Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ барыбыҙ ҙа – Урал батыр балалары
Беҙ барыбыҙ ҙа – Урал батыр балалары Мәктәп йылдарында уҡ, “Урал батыр” эпосы менән танышҡандан һуң, ниңә ошо мәшһүр әҫәргә бағышлап кино йә йәнһүрәт төшөрмәйҙәр икән, тип уйлана торғайным. Ысынлап та, донъяға, йәмәғәтселеккә сығарып танытырлыҡ бына тигән сәнғәт өлгөһө булыр ине! Кесеһенән олоһона тиклем ҡарап, барыһы ла башҡорт халҡын таныу ғына түгел, ә тормош мәғәнәһе, асылы, ғүмер ҡәҙере, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында ихлас уйланыр, ниндәйҙер һығымта яһар ине...
Һәм, ниһайәт, баш ҡалабыҙ Өфө­лә “Урал батыр” эпосына бағыш­ланған һәйкәл ҡуйыласаҡ тигән өмөт уянды. Уның проектын Рәсәй Рәс­самдар союзы ағзаһы, Башҡортос­тандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, скульптор Хәйҙәр Ғарипов тәҡдим итте. Үҙе әйтеүенсә, был йүнә­лештәге эште ул студент сағында уҡ башлаған икән.
– Уҙған быуаттың 70-се йылдары башында Өфө сәнғәт училищеһында белем алдым. Ул ваҡытта “Урал батыр” эпосы “Ағиҙел” журналында ба­ҫылып сыҡҡайны. Ҡулдан-ҡулға йө­рөтөп уҡыныҡ. Скульптура дәре­се­нән композиция эшләп алып ки­лергә өйгә эш бирелгәс, һис уйлап тормай, Уралды һынландырырға ниәт иттем, – тип хәтерләй Хәйҙәр Халидар улы.
Мәшһүр эпосты 1910 йылда Мө­хәмәтша Буранғолов Ғәбит һәм Хә­мит сәсәндәрҙән яҙып ала. Эпос бө­гөнгө көнгә тиклем килеп еткән икән, тимәк, фольклорсының фиҙакәрлеге бушҡа булмаған. “Урал батыр” мил­ләтте рухи яҡтан тәрбиәләү, изгелек менән яуызлыҡты айыра белергә өйрәтеү йәһәтенән бөгөн дә алмаш­тырғыһыҙ роль уйнай. Һуңғы йыл­дарҙа тамырҙа­рыбыҙҙы өйрәнеүгә, нәҫелебеҙҙе барлауға ҙур иғтибар бирелә, ә төптән уйлап ҡараһаң, һәр беребеҙҙең шәжәрәһе “Урал батыр”ҙан башлана бит. Беҙ барыбыҙ ҙа – Урал батыр балалары.
Башҡортостандың ете мөғжизә­һенең береһе тип танылған “Урал батыр” эпосы ТӨРКСОЙ-ҙың, ЮНЕСКО-ның матди булмаған мә­ҙәни мираҫы исемлектәренә ин­дерелгән. Һүҙ юҡ, аҫыл ҡомартҡыбыҙ тураһында ғилми тикшеренеүҙәр, эҙләнеүҙәр әле булһа дауам итә, уны өйрәнеү буйынса төрлө саралар ойошторола, шиғри һәм сәсмә әҫәрҙәр донъя күрә. Әммә, дөрөҫөн әйткәндә, былар ғына аҙ.
– Йәнбирҙе менән Йәнбикәне Әҙәм һәм Һауа менән сағыштырырға мөмкиндер. Бер улдары – хаҡ, икенсеһе ҡырын юлдан бара. Ошо ҡапма-ҡаршылыҡта – донъя фәлсә­фәһе, был хаҡта беҙ бер ҡасан да оноторға тейеш түгелбеҙ, – тип үҙ ҡарашын белдерә Хәйҙәр Халидар улы.
“Урал батыр” эпосы – башҡорт халҡының боронғо архаик ҡомарт­ҡыларының береһе. Ул фин халҡы­ның “Калевала”, германдарҙың “Нибелунгтар тураһындағы йыр”, ҡыр­ғыҙ­ҙарҙың “Манас” кеүек эпик шиғ­риәт шедеврҙары менән бер рәттә тора. Тик шуныһы – башҡалар үҙҙәренең геройын киң даирәләргә сығарып, уларҙың исеме менән урамдарын, район-ҡалаларын ата­ған, уларға таш һәйкәлдәр ҡуйған бер мәлдә беҙҙең был тәңгәлдәге эштәребеҙ саҡ башланып ҡына тора.
“Урал батыр” эпосы геройҙарына скульпторҙарҙың һәйкәл ҡуйыу тигән теләге лә бары макеттарҙа ғына ҡала килә. Хәйҙәр Ғарипов тәҡдим иткән проект күптән иғтибарға лайыҡ та бит...
Һүҙ юҡ, “Урал батыр” эпосын һынландырған һәйкәл күптән кәрәк. Халҡыбыҙҙың йөҙөн билдәләп кенә ҡалмай, республика ҡунаҡтарына башҡорт халҡын танытҡан, баш ҡа­лабыҙға ғына түгел, тотош респуб­ликабыҙға үҙенсәлекле милли колорит өҫтәгән тағы ла бер йәмле урынға әйләнер ине ул.
Проект менән яҡындан таныштырып үтеү бөтәһе өсөн дә ҡыҙыҡлы булыр, моғайын. Уның урынлашыр урыны – Башҡортостан Республи­каһының Хөкүмәт йорто алды, Ағи­ҙел йылғаһының яр буйы. Һәйкәл тигәс тә, бер һындан ғына күҙал­ланмай ул. Иң өҫтә, үҙәктә, әлбиттә, Урал батыр урын аласаҡ. Баҫып торған килеш, гүйә, ул ҡарашын алға, киләсәккә төбәгән. Уң ҡулында – ергә ҡаҙалған ҡылыс, һулында – таштабаҡта Йәншишмә һыуы. Ике яғынан ике арыҫлан ята. Алғы яҡтан яр буйлап баҫҡыс төшә. Ә баҫ­ҡыс­тың ике яғы буйлап – халҡыбыҙҙың бүтән эпостарынан күренештәр. Шул рәүешле башҡорттоң ауыҙ-тел ижады байлығы тулы кимәлдә күҙ алдына баҫасаҡ. Аҫта иһә фонтан комплексы урынлаштырыласаҡ. Фонтан үҙәгендә – ятҡан килеш сабыйҙы күккә сөйгән ир менән ҡатын һыны. Улар тормоштоң күсәгилешлеген, быуындар алмашыныуын, мәңгелек тормошто аңлата. Донъя халыҡтары өсөн “Урал” географик атаманы ғына билдәләһә, башҡорттар өсөн был исем тәү сиратта изге аманат булараҡ ҡәҙерле.
Хәйҙәр Ғариповтың бик күп эш­тәре бөгөн Сибай ҡалаһын биҙәй. Билдәле дәүләт эшмәкәре Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, милли батырыбыҙ Салауат Юлаев, әҙип­тәребеҙ Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева, Һәҙиә Дәүләтшина, Мөхәмәт­ша Буранғолов, Советтар Союзы Геройы Фёдор Белов бюстары, халыҡтар дуҫлығына арналған һәйкәл – былар барыһы Урал аръяғы баш ҡалаһын күркәмләндереп тора. Бынан тыш, уның эштәре Баймаҡ һәм Учалы райондарында ла күп. Һәм, әлбиттә, аҫыл мираҫыбыҙ “Урал батыр” эпосына арналған мөһабәт эше лә баш ҡалабыҙҙа урын алып, һис шикһеҙ, барыһын да һоҡлан­дырыр, тип ышана ул.
2006 йылда проектты Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында профессор Әхмәт Сөләймәнов етәкселегендәге комиссия тикшерә. Әхмәт Мөхәмәт­вәли улы уны бик оҡшата. Һәйкәл комплексының аҫҡы өлөшөнә ҡарата үҙенең бер нисә тәҡдимен дә индерә.
Моғайын, баш ҡаланың йәме булыр был һәйкәлде төҙөү маҡсаты тормошҡа ашыр. Киләсәктә ул республикабыҙға ағылған туристар өсөн ғәжәйеп бер күренеш булыр ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 110

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529