Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тир түгеп табыла икмәк
Ер эшендә уңыш еңел бирелмәй

Аяҙ көндөң һәр минутын файҙаланырға тырышҡан игенселәр өсөн иң ҡыҙыу осор башланды. Шуға күрә хеҙмәт кешеһен хужалыҡта осратырмын тимә, ни тиһәң дә, “йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙырған” мәл. Беҙ барғанда, Әбйәлил районының “Аграрий” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте комбайндары икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙарҙы иңләй, ҡеүәтле “КамАЗ”дар бураларға иген ташый ине. Шулай ҙа иген батырҙары, баҫыу караптарын бер нисә минутҡа ҡалдырып, беҙҙең менән аралашырға ваҡыт тапты.

Ғөмүмән, ер кешеһенә уңыш еңел бирелмәй. Быйыл да игенсе өсөн йыл уңай булманы, шуға күрә әсе тир менән һуғарылған һәр башаҡты ҡалдырмай, булғанын түкмәй-сәсмәй урып йыйырға тырыша әбйәлилдәр. Хужалыҡтың баш агрономы Фәнзил Тайыпов әйтеүенсә, яҙ көнө бөтәһе 650 гектар майҙанда бойҙай, 250 гектарҙа — арпа, 180 гектарҙа һоло сәселгән. Шулай уҡ техник куль­тураларға ла өҫтөнлөк бирелгән. Ҡарабойҙай, борсаҡ, етен, горчица, көнбағыш баҫыуҙарында уңыш юҡ түгел. Әлбиттә, көткән өмөттәр аҡланмаһа ла, быйылғы йылдың һауа торошона ҡарап, булғанына ҡәнәғәтләнергә тура килә.

Нисек кенә булмаһын, бигерәк тә көньяҡ-көнсығыш райондарҙа, уңыш йыйыу һауа шарттарына бәйле. Бында орлоҡтоң элиталы булыуы ла, техниканың сит илдә етештерелеүе лә мөһим түгел, төбәк тәбиғәтенең үҙ ҡанундары хакимлыҡ итә.

Фәнзил Фәнис улы фекеренсә, көндәр аяҙ торғанда сентябрь урталарына ураҡты тамамларға мөмкин. Арпа гектарынан 15 центнер уңыш биргән. Йылдың ҡоро килеүе иген культураларының төшөмөн кәметһә лә, хафаланырға урын юҡ. Иң мөһиме — игенгә хаҡ кәмемәһен, уны ваҡытында һатырға кәрәк. Техник культураларҙың баҙарҙа хаҡы юғары, тик быйылғы тәбиғәт шарттары уларға ла йоғонто яһамай ҡалманы.

Хужалыҡ тулыһынса техника менән тәьмин ителгән, яғыулыҡҡа ҡытлыҡ юҡ. Эшселәр иртәнән кискә тиклем баҫыуҙа тир түгә. Уларға өс тапҡыр йылы аш менән туҡланыу ойош­торолған. Ашнаҡсы Йәмилә Рыҫ­ҡолова ошонда уҡ тәмле аш-һыу әҙерләй.

Игенселәрҙең кәйефе көр, быға дәртләндереү сараларының булыуы ла булышлыҡ итә. Сөнки һәр эшсегә йыл һайын тейешенсә ашлыҡ, бесән бирелә. Әйткәндәй, хужалыҡтың күп ере — пайсыларҙыҡы. Шуға күрә пай ерҙәре өсөн иҫәпләшеүгә лә килешеү төҙөлгән.

Әлбиттә, тырыш хеҙмәтсәндәр булмаһа, бер ниндәй уңышҡа өлгәшеп булмаҫ ине. Комбайнсылар Йәмил Ғәбитов, Шамил Хәйбуллин, Варис Вәлиев, Йәмил Йәһүҙиндәрҙең тырышлығы менән ашлыҡ ваҡытында һәм юғалтыуһыҙ йыйып алынһа, уны ташыуҙа Зариф Вәлиев, Илгиз Мөхәмәткилдин, Юнир Йәһүҙин көс түгә.

Хужалыҡтың малсылыҡ тармағы ла ҡышҡа тулыһынса әҙер, шартлы рәүештә бер баш малға 30 цент­нерҙан ашыу мал аҙығы тупланған.
...Баҫыу караптары бер-бер артлы ҡуҙғалып, яланды иңләй. Ауыл кешеһе өсөн иң матур мәл был. Тормошобоҙ ниндәй генә үҙгәрештәр кисермәһен, игенсе хеҙмәтенән дә юғары, икмәк тәменән дә татлыраҡ, ураҡ мәленән дә күркәмерәк осор юҡ. Шуға күрә игенселек әле лә иң ихтирамлы һәм ауыр хеҙмәттәрҙең береһе булып ҡала. Әйткәндәй, хужалыҡта эшләгән йәш агроном Фәнзил Тайыпов Башҡортостан университетын тамамлап, һис икеләнеүһеҙ тыуған яғына эшкә ҡайтҡан. “Был эш миңә бәләкәйҙән таныш, ерҙе яратам”, — ти ул. Кәләше Гөлиә Сәғит ҡыҙы менән Ибраһим һәм Фатима исемле балалар үҫтерә. Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү программаһына ярашлы, улар үҙ көстәре менән Асҡарҙа яңы йорт һалып сыҡҡан.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк

Халыҡ һорай, тимәк, кәрәк 30.03.2019 // Иҡтисад

Хәҙер магазин кәштәләре һөт ризыҡтарынан һығылып тора. Ниндәйе генә юҡ уларҙың: ситтән...

Тотош уҡырға 1 318

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә...

Орлоҡ эшкәртергә, ашлама етештерергә... 29.03.2019 // Иҡтисад

Шишмә районы хакимиәтендә “Инвестиция сәғәте” тәртибендә эшҡыуарҙар менән осрашыу булды. Унда ике...

Тотош уҡырға 1 379

Һабантуйға килегеҙ!

Һабантуйға килегеҙ! 29.03.2019 // Иҡтисад

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 14 – 15 июндә “Урал аръяғы-2019”...

Тотош уҡырға 1 264

Көмөш йөҙөк – ҡул күрке, оҫта – донъя тотҡаһы
"Файҙаһы ҙур буласаҡ"

"Файҙаһы ҙур буласаҡ" 28.03.2019 // Иҡтисад

Был сараның файҙаһы, һис шикһеҙ, ҙур буласаҡ. Шундай фекергә килде тәүге “Инвестиция сәғәте”ндә үк...

Тотош уҡырға 1 334

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна?

Баҡалылар ниндәй маҡсат менән яна? 28.03.2019 // Иҡтисад

Баҡалы районында үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ауыл хужалығына бәйле проекттар ҡаралды....

Тотош уҡырға 1 284

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе

Тәү сиратта – урман мәсьәләһе 28.03.2019 // Иҡтисад

Йылайырҙа ла “Инвестиция сәғәте” үтте. Унда район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, Эшҡыуарлыҡ һәм...

Тотош уҡырға 1 357

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ 28.03.2019 // Иҡтисад

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәр, үҙ кәсебенә яңы тотонғандар, ситтән килгән...

Тотош уҡырға 1 357

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк

Һәр яҡлап ярҙам күрһәтеләсәк 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Учалы районы хакимиәтендә муниципаль "Инвестиция сәғәте" үтте....

Тотош уҡырға 1 332

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте”

Сибайҙа - “Инвестиция сәғәте” 28.03.2019 // Иҡтисад

Билдәле булыуынса, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡала һәм район...

Тотош уҡырға 1 321

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы

Аныҡ һөҙөмтә күренә башланы 28.03.2019 // Иҡтисад

Бөгөн Кушнаренкола өсөнсө тапҡыр “Инвестиция сәғәте” ултырышы үтте....

Тотош уҡырға 1 257

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар

Ауыл ҡатынының тормошон ауырлаштыралар 27.03.2019 // Иҡтисад

Ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙы бигүк күңелле булмаған үҙгәрештәр көтә. Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль...

Тотош уҡырға 1 491