Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Данлы Бабич, моңло Нәжми ерендә
Данлы Бабич, моңло Нәжми ерендә Йыл башында иғлан ителгән әҙәби марафон республика буйлап сәфәрен дауам итә. Ошо көндәрҙә уға Дүртөйлө ере ҡоласын йәйҙе. Башҡорт шиғриәтенең ҡабатланмаҫ йондоҙҙары булып ҡабынған Шәйехзада Бабич, Назар Нәжми, халыҡ сәсәне Фәррәх Дәүләтшин, Бөйөк Ватан һуғышында ҡаһармандарса һәләк булған шағир Бәҙрүш Моҡамай оло әҙәбиәт донъяһына нәҡ ошо ерҙән юл алған.
“Юҡ, мин шағир була алмаҫ инем,
Әгәр тыуһам башҡа ерҙәрҙә...” –
тип йәнтөйәген данлап яҙған бит Назар Нәжми.


Әҙәбиәт йылы уңайынан ойош­торолған был акцияның шарттарына ярашлы, танылған әҙиптәр төбәккә барып, йәш ҡәләм тирбәтеүселәргә оҫталыҡ дәрестәре бирә, кәңәшен әйтә, халыҡ менән осрашыуҙа ҡатнаша. Был юлы ошо изге ғәмәлде үтәү әҙәбиәт аҡһаҡалдары Марат Кә­римов, Хәсән Назар, Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе урынбаҫары Фәниә Ғәбиҙуллина, Мил­ли әҙәби музей директоры урын­баҫары Илүзә Шәйәхмәтова, шағир Венер Фәттәх өлөшөнә төштө. Дүр­төйлөлә йәшәп, әүҙем ижад иткән яҙыусылар Рафаил Хафизов, Илдус Тимерханов, Мөҙәрис Мөсифуллин, Илештән Зәлифә Кашапова ла беҙгә ҡушылғас, күңел тағы күтәрелеп китте.
Данлы Бабич, моңло Нәжми ерендәҒәҙәттәгесә, ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Ринат Хәйруллин ҡаршыланы. Ул Дүртөйлөлә Әҙәбиәт йылы уңайынан башҡарылған эштәр хаҡында һөйләне, киләсәккә ҡоролған ниәттәрен атаны, фекерҙәрен ихлас уртаҡлашты. Унан һуң хакимиәт башлығы эш өҫтәлендәге тартмаға үрелде.
– Бына яңыраҡ ҡына “На­зар Нәжми” тигән китап сы­ғарҙыҡ. Шуның тәүге данаһын һеҙгә күрһәтәйем әле, – Ринат Мәсғүт улы кирбес ҡалын­лы­ғындағы йыйынтыҡты беҙгә тотторҙо. – Уның авторы – ға­лимә Мәҙинә Хәмиҙуллина. Бында шағир тураһында иҫ­тәлектәр, уның менән әңгә­мәләр урын алған.
Шундай ҙур эш атҡарған дүр­төйлөләргә “афарин”дан башҡа ни әйтәһең?! Һәр район үҙенең арҙаҡлылары тура­һында ошондай китап сығара алһа, ҡана һуң...
Данлы Бабич, моңло Нәжми ерендәБилдәле булыуынса, әҙәби ма­рафонды ойоштороусылар йәш таланттарҙы табыуҙы, уларҙы үҫтереүҙе төп маҡсат­тың береһе итеп ҡуя. Шуға ла ошонда йәшәп, ижад менән шөғөлләнгәндәрҙең ҡулъяҙма­ларын тикшереү­гә айырыуса ҙур иғтибар бүленде. Атап әйт­кән­дә, Рәфил Саматовтың, Гөлнара Мәхи­йә­но­ваның, Рә­симә Мостафинаның әҫәр­ҙә­ренә ентекле анализ бирелде, уларҙың ижад емештәрен килә­сәктә йыйынтыҡ итеп сығарырға ла кәңәш ителде.
Күренекле шағир, Салауат Юла­ев исемен­дәге дәүләт пре­мияһы лауреаты Хәсән Назар ҡулъяҙмалар менән алдан танышып сыҡҡан икән – төплө сығыш яһаны.
– Башлап ижад итеүсе­ләр­ҙең күптәре өсөн ошондай күренеш хас: асылда үҙ ихатаһынан, көнкүрешенән, күңелдең иләҫ-миләҫлегенән ары китеүҙәр әл­лә ни һи­ҙелмәй, – тине Хәсән Мөҙәрис улы. – Был һүҙҙе рес­пуб­ликаның һәр төбәгендә, хат­та яҙыусылар йыйылыш­тарында ла ҡабат-ҡабат әйтмәү мөмкин түгел. Граж­дан­лыҡ лирикаһы тураһында, социаль яңғыраш­тар хаҡында һис кенә лә оно­торға ярамай. Илең, мил­ләтең хәстәрҙәре, азатлыҡ рухы, рух азатлығы тигән тө­шөнсәләр уйландырһын, ба­рыбыҙҙы бергә тупларҙай ил­һамлы һүҙ булып ҡанат­ландырһын. Бөгөнгө хәле­беҙ­ҙә, борсоулы донъяла шағир өсөн шунан да оло ғәмдең булыуы мөмкинме һуң?!
Был саранан һуң беҙҙең төр­көм икегә бүленде. Тәүге­ләре Шәйехзада Бабичтың тыуған ауылы Әсәнгә юл тот­һа, икен­селәре халыҡ шағиры Назар Нәжмиҙең Миңеште­һенә ашыҡ­ты. Әйткәндәй, ике оло шә­хес­тең дә исемен мәң­ге­ләш­тереү өсөн районда байтаҡ эш башҡарылған, ике­һенең дә музейы булды­рылған.
Миңеште ауылына барған әҙиптәр Назар Нәж­миҙең ҡәбе­ре­нә сәскәләр һалды. Ябай урында ерләнмәгән Шағир. Үҙе васыят иткәнсә, ауылдың иң ҡал­ҡыу урынын­да, шишмә янын­да ҡәбере. Хәҙер инде ул урында мемориаль комплекс булдырылған. Һәр милләт шу­лай итеп хөрмәт күрһәтә ала үҙ улына.
Ҡәбер алдында шундай яҙыу ҙа бар:
“Үлгәс, мине ерләһәгеҙ ине,
Үрбашынан ҡарап бер урын.
Башҡа ерҙәр мине онотһа ла,
Онотмаҫ, тим, был ер үҙ
улын”.
Данлы Бабич, моңло Нәжми ерендәЮҡ, халҡы онот­май шағи­рын. Әле үҙе иҫән саҡта дәү­ләт оло хөрмәт йө­ҙөнән тыуған ауылында ике ҡатлы йорт төҙөп биргән. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, Назар Нәж­ми унда аҙ ғына йәшәп өлгөргән...
– Назар Нәжми һәр саҡ беҙ­ҙең күңелдә йә­шәй, – тине уның йорт-музейындағы осра­шыуҙа халыҡ шағиры Марат Кәримов. – Ул шул тиклем ихлас, ябай кеше ине. Беҙ Назар ағайҙың замандашы булыуыбыҙ менән бәхет­лебеҙ.
Был көндә марафонда ҡат­на­шыусылар район китап­хана­һын­да үткәрелгән “Туҡай моң­дары” кисәһендә лә бул­ды. Әҙиптәр уҡыусы­ларҙы ижади күстәнәс­тәре менән һый­лаһа, балалар бөйөк Туҡайҙың шиғырҙарын төрлө телдә уҡып ишеттерҙе.
Ә инде кисен район мә­ҙәниәт һарайында ҙур тамаша үтте. Мишкә районы вәкил­дәре йыл символын тантаналы рәүештә Дүртөйлөгә тапшырҙы.
– Әҙәбиәт йылында беҙҙең төбәктә күркәм саралар үтә, – тине хакимиәт башлығы Ринат Хәй­рул­лин. – Ғинуарҙа Бабич­ҡа арнап матур байрам ойош­торолғайны. Күпме ваҡыт үтһә лә, әҙәбиәт үҙ әһәмиәтен, кө­сөн юғалтмай. Уның аша беҙ кешелек тарихын өйрәнәбеҙ. Рес­публикабыҙҙа ойошто­рол­ған ошо акция эҙһеҙ үтмәҫ, яңы исемдәрҙе асыр тип ышанабыҙ.
Амин, шулай булһын! За­мандашыбыҙ Хәсән Назарҙың һүҙҙәре менән әйткәндә, йә­шәр милләт, сәме сүкмәҫ, булһа батырҙары менән шағирҙары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 051

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 575

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 775

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 602

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 457

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 510

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 668

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 406

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571