Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мишкә байрам итте “биш”кә
Мишкә байрам итте “биш”кә Беҙ юлға сыҡҡанда ҡояштың да кәйефе көр ине. Билдәле әҙип, “Аманат” журналының баш мөхәррир урынбаҫары Дамир Шәрәфетдинов етәкселегендәге төркөмдө Мишкәнең сигендә икмәк-тоҙ менән ҡаршыланылар.

Районға керер алдынан бер ҡапҡа бар, ҡунаҡтарҙы иң башта шуның аша үткә­рәләр. Изге ниәт менән килгән кешеләр үтә был ҡапҡанан. Беҙ ҙә үттек: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының төп белгес-эксперты Альбина Юлдашбаева, Милли әҙәбиәт музейы директоры Гөлдәр Моратова, Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана хеҙмәткәре Ирина Күсәрбаева, “Истоки” гәзите редакцияһының яуаплы секретары Светлана Ғафурова, “Мираҫ” бейеү ансамбленең художество етәксеһе Мишкә ҡыҙы Нәфирә Иҡсанова-Бабичева.
Мишкә байрам итте “биш”кәРайон хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Сергей Александров, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Мөнир Нурисламов, үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре директоры Татьяна Кондогина ихлас йөҙ менән әйҙүкләне.
Башта “Дружба” гәзите редакцияһында әҙә­биәт һөйөүселәр менән осрашыу үтте. Юлия Полохина, Рита Ялаева, Светлана Салиева, Светлана Тоймурзина, Геннадий Шамшиев, Вячеслав Камиляновтарҙың ҡулъяҙ­малары тикшерелде.
– Әҙәбиәт йылының тәүге көндәренән үк эш башланыҡ. Дауаханаларҙы әҙәби китаптар ме­нән тәьмин итәбеҙ, кисәләр үткәрәбеҙ, – тине Татьяна Кондогина. – Яңыраҡ Светлана Салиева китабының исем туйын үткәрҙе.
– Йыйынтыҡ ҙур түгел, ләкин миңә шатлыҡ килтерҙе, – ти Светлана. Уның һүҙҙәренә яҙыл­ған йыр кисәнең бер йәменә әйләнде.
– Мин кескәй саҡтан ижад итәм. Тәүге яҙға­ным­ды балалар журналына ебәргәйнем, хат килеп төштө. Телең матур, тормошто, тәбиғәтте тоя­һың, тик шиғырың һуңлап килде, хәҙер көҙ түгел, ҡыш, тигәндәр. Шиғриәттең дә миҙгелдәре бар­мы икән ни!? – тине Геннадий Шамшиев.
Мишкә байрам итте “биш”кәДамир Шәрәфетдинов оҫталыҡ дәресе үткә­реп алды — биш минутта яҙылған шиғырын уҡып ишеттерҙе. Бына ул:
Нисә тапҡыр булдым һиндә –
Йәйҙәрен дә, ҡыш та.
Бабич һәйкәлен асҡан саҡ,
Мишкә һаман иҫтә.

Беҙ ҡайтырбыҙ, тигән, бында –
Ҡайтты Али Карнай.
Тере һымаҡ, ана, таштан
Флорид дуҫым ҡарай.

Сүллек түгел Мишкә ере –
Аҙым һайын табыш.
Бөгөнгөнө күреп торһа,
Әй, ҡыуаныр Бабич!

Күңелемә алып китәм,
Әй, Мишкә, Мишкә!
Өфөләрҙә – баш ҡалала –
Мең төшөрһөң иҫкә.

– Ҡулъяҙмаларҙы уҡып сыҡтыҡ, – тине Дамир. – Тик мари телендәгеләрен алданыраҡ ебә­рергә кәрәк ине, ошо милләт шағирын табып тикшертер инек. Урыҫ теленә тәржемә ител­гән­дәрен генә уҡый алдыҡ юғиһә. “Дружба” гәзи­тен­дә әҙә­би түңәрәк ойошторорға тәҡдим итәм. Әгәр әсәйеңә шиғыр уҡыйһың икән, ул бер ваҡытта ла тәнҡитләмәҫ. Һеҙгә үҙ-ара аралашыу кәрәк.
Светлананың хикәйәләрен уҡығас, мин уға алтмыш йәштәр барҙыр тип уйлағайным. Йәп-йәш ҡыҙ икән. Әгәр үҫергә теләһәң, берәй прозаик менән аралаш. Ә былай яҙғандарың насар түгел.
– Әҙәби әҫәр кешене үҙгәртергә тейеш. – Светлана Ғафурованың был кәңәштәре лә яҙа үтмәгәндер. – Ижад ҡәләм менән ер ҡаҙыуға тиң.
Гөлдәр Моратова ла өгөттәрен бирҙе.
Артабан осрашыу китапханала дауам итте. Башҡорт, урыҫ, татар китаптарының күргәҙмәһе ойошторолған ине. Татьяна Кондогина ра­йон­дың әҙәби һәм мәҙәни тормошо менән таныштырҙы, ауыл ки­тап­ханаларының бигүк шатлыҡлы булмаған хәле тураһында һөйләне.
Гөлдәр Моратова республикала егерме әҙәби музей эшләүе хаҡында әй­теп үтте: “Әҙәбиәт – мәҙә­ниәттең нигеҙе ул. Бында ата-әсәләр ултыра. Ком­пью­терға ҡаҙалған бала­ларҙы нисек китапҡа йәлеп итеү тураһында уйларға кәрәк”.
Китапхананан һуң мәҙә­ниәт һарайына юл­ландыҡ. Бында талантлы драматург Флорид Бүләков иҫтә­ле­генә таҡтаташ асыу тан­та­наһы үтте. Яҡташ яҙыу­­сыны хөрмәт иткән­дәре күре­неп тора мишкәләрҙең. Уның бер туған ҡустыһы Рәүеф ағай ҙа килгәйне. “Райо­ны­быҙҙың бөйөк улына хөрмәт күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт!” – тине ул.
Бөйөк Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған “Талантлы Бабич, ҡанатлы Бабич” тигән кисә башланды. Шағирҙың тормош һәм ижад юлын сағылдырған сәхнәне ҡарап, тәндәр семерҙәне. Артабан Гөлдәр Моратова миш­кәләргә мәҙәниәт министры Әминә Шафи­ҡо­ваның тәбрикләү хатын уҡыны.
Ҡариҙел районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Руслан Булатов Йылъяҙма-китапты Мишкә районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Сергей Александровҡа тапшырғандан һуң, район мәҙәниәт һарайы артистары күркәм концерт ҡуйҙы.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 450

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 401

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566