Әле ауыл халҡына осһоҙ хаҡҡа бесән, һалам ташыйҙар, иген тарата башлағандар.
Ураҡҡа ла яҡшы әҙерләнгәндәр, ырҙын табағына тулыһынса тиерлек ремонт яһағандар, һәр ерҙә асфальт йәйелгән. Ҡеүәтле иген киптергес һатып алғандар. Әле баҫыуҙарҙан алтынға тиң уңыш ырҙын табағына ҡайтарыла, келәттәргә һаҡлауға һалына.

– Шөкөр, быйыл баҫыуҙар уңышы менән ҡыуандыра. Агротехнологияларҙы дөрөҫ ҡулланғас, һәйбәт кенә уңыш килә, гектар ҡеүәте 30 центнер тәшкил итә, – ти йәмғиәт рәйесе. – Салауаттарҙың тырышлығына һоҡланырлыҡ, сөнки бында тырыш, үҙ эшен яратып башҡарған, хеҙмәт һөйөүсән халыҡ йәшәй. Һәр ерҙә тәртип булғас, ҡаҙаныштарға ла һәр саҡ юл асыҡ.

Етәкселек алдынғы ялан батырҙарын Фәнзил Сабитов, Раил Мосаҡаев, Радик Ғиззәтуллин, Илдус Яппаров, Айгиз Сәләмов менән Азат Абдуллинды маҡтап телгә алды. Әйткәндәй, Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенттары ла ҡыҙыу мәлдә ауыл эшсәндәренә һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа, ололарға лайыҡлы алмашсы ла.

Кукуруз баҫыуҙары ла күп кенә хужалыҡтар өсөн өлгө, ваҡытында ямғыр булмаһа ла, был культура ҡоролоҡҡа бирешмәй, яҡшы үҫкән. Тимәк, мал аҙығына туҡлыҡлы ҡушымта буласаҡ. Көнбағыш баҫыуы ла беҙҙе күҙҙең яуын алып торған һары сәскәләре менән ҡаршы алды. Хужалыҡ 250 гектарҙа картуф та үҫтерә, районда уның менән тик улар ғына шөғөлләнә икән.

Баҫыуҙарҙы иңләп сыҡҡас, ҡәнәғәтлек тойғоһо кисереп, хужалыҡтың бесәне һаҡланған амбарға барҙыҡ. Бесән төргәктәрҙә булғас, малсыларға уны мал аҙбарына ташыу уңайлы. Бөгөн алты ауылда урынлашҡан силос, сенаж соҡорҙарына туҡлыҡлы аҙыҡ һалыу дауам итә. Бында ватылып ултырған бер техника ла юҡ.

– Алдынғы хужалыҡтың эшмәкәрлеге ошолай булырға тейеш. Етәкселәр аҡса йәлләмәй, баҫыуҙарға күп күләмдә минераль ашлама индерелә, техника яңыр­тыла, – ти район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫары Салауат Фәритов. – Бындай хужалыҡтар күп булһа, район даны ла алыҫҡа таралыр ине.


Автор: Самат ҒӘЛИН
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 331

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 385

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 268

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 340

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 290

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 361

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 364

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 335

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 324

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 264

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 500