Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күк ҡабағы асылған ай
Күк ҡабағы асылған ай
Ураҙа ғәйете – һәр мосолман өсөн иң оло байрамдарҙың береһе. Йыл һайын республикабыҙ мәсеттәренә халыҡ йыйылып, бер-береһен изге көн менән тәбрикләй, йөрәк түренән сыҡҡан теләктәрен еткерә.

Изге Рамаҙан айы тамамланыу уңайынан мосолмандарҙы Баш­ҡорт­остан Республикаһы Президенты вази­фаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөс­­тәм Хәмитов ҡотланы. “Был байрам әхлаҡи камиллыҡты, кешенең мәр­хәмәтлеккә һәм диндарлыҡҡа ынтылышын кәүҙәләндерә. Ураҙа ке­­ше­ләрҙе изгелек эшләргә, бүләк бирергә һәм ҡунаҡ ҡабул итергә, бер-беребеҙҙең хаталарын кисерергә, мохтаждарға ярҙам итергә өндәй. Был ҡиммәттәр кешеләр араһында үҙ-ара аңлашыусанлыҡты, йәмғиәт­тәге татыулыҡты һәм тыныс­лыҡты нығытыуға булышлыҡ итә.
Күк ҡабағы асылған айБөгөн мосолман руханиҙары конфессия-ара хеҙмәттәшлекте үҫте­реүгә ҙур өлөш индерә, йәштәрҙә башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтенә ҡарата ихтирам тәрбиәләргә ярҙам итә. Республикала мәсеттәр төҙөү әүҙем бара, Ислам белеме системаһы камиллаштырыла, дин тотҡан йәш­тәр менән эшләү ойошторолған, хаж ғәмәле ҡылыуҙа ярҙам күрһәтелә”, – тине ул һәм барыһына ла байрам кәйефе, һаулыҡ һәм бәрәкәт, изге эштәрендә уңыштар теләне.
Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин Өфөнөң “Ләлә – Тюльпан” мәсетендә вәғәз һөйләне, Рамаҙан айы тамамланыу айҡанлы доға уҡыны.
“Ураҙа айында ғына түгел, башҡа көндәрҙә лә аслыҡтан интеккән, ҡайғы кисергән кешеләргә беҙ битараф ҡала алмайбыҙ. Украинала, изге Фәләстин ерендә барған фажиғәләр Бер Аллаһҡа табыныусы миллиондарса халыҡтың йөрәген телә”, – тине ул.
Байрам һулышы Өфөнөң бар тарафын ялманы. Аксаков баҡсаһында ойошторолған “Оҫталар ҡалаһы” күргәҙмә-йәрминкәһендә башҡорт артистары халыҡты йыр-моң менән һыйланы, милли аш-һыуыбыҙҙың хуш еҫе танауҙы ҡытыҡланы, зауыҡлы милли кейемдәр күҙ яуын алды.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты иһә “Родина” кинотеатрында “Рамаҙан менән хушлашыу” тигән сара ойошторҙо, ҡунаҡтарҙы ифтар ашы менән һыйланы.
Был көндө республиканың һәр ҡалаһы һәм районында дин тотоусылар мохтаждарға хәйер өләште, саф теләктәр менән доға ҡылды, мәсет­тәрҙә хәләл ризыҡтарҙан ауыҙ итте. Йөрәктәргә тулған Хоҙай нуры кеше­ләрҙең йөҙөндә лә сағыла ине.

.


Автор: С. НӘЗИРОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 432

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 519