Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хуш бул, һуңғы Герой...
Хуш бул, һуңғы Герой... Былтыр халҡыбыҙ шундай аҫыл шәхестәрен юғалтты. Шуларҙың береһе – легендар летчик-штурмлаусы, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов. Әйткәндәй, ул Башҡортостандан иң һуңғы Герой ине. Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында тыуып үҫкән уҙаман Бөйөк Ватан һуғышында баш етмәҫлек ҡаһарманлыҡтар күрһәтә.
Баһадир һуғыш осоронда 134 тапҡыр уңышлы хәрби осош яһай. Ҡаршы көстөң ҡеүәтен кәметерлек ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Фашистарҙың 22 танкын, бер бронетранспортерын, 40 автомашинаһын, биш самолетын, туғыҙ артиллерия батареяһын, ҡораллы ике эшелонын юҡ итә, шулай уҡ 500-гә яҡын һалдат һәм офицерҙарын ҡыйрата. Яҡташыбыҙҙың бындай уңышын СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы юғары баһалап, күкрәгенә Алтын Йондоҙ таға.
134 хәрби осош... Күпме был, әллә әҙме? Сағыштырыу өсөн ошо һандарҙы атап үтеү ҙә етә. Һуғыш осоронда лет­чиктарҙың ғүмере уртаса һигеҙ осош менән “баһалана”. “Бөтәһе лә һине бәреп төшөрөргә генә тора! Пехотаһы ла, зениткалары ла, дошман самолеттары ла... Утта, һәр саҡ утта!” – тип һөйләгәйне Ҡотдос ағай. Ә инде 50 тапҡыр уңышлы штурмлау үткәрһәң, Советтар Союзы Геройы исеме бирелгән. Ә Ҡотдос Ҡәниф улы 134 тапҡыр һауаға күтәрелә... Ғорурланырлыҡ бит!

Бөгөн Ҡотдос Латиповтың вафатына ҡырҡ көн тула. Мосолмандарҙағы изге йолаға таянып, ошо көндә Геройыбыҙ хаҡында иҫтәлек­тәрем менән уртаҡлаш­маҡсымын. Ни тиһәң дә, ғүмеренең һуңғы алты йылында миңә замандашыбыҙ менән яҡындан аралашырға насип булды.
Ҡотдос ағай менән танышыу көтөл­мәгәнсә килеп сыҡты. Бер заман Рәми Ғариповҡа арналған сарала ҡатнашыу өсөн Мәскәүгә командировкаға ебәрҙеләр. Баш ҡалала Башҡортостандан сыҡҡан Советтар Союзы Геройы йәшәүе хаҡында белә инем, уның “Витязи крылатые” тигән китабын да уҡып сыҡҡанмын. Шуға тиҙ ге­нә телефонын таптым. Мәскәүҙә төп са­ралар үткәс, Герой менән нисектер кү­ре­шеп, әңгәмә эшләргә дәртләнеп киттем.
– Юҡ, ҡустым. Берҙә генә лә һөйләшергә дәртем ташып тормай. Мин һөйләгән әйберҙәрҙең күбеһен гәзиттә баҫмайҙар барыбер. Күп нәмәгә күҙ йомалар. Шуға әңгәмәләшеү яҡлы түгелмен, – тине уҙаман телефон аша һөйләшкәндә. Тик мин дә бирешергә теләмәйем.
– Бик яҡшы, ағай! Бына һеҙҙе бөгөн нимә борсой – шул хаҡта һөйләгеҙ! Ошо илгә азатлыҡ килтергән Геройҙың күңел кисерештәре, моғайын, халыҡҡа ҡыҙыҡ­тыр. Ә беҙ “Башҡортостан” гәзитендә баҫтырып сығарырбыҙ...
– Ярай улайһа. Киске биштә фатирымда көтәм...
Оло йәштәге ветеран менән осрашыу алдынан бер аҙ борсолоп та алғайным. Ни тиһәң дә, йәш үҙенекен итә бит. Шуға ла аралашыу ауырға төшөр тип уйла­ғайным: насар ишетеүе, хәтеренең юға­лыуы ла бар. Килешкән ваҡытта Ҡотдос Ҡәниф улы йәшәгән йортҡа барып еткән инем. Имәндәй таҙа кәүҙәле, егеттәрсә дәртле кешенең ишек асыуын күргәс, аптырап киттем: Ҡотдос Латипов үҙе! Арттырыу ҙа, шаштырыу ҙа түгел – типһә тимер өҙөрлөк!
Яҡташыбыҙ тәү сиратта Башҡортостан халҡының хәл-әхүәлен һорашты, тыуған яҡтың һөйөнөслө яңылыҡтары һәм уңыштары менән ҡыҙыҡһынды.
Ҡотдос ағай үҙенең ҡаһарман яу юлы хаҡында һөйләшеүгә һаран булып сыҡты. Еңеүҙе яулауҙа тос өлөш индергән шәхес илебеҙҙәге бөгөнгө сәйәсәткә ҡарашы һәм дөйөм кешелеккә ҡағылған проблемалар тураһында уйланыуҙары менән уртаҡ­лашты.
Шул һөйләшеүҙә был һүҙҙәрҙе бигерәк әсенеп әйткәйне: “Элек Брестан алып Калининградҡа тиклем ҡурҡмай юлға сығыр инем. Теләгән ағас төбөндә йоҡла, берәү ҙә теймәҫ. Хәҙер иһә мин урамға сығырға шөрләйем. Өйгә туҡтауһыҙ шылтыраталар, әллә ниндәй ҡиммәтле дарыу тәҡдим итәләр. Етмәһә, минең турала яҡшы беләләр: ҡайһы ерем ауырта, нимә борсой... Кем уларға был мәғлүмәтте бирә – аптырарһың. Метрола баҫып барам, ултырырға тәҡдим итеүсе юҡ тиерлек. Ҡасандыр уны яҡлап ҡалған илдә йәшәүе хәүефле – шуныһы бик ҡыҙғаныс.
Герой миҙалын да тағып йөрөмәйем. Шун­да уҡ башыңа һуғып, алтын йондо­ҙом­до йолҡоп алырҙар. Ғүмерем ҡәҙер­лерәк.
Беләһегеҙме, һуңғы йылдарҙа миңә шик менән ҡараусыларҙы ла һиҙә башланым. “Ҡайһы илдән килгән был азиат кешеһе, нимә эшләп йөрөй” тигәндәй ҡырын ҡараш ташлаусылар осрай. Күрәһегеҙме, илдең эске торошона ҡарап, кешеләр ҙә нисек үҙгәрә!”
Әлбиттә, Геройҙың ниңә ошо күре­нештәр хаҡында баҫым яһап әйтеүен ул ваҡытта аңлап етмәгәйнем. Аҙаҡ йылдар һуҙымында аралаша торғас, тағы бер хәл тураһында белеп тетрәндем. Баҡтиһәң, бурҙар Геройҙың фатирына ике тапҡыр төшкән булғандар! Күп кенә ҡәҙерле әйберҙәре, наградалары урланған. Ахырҙа, Ҡотдос ағай охрана компанияһына мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған.
Ошо һөйләшеүебеҙҙән һуң, “Баш­ҡорт­остан” гәзитендә күләмле әңгәмә сыҡты. Быға Герой сикһеҙ шатланды. Хатта рәх­мәт һүҙҙәрен әйтеп, редакциябыҙға хат ебәрҙе. Үҙе лә дәртләнеп китеп, гәзите­беҙгә бер нисә мәҡәлә яҙҙы. Шунан бирле беҙ яҡындан аралашып киттек.
Әгәр Башҡортостанға килер булһа, алдан шылтыратып хәбәр итер ине. Уңайы тура килгәндә үҙем дә Мәскәүҙә уға ҡунаҡҡа кереп, оҙаҡ һөйләшеп ултырыр инек. Үтә лә ябай, ихлас, киң эрудициялы шәхес ине Ҡотдос Ҡәниф улы. Ул 94-се йәшендә яҡты донъянан китеп барҙы. Шулай ҙа ғүмеренең һуңғы көнөнә ҡәҙәр дәртен, айыҡ аҡылын юғалтманы.
“Әйҙә мин һине метроға тиклем оҙа­тырға сығам”, – тиер ине ҡайтырға сыҡҡанда.
– Юҡ, Ҡотдос ағай, мәшәҡәтләнмәгеҙ! Үҙем барып етәм...
– Ҡаршылашма. Мин әле егеттәрҙе уҙып китә алам, – ти ул, йылмайып.
Ысынлап та, Геройыбыҙҙың нисек атлауына ҡарап һоҡланып туйғыһыҙ! Ғорур башын һәр саҡ юғары тота, егеттәрсә шәп атлай, һыны тура... Бына, исмаһам, батыр!
Ҡотдос Ҡәниф улының ижадҡа ла һәләте бар ине. Уның “Витязи крылатые”, “Может ли голубь ястребом стать?”, “Голубок мой легкокрылый” тигән китаптарын әҙәбиәт һөйөүселәр йылы ҡабул итте.
Әҫәрҙәрендә авиаполк миҫалында күп милләтле совет иле яугиренең ҡыйыу­лығы, уның Тыуған еренә тоғролоғо, азат­лыҡ өсөн һуңғы ҡаны тамғансы дошманға ҡаршы барыуын данлай. Һәр һалдаттың ир-егеттәргә хас сифаттарын өлгө итеп ҡуя, шул уҡ ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы тарихының ҡайһы бер ябыҡ биттәрен асып һала. Китаптары менән та­нышып сыҡҡандан һуң, авторҙың ни тик­лем тәрән аҡыллы, кешелекле һәм ба­ҫалҡы икән­легенә инандым. Ә инде былтыр донъя күргән “Будь резвый, беззаветный, сокол ясный!” китабын яҙғанда бы­ға үҙем шаһит булдым. Әйткәндәй, Ҡотдос Латипов рус телендә яҙһа ла, башҡортса шул тиклем матур аралаша ине.
Һуңғы китабын яҙырға ул Өфөгә килде. Бындағы шифаханаларҙың береһенә урынлашты ла ең һыҙғанып ижадҡа сумды. “Тиҙерәк яҙырға кәрәк. Өфөгә килгә­немде таныштарыма әйтмәйем. Юғиһә яҙыу ҡайғыһы китәсәк”, – тигәйне ул. Шуға ла, яҙыуҙа ҡамасауламаһындар өсөн, берәүҙе лә осрашыуға саҡырып барманы.
Туҡһан йәште уҙған ветеранға ижад эше еңелдән бирелмәй. Шуға ла уны нисектер башҡа сараларға алып барып, ҡағыҙ мәшәҡәтенән ял иттерергә тырыштым. Концерттарға, театрға ла барып килдек. Ә бер көндө “Башҡортостан” гәзитенә килеп, журналистар менән осрашыу ойош­торҙоҡ. Күңеле күтәрелеп, ҡанатланып китте замандашыбыҙ.
Ҡотдос Ҡәниф улы һуңғы көндәренә ҡәҙәр һалдат булып ҡалды. Ә хәрби кеше тәртипте ярата. Ул үҙенә лә, бүтәндәргә лә талапсан булды. Әгәр үҙенә саҡырһа, теүәл шул ваҡытҡа килеп етергә тейешһең. Һуңланың икән, шелтәләй. Ә инде был хәл ҡабатланһа, бөтөнләй аралашыуҙы өҙә. Үҙенә талапсан булыуы шунда сағыла: китабын яҙып бөтөп, нәшриәткә тапшырмайынса, Мәскәүгә ҡайтманы!
Уның ябайлығы хаҡында ла әйтеп үтмәксемен. Бер ҡасан да мин-минләнеп йөрөмәне. Көтмәгәндә үҙе шылтыратыр ине. Геройҙың ябайлығын дәлилләп, бер хәлде иҫкә төшөрмәксемен.
Яңы йыл уңайынан миңә бер иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Ҡумтаны асһам, унда затлы таштан яһалған толпар ята!
– Һин уның аҫтын ҡара әле! – ти йылмайып Ҡотдос ағай.
Ҡараһам, статуэт­каның аҫтында сы­йыл­ған яҙыуы ла бар. “Айгиз! Көслө, аҡыллы, дәртле толпар тоғро дуҫың, юлдашың булһын. Бөтә изге маҡсат­тарың тормошҡа ашһын! Ҡотдос Ҡәниф улы”. Бындай яҙманы күргәс ҡау­шап киттем. Бына бит кешенең ябайлығы. Шул яҙыуҙы эшләтер өсөн генә, гравировка үҙәгенә барып килгән. Ҡомартҡыны әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым.
Ҡотдос Латипов менән һуңғы тапҡыр былтыр яҙ күрешкәйнек. 9 Май байрамы алдынан Мәскәүҙә уның фатирында ҡунаҡта булдым. Геройыбыҙ шул көндәрҙә генә Ирандан оҙайлы сәфәрҙән ҡайтҡайны. Баҡтиһәң, Рәсәй Хөкүмәте эшлекле сәфәр менән Иранға сәфәргә барған булған. Делегация составына Геройҙың мосолманын – Ҡотдос Ҡәниф улын алғандар. “Бик юға­ры кимәлдә үтте сара. Ил етәкселеге менән күрештек. Меңләгән ауди­тория алдында сығыш яһаным. Аҙна­нан ашыу йөрөп, арыуҙы ла онотҡанмын”, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Шул күрешеүҙә мин тағы диктофонымды ҡабыҙҙым. Дүрт сәғәттән ашыу һөйләшеп ултырып, байтаҡ темаларға әңгәмә ҡорҙоҡ.
Ни өсөн Советтар Союзы Геройы Башҡортостанда түгел, ә Мәскәүҙә ғүмерен үткәргән? Был һорау миңә күптән тын­ғылыҡ бирмәй ине. Һорауға Ҡотдос Ҡәниф улы асыҡтан-асыҡ яуап бирҙе:
– Һуғыштан һуң Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академияны тамамлағай­ным. Сә­йәси белемем бар бит инде, шуға Баш­ҡортостанға килдем. Бар теләгем үҙе­беҙҙең ерҙә төйәкләнеү ине. Был мәсьәлә менән обкомдың беренсе секретарына индем. Иғтибарлап тыңланылар. “Теләгең, әлбиттә, изге. Ләкин Өфөгә ҡайтһаң, шун­дуҡ фатир бирә алмайбыҙ. Күңелеңә ятҡан эште лә вәғәҙә итмәйбеҙ”, – тинеләр. Аңлашылды инде – атлығып кө­төп тор­майҙар. Ул ваҡытта Өфөлә йәшәгән Советтар Союзы Геройҙары – Муса Гәрәев, Таһир Кусимов менән дә яҡшы аралаша инем. Ҡайтырға йөрөгәнемде белгәс, Муса ошондай кәңәш бирҙе: “Яҡшы йәшәгең килһә, Мәскәүҙә ҡал!” Ысынлап та, ул заманда республикаларҙа йәшәгән Герой­ҙарға, бигерәк тә сәйәси белемлеләргә, конкурент тип ҡарайҙар ине. Йәнәһе лә, уларҙың урынына беҙ ултырып ҡуймайыҡ. Шуға дуҫымдың кәңәшен тыңлап, Мәскәүҙә ҡалдым...
– Һеҙ төрлө милләт вәкилдәре мөхи­тендә йәшәйһегеҙ. Башҡорт булыуығыҙҙы йәшермәнегеҙме?
– Юҡ! Башҡорт икәнлегем битемә яҙыл­ған бит. Мин үҙ халҡымдың кем икәнен беләм. Уның рухи донъяһы, бай тарихы менән ғорурланып йәшәйем. Һуғышта ла полкташтар Башҡортостандан икәнемде белгәс: “О-о, был бит Салауат батырҙың вариҫы”, – тип телгә алалар ине. Яуҙа ла милли батырыбыҙҙан өлгө алып, атакаға барҙым. Салауат рухы мине һауаға күтәрҙе. Беренсенән, Салауаттың тыуған төйәге минең ауылымдан әллә ни алыҫ түгел. Ул да Әй һыуын эсеп үҫкән. Салауат, ысынлап та, миңә яҡын. (Әйткәндәй, Геройҙың өс улы бар. Иң кесеһенең исеме – Салауат. Был да осраҡлы түгелдер).
Ошо урында үҙемдең бер етешһеҙ­ле­гем хаҡында әйтәйем әле. Башҡорттар са­манан тыш баҫалҡы, оялсан. Әрһеҙлек ет­мәй! Шул холҡом миңә күп тапҡыр ҡама­сауланы. Бәлки, һуғыштан һуң әллә ниндәй карьера яһар инем, ә мин ситтә тороуҙы, баҫалҡылыҡты хуп күрҙем. Бүтән милләт­тәштәрем минең хатаны ҡабатламаһын ине.
– Һеҙ бына 93 йәштәһегеҙ. Оҙон ғүмер кисереүҙең сере нимәлә?
– Беренсенән, тәбиғәт биргән һаулы­ғыңдың ҡәҙерен белергә кәрәк. Тәмәке тартыу, эсеү – үҙ-үҙеңде ағыулау. Миңә Герой булараҡ ғүмер буйына төрлө бан­кеттарҙа, табындарҙа булырға тура килде. Әгәр һәр өҫтәлдә эсә башлаһам, күптән таушалған булыр инем. Әлбиттә, ҡунаҡта ала ҡарға булып ултырып булмай. Саманы белергә кәрәк – берҙе күтәрәм дә шуның менән етте. Икенсенән, һәр саҡ спорт ме­нән дуҫ булдым. Элек ауылыма ҡайтһам, Әй буйынан ҡайта белмәй инем. Туйғансы йөҙәм. Мин әле лә көн һайын ярты сәғәт зарядка яһайым.
Мәскәүҙәге шул осрашыуыбыҙ һуңғыһы тип кем уйлаһын. Дәрте ташып торған аға­йыбыҙ Башҡортостанға ҡайтып килергә лә йыйыныуын һөйләне. Ул хатта юлға тә­гәр­мәсле сумаҙанын да әҙерләп ҡуй­ғайны. Башҡортостанды һағынып, Әй буйҙарын юҡһынып йәшәне Герой. “Тыуған төйәгемә ҡайтһам, үҙемдә көс артҡандай була”, – тип әйтергә яратты.
Үлем хаҡында һөйләшергә яратманы. “Мин әле үлергә йыйынмайым. Тағы бер китап яҙа башланым”, – тигәйне һуңғы осрашыуҙа.
Ҡотдос Ҡәниф улының һуңғы теләгенең береһе Мәсетле районында музей асыу ине. “Башҡорт улдары нисек көрәшкән, ниндәй батырлыҡтар ҡылған – йәш быуын шуны белергә тейеш. Ошо музей патриотик тәрбиә биреү урыны булһын ине. Быны мин үҙем өсөн тырышмайым. Мәскәүҙәге Хәрби дан музейында исемем алтын хәрефтәрҙән яҙылған, минең хөрмәткә аллея ла ултыртылды. Мин быны киләсәк быуынды хәстәрләүҙән әйтәм”, – тигәйне.
Ысынлап та, һуңғы Геройыбыҙ Ҡотдос Латиповтың был ниәте тормошҡа ашыр тип ышанабыҙ. Уның кесе улы Салауат был эшкә ныҡлап тотонған да инде. Әле ул буласаҡ музей өсөн Мәскәүҙән атаһы­ның шәхси әйберҙәрен, архивын Башҡорт­ос­танға күсереү менән мәшғүл. Мәсетле районы хакимиәте, үҙ сиратында, арҙаҡлы шәхесен мәңгеләштереү йәһәте­нән көсөн йәлләмәҫ.
...Легендар летчик-штурмлаусы, от­став­калағы полковник Ҡотдос Латипов иҫ киткес ватансыл шәхес булды. Иленә күр­һәткән изгелектәре өсөн Хоҙай уға оҙон ғүмер биргәндер. Мәскәүҙә уны хөрмәтләп һуңғы юлға оҙаттылар. Дәрә­жәһен иҫәпкә алып, уны Хөкүмәт ҡарама­ғындағы Троекуров зыяратында ерләне­ләр. Башҡорт батыры ундағы Дан аллея­һында һуңғы төйәген тапты. Тыуған иленең ҡайнар сәләме тип ҡәберенә Башҡортос­тандан килтерелгән тупраҡты һалдылар. Шул мәлдә оркестр йөрәкте өҙгөс һағышлы көйҙө уйнаны. Был мәлдә күҙ йәштәрен тыйыу мөмкин түгел ине...
Илдең, халыҡтың мәртәбәһен Ҡотдос Ҡәниф улы кеүек шәхестәр билдәләй. Шун­дай арҙаҡлы уҙамандың замандашы булыуы менән бәхетлебеҙ! Һәм ундай батырҙарыбыҙҙы оноторға беҙҙең хаҡыбыҙ юҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. сакина
    сакина от 08.02.2017, 14:57
    Шундай шәп кеше булған! Урыны ожмахталыр... Мәҡәлә оҡшаны. тетрәтерлек!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 095

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 449

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 648

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 435

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 513

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 336

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 521