Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ил төкөрһә, күл булыр
Ил төкөрһә, күл булырӘлмисаҡтан алып тыуған телдә яңғыраған һүҙ йәнһеҙгә йән өрөр, көсһөҙгә ҡөҙрәт бирер, дәртһеҙҙе илһамландырыр, белергә теләгәнгә аҡыл бирер оло ҡеүәткә эйә. Быуаттар дауамында халыҡтың йөрәк тибеше булған рух балҡышында нурланып, милли аң булмышынан моңланып, дөңгөр һәм думбыра сыңына һалып, тәрән ҡурай моңо аҫтында ил сәсәндәре барлыҡ йәмәғәткә заман һүҙен әйткән, заман заңын еткергән.


Ил төкөрһә, күл булырСәсән әйткән һүҙ халыҡҡа етеп, илгә таралһа, ил тигән илең үҙ һүҙен әйтһә, күл булып йәйелер. Был хәҡиҡәт, ниндәй генә заман булыуына ҡарамаҫтан, теремек ҡуҙҙай үҙ көсөн һаҡлай, хаҡлыҡты һәм ғәҙеллекте аҡлай, милләттең рухи терәген, рухи булмышын яҡлап, үҙ аңы һәм үҙ юлы менән алға барыр замандың көслө, яҡшылыҡты үҙ исеме итеп алыр кешелекле балаһы булырға саҡыра.
Теле булған халыҡ – тере халыҡ, аңы булған халыҡ – алға барған халыҡ тип сәсән әйткән ҡотло һүҙ ҙә, ниндәй генә милләт вәкиле булыуына ҡарамаҫтан, бөгөн беҙҙең заманда, беҙ йәшәгән ерҙә, уратып алған ошо оло донъябыҙҙа тәрән мәғәнәгә эйә икәнен иҫбатлай.
Ил төкөрһә, күл булыр, ти халыҡ. Тап ана шундай ил йыйыр күркәм сара күптән түгел Өфөнөң Халыҡ ижады йортонда Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына һәм 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына арналып, “Сәсән һәм донъя” тигән матур исем аҫтында барҙы.
Халҡыбыҙҙың һүҙ оҫталарын, риүәйәтселәрен, музыканттарын, студенттарҙы йыйған ҙур концерт Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы “Сәсәндәр үҙәге” булышлығында үтте. Халыҡ ижадына һәм уның бөгөнгөһөнә битараф булмағандарҙы йыйған оло майҙанға Салауат Юлаев ордены кавалеры, күренекле ғалим һәм сәсәниә, Халыҡ-ара аҡындар, дастансылар бәйгеһе һәм “Рәсәй тауыштары” Бөтә Рәсәй конкурсы лауреаты Розалия Солтангәрәева сығып үҙ һүҙен әйтте. Ил төкөрһә, күл булырРозалия Әсфәндиәр ҡыҙының тос телмәрен М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия универ­ситетының Сәсәндәр мәктәбе уҡыусылары, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Азат Биксурин, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Илшат Мөслимов, Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Гүзәл Үмәрғәлина, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле солисы Зәлиә Ғәниәтуллина, Сәнғәт училищеһының думбырасылар ансамбле һәм йәш ҡурайсылар ҡеүәтләне.
Рухыбыҙҙы уятыр, уйһыҙҙы ла уйлатыр милли музыка ҡоралдарыбыҙ думбыра, ҡыл-ҡубыҙ, ҡурай моңона һалып әйтелгән дәртләндерер оран, йәштәргә төбәлгән нәсихәт-тәрбиә, олоһо ла, кесеһе лә иш итер яҡшылыҡҡа дан йырлаған “Сәсән һәм донъя” тип аталған күркәм һәм әһәмиәтле сара хаҡында гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 672

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 042

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 562

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 768

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 590

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 447

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 501

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 403

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 657

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 395

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 564