Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ яҙмышының ҡото ла, таянысы ла
Халыҡ яҙмышының ҡото ла, таянысы ла 1 ғинуарҙа автономиялы Башҡортостанды ойоштороусыларҙың береһе, Зәки Вәлидиҙең иң яҡын көрәштәше, башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы, бөтә донъяға билдәле этнограф һәм иҡтисадсы Ғәлимйән Тағандың (Ғәлимйән Ғирфан улы Тағановтың) тыуыуына 125 йыл тулды.
Ул 1892 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур губернаһының Силәбе өйәҙендәге (әле — Ҡурған өлкәһенең Әлмән районы) Тәңрекүл ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Мәҙрәсәне, рус мәктәбен һәм семинарияны тамамлағас, ауыл мәктәптәрендә уҡыта. 1914 йылда Тифлисс прапорщиктар әҙерләү мәктәбен тамамлай, 1917 йылға тиклем Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Ошо уҡ йылда тыуған яғына ҡайтып, Зәки Вәлидиҙең Башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушыла, поручик, Башҡорт ғәскәрҙәрен ойоштороусыларҙың береһе була. 1918 йылдың июненән Ғәлимйән Таған Силәбеләге халыҡ власы комитеты ҡарамағындағы Башҡорт хөкүмәте вәкиле, башҡорт хәрби советы ағзаһы итеп тәғәйенләнә. Июль айынан 5-се Башҡорт пехота полкы командиры вазифаһын башҡара, Ялан кантоны идараһы рәйесе була. Һуңыраҡ 2-се дивизияның 3-сө Башҡорт уҡсылар полкы командиры, Башҡорт хөкүмәтенең хәрби бүлеге ҡарамағындағы Башҡорт хәрби шураһы ағзаһы итеп тәғәйенләнә.
1918 йылдың октябренән Ғәлимйән Таған Халыҡ армияһы, унан һуң адмирал Колчактың Рус армияһы составында Эшсе-Крәҫтиән ҡыҙыл армияһы ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. 1919 йылдың февралендә башҡорт ғәскәрҙәре Зәки Вәлидов менән бергә большевиктар яғына сыҡҡас, Ғәлимйән Таған үҙенең полкы менән аҡтар яғында ҡала. 1919 йылдың йәйендә ул генерал Красновтың Көньяҡ армияһында хеҙмәт итә, 1920 йылдың июненән Колчак ғәскәрҙә­рендәге башҡорттарҙың хәрби-милли идараһы штабы начальнигы итеп тәғәйенләнә.
Колчак ғәскәрҙәре ҡыйратылғандан һуң, 1920 йылдың ноябрендә Ғәлимйән Таған атаман Семенов отряды составында ике мең башҡорт менән бергә Манчжурияға, артабан Японияға китә.
Һуңыраҡ ул Венгрияға күсә, Дебреценда агротехника университетын тамамлай. 1929 йылда Ғәлимйән Таған венгр телендә “Һуғыш осоронда һәм унан һуң Рәсәй валютаһы” монографияһын баҫтырып сығара. Ошо уҡ йылда иҡтисад фәндәре докторы булып китә. 30-сы йылдар башынан алып 1944 йылға тиклем Венгриялағы Милли этнография музейының көнсығыш бүлегенә етәкселек итә. 1945 йылдан Германияның Гамбург университетында төрки телдәр буйынса лекция уҡый, тюркология докторы дәрәжәһенә етә.
Европала Ғәлимйән Таған төрки халыҡтар этнографияһы буйынса ҙур белгес булараҡ танылыу яулай. Хеҙмәттәрендә төркиҙәрҙең бай тарихын һәм мәҙәниәтен донъя йәмәғәтселегенә еткерергә тырыша. Венгрияның Милли музейында эшләгән осорҙа ул этнографик материалдарҙың каталогтарын төҙөй, мәҡәләләр яҙа, Көнбайыш ғалимдарының хеҙмәттәрен өйрәнә. Ошо йылдарҙа фәнни журналдарҙа уның йылҡысылыҡ, төрки халыҡтарҙың милли эсемлектәрен әҙерләү, йөн эшкәртеү, кейеҙ баҫыу алымдары, башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, төркмән, азербайжан, ҡырым татарҙары, сыуаштарҙың рухи мәҙәниәте, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһындағы очерктары, мәҡәләләре донъя күрә. Төркиәгә, Финляндияға, Балтик буйына һәм Исландияға экспедициялар барышында Ғәлимйән Таған төрки һәм фин-уғыр халыҡтары этнографияһын сағыштыра. Уның ошо темаға арналған байтаҡ уникаль хеҙмәттәре сыға.
Ғәлимйән Таған 1948 йылдың 29 июнендә вафат була. Ул Гамбургта ерләнә. Эмиграция йылдарында Төркиәлә йәшәгән Зәки Вәлиди менән бәйләнешен юғалтмай.
Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә Туған бына нисек хәтерләй шул осорҙо: “Гамбургтан Ғәлимйән Тағандың вафаты тураһындағы хәбәрҙе ишетеп, атайым бик ныҡ ҡайғырҙы. Тағы ла тауҙарға юлланды. Илай-илай ҡурайҙа уйнап, башҡорт йырҙарын йырланы, күңелендәге ҡайғы-хәсрәтен, һағыштарын йыуырға тырышты...”
Ғәлимйән Тағандың Рәсәйҙә ҡалған ғаиләһе лә бик күп ҡайғы, михнәт кисерә. Уҙған быуаттың 30-сы йылдарында сәйәси золом башланғас, Тағандың ҡатынын ҡулға алып, Силәбе төрмәһендә бик ныҡ язалап, атып үлтерәләр. Ҡыҙын сит кешеләр икенсе исем биреп, йәшерен тәрбиәләп үҫтерәләр. Уның Ҡурған өлкәһендәге Әлмән районының Зәйникәй ауылында йәшәүе билдәле.
Ғәлимйән Тағанды Башҡортостанда онотмайҙар. Уның биографияһы Башҡортостандың ҡыҫҡа энциклопедияһына һәм Башҡорт энциклопедияһының алтынсы томына индерелгән. Республикабыҙҙа уның рухи мираҫына арналған фәнни-ғәмәли конференциялар ойошторола. Күптән түгел генә Өфөнөң Октябрь районы Нуғай ҡасабаһындағы урамдарҙың береһенә уның исеме бирелде. Ғөмүмән, Ғәлимйән Тағандың исеме Башҡортостан тарихы менән үрелгән. Шуға ла бер быуатлыҡ юбилейыбыҙҙы билдәләгәндә был шәхесте лә ҡәҙерләп иҫләү зарур. Яңы Башҡортостандың, яңы Рәсәй Федерацияһының төҙөлөүендә уның да өлөшө баһалап бөткөһөҙ ҙур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Радик Юлъякшин да килә

Радик Юлъякшин да килә 05.02.2019 // Анонстар

6 февралдә Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазиндың Хәтер кисәһе үтә....

Тотош уҡырға 998

Ғабдрахман Ҡадировтың мотоциклын күрергә килегеҙ

Ғабдрахман Ҡадировтың мотоциклын күрергә килегеҙ 09.01.2019 // Анонстар

29 ғинуарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһында “Башҡортостандың 100 исеме” проекты сиктәрендә “Тәүге...

Тотош уҡырға 1 118

Рок тере. Мәннән дә тере

Рок тере. Мәннән дә тере 14.12.2018 // Анонстар

Башҡорт рок-музыка яратыусылары йәнә Өфөлә “Урал батыр” республика фестивалендә йыйыласаҡ. Икенсе...

Тотош уҡырға 1 060

Телевидениела – “Тракторсы мөхәббәте”

Телевидениела – “Тракторсы мөхәббәте” 26.10.2018 // Анонстар

Башҡортостан юлдаш телеканалы “Тракторсы мөхәббәте” тигән ҡаҙаҡ киносериалын күрһәтә....

Тотош уҡырға 1 174

Аҙанлы таң – көнгә ҡеүәт

Аҙанлы таң – көнгә ҡеүәт 22.08.2018 // Йәмғиәт / Анонстар

Байрамса кейенгән, йөҙҙәрендә нур балҡыған, ҡараштарынан изгелек бөркөлгән ҡәрҙәштәребеҙ иртә менән...

Тотош уҡырға 1 163

Иҫке Күлдә – яңы үҙәк

Иҫке Күлдә – яңы үҙәк 21.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Анонстар

Нуриман районының Иҫке Күл ауылында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһына...

Тотош уҡырға 1 237

Нуриман районының Иҫкекүл ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды

Нуриман районының Иҫкекүл ауылында яңы социаль-мәҙәни үҙәк асылды 17.08.2018 // Йәмғиәт / Анонстар

Нуриман районының Иҫкекүл ауылында социаль-мәҙәни үҙәк асылды. Тантанала республика Башлығы...

Тотош уҡырға 1 304

Башҡорт сәйен эсеп ҡарағыҙ!

Башҡорт сәйен эсеп ҡарағыҙ! 16.08.2018 // Иҡтисад / Анонстар

Боланут (иван-чай) хаҡында күптәрҙең ишеткәне бар. Интернет селтәрендә лә был шифалы эсемлектең...

Тотош уҡырға 1 301

Ергә эйелергә йыбанмаһаң...

Ергә эйелергә йыбанмаһаң... 15.08.2018 // Эшҡыуар / Анонстар

Илле дүрт сутый баҡса. Аҙмы был, күпме? Йөҙәр гектар баҫыуҙарҙа эш иткәндәргә бындай ҙурлыҡтағы...

Тотош уҡырға 1 346

Төбәк бәҫе – мәғарифтың көсөндә

Төбәк бәҫе – мәғарифтың көсөндә 14.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Анонстар

Баш ҡалабыҙ Өфөлә сираттағы Мәғариф буйынса республика кәңәшмәһе үтте. Уның эшендә 600-ҙән ашыу...

Тотош уҡырға 1 216

Эштең ауырлығын һиҙмәйҙәр

Эштең ауырлығын һиҙмәйҙәр 10.08.2018 // Иҡтисад / Анонстар

Байрам алдынан төҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың...

Тотош уҡырға 1 257

Күрһәтерлек өлгө бар

Күрһәтерлек өлгө бар 08.08.2018 // Иҡтисад / Анонстар

Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Бүздәк районына эш сәфәре барышында ураҡ барышы менән танышты,...

Тотош уҡырға 1 184