Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бер кем дә юғалып ҡалмаясаҡ
Бер кем дә юғалып ҡалмаясаҡ“Һылыу ҡайҙа – күҙ шунда”, ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Һис шикһеҙ шулай: “Һылыуҡай-2018” бәйгеһе көттөрөп кенә килде лә, сағыу мәҙәни сара булып, үтеп тә китте. Әммә уның шаңдауы оҙаҡ яңғыраясаҡ әле – социаль селтәрҙәрҙә бихисап кешеләрҙең фекерҙәре менән бүлешеүе, гүзәллек бәйгеһенең әһәмиәте тураһында бәхәсләшеүе, маҡтауы йә насарлауы кешеләрҙең сараға, тәүге сиратта, битараф түгеллегенә ишаралай. Ҡыҙыҡ бит, йәмәғәт: башҡорт ҡыҙҙары тағы нимә менән алдырыр ҙа, ниндәй һәләттәрен күрһәтеп, күңелдәрҙе яулар? Ҡыҫҡаһы, барлыҡ һорауҙарыбыҙҙы “Һылыуҡай-Bashkirian Beauty” студияһы етәксеһе, “Һылыуҡай-2018” конкурсын ойоштороусы режиссер Линара Рауил ҡыҙы ТАҺИРОВАҒА бирҙек.

– “Һылыуҡай-2018” бәйгеһендә Гран-при яулаусы Әлфинә Кашаповаға тажды былтырғы еңеүсе Земфира Байдәүләтова кейҙерергә тейеш ине. Әммә тамашасы уны сәхнәлә күрмәне...
– Бының сәбәбе бик ябай – әлеге ваҡытта Земфира Мәскәүҙә, илдең иң абруйлы гүзәллек бәйгеләренең береһе – “Мисс Рәсәй-2018” конкурсына әҙерләнә. Сараның кимәлен күҙаллау өсөн ошо һандарҙы атау ҙа етә: йыл һайын был бәйгелә ҡатнашырға 60 мең ҡыҙ теләк белдерә, улар араһынан 50 финалсы һайлап алына. Земфира – шулар исемлегендә. Әйткәндәй, башҡорт гүзәлдәре беренсе тапҡыр ғына республика данын яҡламай: 2016 йылда “Һылыуҡай-Bashkirian Beauty” студияһы тәрбиәләнеүсеһе Гөлнур Зиннәтова 20 иң гүзәл ҡыҙ, ә былтыр Альбина Әхтәмова тәүге өс еңеүсе иҫәбенә инде. Әйткәндәй, Альбинаға бүләк итеп донъяның теләһә ҡайһы юғары уҡыу йортонда белем алыу мөмкинлеген биргән грант тапшырҙылар. Ул абруйлы Рәсәй Халыҡтар Дуҫлығы университетын һайланы.
Бер кем дә юғалып ҡалмаясаҡ– Земфира тураһында бер кәлимә һүҙ әйтһәгеҙ ине...
– Уға 18 йәш, Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты. Ғаиләлә – һигеҙенсе бала, бер апаһы, алты ағаһы бар. Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес ауылында тыуып үҫкән. “Һылыуҡай-2017” конкурсында Гран-при яулауҙан тыш, Тыва Республи­каһында үткән халыҡ-ара “Мисс Азия” бәйгеһендә лә еңде, Сочиҙа үткән Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фести­валендә ҡатнашты.
Ә Земфираның “Һылыуҡай-2018” республика гүзәллек бәйгеһе финалында булырға теләге ҙур ине, сөнки быға тиклем Башҡортостан юлдаш телевиде­ниеһынан барған “Һылыуҡай-2018” көндәлектәре” тапшырыуының алып барыусыһы ролен үтәне, быйылғы бәйгелә ҡатнашыусылар менән тығыҙ аралашты, сараның уртаһында ҡайнаны. Гала-концертты ла Земфира алып барырға тейеш ине, әммә ике көн алдан Мәскәүгә юлланырға тура килде. Аптырап ҡалманыҡ – сара барышында сәхнәләге ҙур экрандан тажлы һылыуҡайыбыҙ менән тура бәйләнешкә сыҡтыҡ, ул конкурста ҡатнашыусыларға теләктәрен еткерҙе.
Әйткәндәй, 1 апрелдә “Мисс Рәсәй” конкурсының рәсми сайтында ҡатна­шыу­сылар өсөн тауыш биреү башлана. Милләттәштәребеҙ, Земфира Байдәү­ләтова өсөн тауыш биреп, республика данын яҡлаған гүзәлебеҙгә ярҙам итер, тип ышанам. Земфира – бик илгәҙәк, алсаҡ ҡыҙ, ыңғай фекерләй. Был бәйге уның өсөн яңы мөмкинлектәр асасаҡ. Әлбиттә, Мәскәүҙә яҡташыбыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмаясаҡбыҙ – бер төркөм көйәр­мәндәр менән 14 апрелдә “Мисс Рәсәй-2018” бәйгеһенең финалына бара­саҡбыҙ.
– Шулай ҙа “Һылыуҡай-2018” бәйгеһенә әйләнеп ҡайтып, уның ҡайһы бер үҙенсәлектәрен барлайыҡ әле.
– Был сараны ойоштороуҙа ҡатна­шыуым көтөлмәгәнерәк булды, сөнки һуңғы тапҡыр ошондай күләмле сараны телевидение менән бер­лектә 2010 йылда үткәргәйнек. Ошо йылдар эсендә бөтөнләй икенсе форматтағы бизнес-проекттар менән шөғөлләндем, ә “Һылыуҡай-Bashkirian Beauty” студияһы һәр ваҡыт минең өсөн төп һөнәрем түгел, ә күңелемә ятҡан шөғөл генә булды.
Республика халыҡ ижады үҙәгенә яңы етәксе – Артур Әлибәков килгәс, мине “Һылыуҡай-2018” проектына тотонорға өгөтләне. Уны телепроект форматына сығарыу башланғысын “Тамыр” студияһы директоры Гөлназ Ҡолһарина ла хупланы.
Бына ошондай көслө команда менән бәйгене ойоштороуға тотондоҡ. Концеп­цияһын билдәләгәндән һуң күләмле кастинг ойошторҙоҡ, “Һылыуҡай” көндәлектәренең ун серияһын төшөрҙөк, проект “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ҙур гала-концерт менән тамамланды.
Ҡыҙҙарҙың һәләттәрен, холоҡ-фиғел үҙенсәлектәрен көндәлектәрҙе төшөр­гәндә һәр яҡлап тулыһынса асырға тырыштыҡ, шуға күрә уларҙы ниндәй генә шарттарға ташламаныҡ! Мәҫәлән, улар Бөрйән районына, Шүлгәнташ мәмерйәһенә, фотосессияға барҙы, бассейнда ла фото төштө. Перинаталь үҙәктә булып, оҫталыҡ класы үтте. Ҡыҫҡаһы, әҙерлек осоронда ҡыҙҙар икмәк бешерергә лә өйрәнде, пуанттарға ла баҫты, башҡорт милли кейемен тегеү серҙәренә лә төшөндө, гироскутерҙарҙы ла үҙләштерҙе һәм башҡалар. Бер генә көн дә бушҡа үтмәне, һәр сәғәттәре яңылыҡтар асты һәм һылыуҡайҙарҙың тормош даирәһен киңәйтте. Әйткәндәй, ҡыҙҙар билдәле ҡунаҡхананың иң яҡшы номерҙарында йәшәне.
– Быйылғы сараны “миллилектән йыраҡ” тип әрләүселәр ҙә, шул уҡ ваҡытта заман талаптарына ярашлы техник яңылыҡтарын маҡтаусылар ҙа бихисап...
– Бәйге нисек кенә үтмәһен, төрлө фекер белдереүселәр мотлаҡ табы­ласаҡ. Быға күнеккәнмен, иғтибар ит­мәйем, сөнки конкурсты ойоштороу һәм үткәреү өсөн күпме һөнәр оҫталарының ни тиклем көс һәм тырышлыҡ һалғанын, тамаша сағыу һәм уникаль килеп сыҡһын өсөн ваҡытын да, мөмкин­лектәрен дә йәлләмәгәнен беләм.
Техник яҡтан иң ҡатмарлы номер тип һылыуҡайҙарҙың гироскутерҙарҙа сәхнәгә сығыуын атар инем. Йөрөргә өйрәнеү бер, ә күпме халыҡ алдында, милли бейеү көйөнә талғын ғына сығыш яһау, бейеү хәрәкәттәрен күрһәтеү әйтеп бөткөһөҙ ҡатмарлы мәсьәлә ине. Әммә ҡыҙҙар һынатманы!
Өфөлә үтәсәк Бөтә донъя фольк­лориадаһына арнап, ҡыҙҙар Балаҡатай оҫтабикәләре теккән сигеүле ифрат күркәм күлдәктәрҙә лә сығыш яһаны. Башҡорт милли кейеменең сағыу өлгөһө булған костюмдар шунда уҡ залды үҙенә ылыҡтырҙы. Номер барышында теп-тере юртаҡтың сәхнәгә сығыуы иһә тамашасыларҙы шаҡ ҡатырҙы.
Башҡорт ҡыҙы, туған телен, тарихын, мәҙәниәтен, сәнғәтен белеү менән бер рәттән, заман менән бергә атларға, донъяуи яңылыҡтарҙан артта ҡалмаҫҡа тейеш. Шуға ла ҡыҙҙар сығыштарында заман стилен миллилек менән берләштерә алған һәм был ике йүнәлеш гармониялы бер бөтөнгә әйләнгән икән, маҡсатыбыҙға өлгәштек тигән һүҙ.
Ошо урында конкурсты конкурс иткән профессионалдарға – “Тамыр” студияһы етәксеһе Гөлназ Ҡолһаринаға һәм студия редакторҙарына, хореографтар Сулпан Асҡарова менән Александр Родионовҡа, вокал буйынса репетитор Венер Камаловҡа, продюсер Асия Шахминаға, телережиссер Гөлсәсәк Игебаеваға, фотограф Айбулат Аҡбутинға һәм башҡаларға ихлас рәхмәт һүҙҙәремде еткерәм. Әлбиттә, ғаиләмә айырым ҙур рәхмәт.
– Проекттың күләмле булыуы хаҡында бүләктәр үҙе үк һөйләп тора...
– Эйе, конкурс тарихында беренсе тапҡыр гран-при яулаусыға автомобиль тапшырылды. Тәүге өс урынды яулаусылар Төркиәгә ял итергә барасаҡ. Шулай уҡ ошондай юллама менән Ҡыйғы ҡыҙы Зилә Ғатауллина бүләкләнде. Ул туғыҙ бала араһында дүртенсе булып тыуған. Ғөмүмән, бер генә ҡатнашыусы ла бүләкһеҙ ҡалманы. Фитнесс-клубҡа йыллыҡ абонемент, Мәскәүҙәге ҡунаҡханала йәшәү хоҡуғы биргән сертификат, косметика, биҙәүестәр һәм башҡалар – ҡыҙҙар ҡәнәғәт ҡалғандыр, тип уйлайым.
– “Һылыуҡай-Bashkirian Beauty” студияһы һәр ваҡыт минең өсөн күңелемә ятҡан шөғөл генә булды, тиһәгеҙ ҙә, унда оҫталыҡ дәрестәре үткән ҡыҙҙар нисә йыл рәттән Башҡортостан данын төрлө кимәл­дәге сараларҙа яҡлай.
– 2000 йылда әле, бер туған һеңлем Индира “Мисс Рәсәй – Башҡортостан” конкурсында еңеп, Мәскәүгә, артабан көс һынашырға барырға тейеш ине. Әммә талапсан әсәйем ҡаты торҙо, һеңлемде баш ҡалаға ебәрмәне. Ошо осорҙа мине төрлө йәштәр сараларына режиссер итеп саҡырҙылар, шул иҫәп­тән “Һылыуҡай”ға ла. Ошонан һуң миндә махсус студия ойоштороу теләге тыуҙы.
Ошо йылдар эсендә бихисап башҡорт ҡыҙҙары беҙҙә матурлыҡ мәктәбен үтте, республика, Рәсәй һәм халыҡ-ара бәйгеләрҙә еңеү яуланы.
Тәүге халыҡ-ара еңеүебеҙ – “Мисс Туран” төрки телле һылыуҡайҙар бәйгеһе, ул Ҡаҙағстанда үтте. “Мисс Азия”, “Азия супермоделе”, “Мисс Рәсәй”, “Рәсәйҙең гәлсәр тажы” тип аталған һәммә төрлө конкурстарҙан башҡорт ҡыҙҙары күп тапҡыр еңеү яулап ҡайтты. Улар исемдәре донъяға танылған модельерҙар Валентин Юдашкин, Вячеслав Зайцев менән дә эшләне, әле ике моделебеҙ Пекинда контракт буйынса хеҙмәт итә.
Әгәр ҙә был ҡыҙҙар үҙенең аҡылы, матурлығы, үҙ-үҙен тота белеүе, милләтебеҙгә хас башҡа һыҙаттары менән донъяла Башҡортостан тигән төбәк барлығын, унда уларға оҡшаш маҡсатлы, күркәм, булдыҡлы кешеләр йәшәгәнен таныта икән, был бик яҡшы күренеш, республиканың мәҙәни үҫешенә этәргес биреүсе бер ғәмәл, тип уйлайым. Ғөмүмән, беҙҙең студияла шөғөлләнгән ҡыҙҙар тормошта бер ҡасан да юғалып ҡалмаясаҡ, күңеленә ятҡан эш, тормошонда дөрөҫ йүнәлеш табасаҡ – быныһына иманым камил.

Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 045

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566