Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Әйҙә, йырла башҡортса!
Әйҙә, йырла башҡортса!Улар тәүге сығыштарынан уҡ тамашасы иғтибарын йәлеп итте. 2014 йылда “Россия” концерт залында төрки халыҡтарының Науруз байрамында Башҡортостан исеменән сәхнәгә сыҡҡанда, тыңлаусылар араһында башҡорттар, әлбиттә, һирәк булғандыр. Әммә социаль селтәрҙәрҙә бер һөйләм ел тиҙлеге менән йүгерҙе: “Ниндәй моң был?” Солисткалары ла бит әле башҡорт ҡыҙы түгел, ә телде үҙаллы өйрәнгән Елена Созыкина...
Башҡортостанда үткән “Turkvision-2014” конкурсының һайлап алыу турында I урынды яулап, тап “Заман” этно-төркөмөнә Башҡортостан байрағын күтәреп халыҡ-ара телевизион конкурста сығыш яһау бәхете тейҙе. Унда һынатманылар – III урынға сыҡтылар.
Радмир Мөфтәхин ойошторған халыҡ йырҙарын заманса яңғыратҡан, бөгөнгө тамашасы күңеленә боронғо ауаздарҙы һалырға ынтылған был төркөм Италияла үткән “Suns Europe-2015” халыҡ-ара конкурсында II урынды яулап, даими эшмәкәрлегенең һөҙөмтәле икәнен тағы ла бер тапҡыр раҫланы. Юҡҡа ғына уларҙы Рәсәйҙең халыҡ артисы Ренат Ибраһимовтың “Матурлыҡ алиһәләренә” тип аталған концертында, Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан ойошторолған Рәсәй Армияһы театрында Рәсәй эстрада йондоҙҙары менән бергә сығыш яһарға саҡырмайҙар, сөнки уларҙың сәхнәлә үҙ йөҙө барлыҡҡа килде.
“World Music” жанрында сығыш яһаған “Заман” һуңғы арала йәнә бер яңылыҡ индереп, социаль селтәрҙәргә көн дә башҡорт эстрадаһынан бер йырҙы элә башланы. Заманса эшкәртелгән башҡорт йырҙарын бөгөнгө тамашасы бик ҡыҙыҡһынып, шул уҡ ваҡытта ғәжәпләнеп тә ҡабул итһә, башҡорт эстрадаһының гитара моңо оҙатыуында яңыса яңғырашы шулай уҡ иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Бигерәк тә йәштәр “лайыҡ”тарын йәлләмәне. Фольклор менән заман ауазының синтезы – ул үҙенә күрә бөгөнгө замандың тауышы, замандаштың күңел торошоноң сағылышы кеүек тойолдо миңә.
Әйҙә, йырла башҡортса! Хәйер, әйҙәгеҙ, Елена Созыкинаның үҙенә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт итәйек. Бөгөн “Бәйләнештә” социаль селтәре аша әңгәмәләшәбеҙ.
– Сәләм, Елена. Башҡорт ҡыҙы булыуы нисек?
– Һаумыһығыҙ (башҡортса яуаплай – авт.) Минең шәжәрәм бик үҙенсәлекле һәм унда бик күп ҡан буталған. Быуынымдағы һәр милләтте, һәр халыҡты ихтирам итәм, шуға үҙемде донъя кешеһе тип таныйым. Хатта кемделер айырып ҡарауы ла ауыр булыр ине. Башҡорт мәҙәниәте менән бынан биш йыл самаһы элек таныштым һәм шунда уҡ үҙ итеп туғанлаштым. Башҡорт халҡының тарихын, республика тураһындағы элекке мәғлүмәттәрҙе өйрәнеү бик ҡыҙыҡлы миңә. Дуҫтарым араһында башҡорттар бик күп – улар асыҡ күңелле, бик үҙенсәлекле, белемле, йомарт, башҡаларға лайыҡлы өлгө булыр кешеләр. Улар мине ҙур ихласлыҡ менән үҙҙәренең мәҙәниәте, теле менән таныштыра.
– Башҡорт телен өйрәнеү нисек бара?
– Башланғыс белемде лингвистик гимназияла алдым. Сит телдәрҙе (инглиз, немец) өйрәнеүгә ынтылыш миндә бала саҡтан булды. Башҡорт теленә сумыу ҙа тәрән ҡыҙыҡһыныу уята. Грамматика яғынан ҡарағанда, башҡа телдәрҙәге кеүек үк, башҡорттоҡонда ла ҡағиҙәләр, иҫкәрмәләр бар. Уларҙы бары тик өйрәнергә һәм белергә кәрәк. Ә бына фонетикаға килгәндә, бында үҙенсәлекле күренештәр бар. Мәҫәлән, “ҫ”, “ҙ”, “һ”, “ң”, “ә” һәм “ө” өндәре инглиз телендә лә бар, шуға күрә өйрәнеүе әллә ни ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Ә бына “ҡ”, “ғ”, “ү” һәм “ы” өндәре – минең өсөн яңылыҡ. Йырҙар өйрәнгәндә был хәрефтәрҙе әйтер өсөн ҙур эш башҡарам.
– Аудитория нисек ҡабул итә сығышығыҙҙы?
– Башҡорт тамашасыһы алдындағы тәүге сығышым төрлө фекерҙәр уятты, социаль селтәрҙәрҙә үҙенсәлекле яҙмалар теркәлде. Ҡайһы берәүҙәр минең эҙләнеү­сән затымды, тауышымды, йырҙарҙы башҡарыу һәләтемде маҡтаны. Икенселәр башҡорт төркөмөндә урыҫ ҡыҙы йырлауын өнәмәне, акцент менән “ҫ” өнөн әйтеүемде ҡабул итмәне. Нисек кенә булмаһын, мин тәнҡиткә тыныс ҡарайым, эмоцияға бирелмәйем, кәрәкле, фәһемле һүҙҙәрҙе артабанғы эшемә кәңәш тип ҡарайым. Шөғөлөм бик ныҡ оҡшай, дөрөҫ юлда барыуымды тоям.
– Ирең, төркөмдө ойоштороусы Радмир Мөфтәхин – башҡорт, кейәүгә сыҡҡансы башҡорттар тураһында нимәләр белә инең?
– Дөрөҫөн әйткәндә, ғаилә ҡорғанға тиклем башҡорттар хаҡында башҡа төркиҙәр тураһында ни беләм, шулай ғына хәбәрҙар инем. Аралашҡан кешеләрем дә булманы тиерлек, минең мәғлүмәт яланында был халыҡ тураһында хәбәрҙәр бик һирәк ишетелде. Быны, бәлки, шуның менән дә аңлатып булалыр: Мәскәүгә килеп урынлашҡанға тиклем Удмуртияла тыуғанмын һәм шунда йәшәнем. Күрше төбәк булһа ла, күрәһең, мәғлүмәт аҙ булған.
– Башҡорт йырҙарын башҡарғандан һуң кисергән тойғоларың?
– Башҡорт музыкаһы фольклоры минең өсөн боронғо йыр жанрын асты – оҙон көй. Хайран ҡалдым мин был йырҙарға. Миңә ҡалһа, һуҙып йырланған оҙон көйҙәрҙә Башҡортостандың бөтә хозурлығы сағыла. Был вокаль жанры һис тә ябайҙарҙан түгел. Әле мелизмдарҙы өйрәнәм, кантилена буйынса дәрестәр алам. Дөрөҫ тын ала белергә лә кәрәк башҡорт йырын башҡарыу өсөн.
– Башҡорт йырсыларынан кемдәр­ҙең тауышы, башҡарыу оҫталығы һиңә үҙ?
– Яңыраҡ үҙем өсөн Совет осоронда ижад иткән композиторҙарҙы, уларҙың йырҙарын астым. Салауат Низамет­диновтың көйҙәрен, Радик Гәрәевтең моңон оҡшаттым. “Каруанһарай”, “Дәрүиш-хан” төркөмдәре, Сәғиҙулла Баййегеттең һуңғы осорҙағы композициялары бик ҡыҙыҡлы тойолдо. Уларҙы тыңлағандан һуң, беҙҙең төркөм ул йырсыларҙың әҫәрҙәрен үҙенсә эшкәртеп, башҡарып, тыңлаусылар хөкөмөнә сығарҙы. Бөгөн уларҙы, “мэш-ап”тарҙы “Youtube”, “Фейсбук”, “Бәйләнештә” селтәрҙәрендә тыңларға, ҡарарға була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 096

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 894

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 650

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 436

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 515

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 338

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523