Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәрт һәм сәм менән
Дәрт һәм сәм менән
Һай, был тормош! Төрлөсә ҡаҡҡылай, һынай әҙәм балаһын. Мәсәғүт ауылында йәшәгән Гөлнара менән Рөстәм Дәүләтовтар, кем белә, бәлки, ҡасандыр бәхетһеҙлеккә тарымаһа, тәүәккәлләп эшҡыуарлыҡҡа тотонорҙар инеме?!

Гөлнара – шәфҡәт туташы, ә Рөстәм лицей-интернатта уҡытыусы булып эшләй. Ҡы­уанып йәшәй йәштәр. Һай­лаған һөнәрҙәре икеһенең дә күңеленә яҡын. Бер-бер артлы тыуған сабыйҙары тәтелдәп йөрөй. Әммә көтмәгәндә бә­хетһеҙлек килә: көндәрҙең береһендә йорттары янып көлгә әйләнә. Ҡайғырып йөрөп кенә бер ни ҡылып булмай, тапҡан-таянғанын тиненә тиклем һаҡлап тотоноп, йәнә йорт бөтөрөп сыға бөтмөр ғаилә. Инде үткәндәр бер сама онотолоп, дәртләнеп кенә йәшәп ятҡанда, тағы хужалыҡҡа “ҡыҙыл әтәс” ҡунаҡлай...
Ул ваҡытта Дәүләтовтарҙың ни кисергәнен шундай ҡазаға дусар булғандар ғына аңлар, моғайын. Артабан нисек йәшәргә? Ни өсөн тап ошо афәт уларға ябырылды? Был бит үҙенән-үҙе килгән бәлә түгел. Кемдеңдер мәкерле эше.
Бынан һуң уҡытыусы менән шәфҡәт туташының хеҙмәт хаҡына ғына өй һалыуҙы күҙ алдына ла килтереп булмай. Беҙҙә белем, хеҙмәт кеше­һенең эше тейешенсә баһа­ланмай шул. Кәңәшләшкәндән һуң, Рөстәм дә, ҡатыны ла яратҡан эш урынын ҡал­дырып, эшҡыуарлыҡҡа тото­норға ҡарар итә.
Дәрт һәм сәм менәнҒаилә башлығының бәлә­кәйҙән ҡул эшенә тилберлеге, педагогия колледжында ошо йүнәлештә белем алыуы ла уй-ниәтенә көс, дәрт өҫтәй. Ҡатынының теләген йөпләп тороуы сәм бирә. Кредит, тейешле документтар юллау башлана. Шулай итеп, бер аҙҙан Мәсәғүт ауылында “Тәҙрәләр донъ­яһы” фирмаһы барлыҡҡа килә. Пластик тәҙрәләрҙән тыш йәнә йөҙлөктәр, тимер һәм ағас ишектәр ҙә етештерә улар.
Бөтмөр ғаиләнең әкиәт иле кеүек донъяһына, ихаталарында асылған оҫтаханаға һоҡланып ҡарап йөрөйбөҙ. Бөгөн улар 16 кешене эшле иткән. Ана, Юрий Насибуллиндың ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Быяланы йәһәт кенә киҫеп, тәҙрә йыйыусы егеттәргә тапшыра. Динис менән Илфат Ғабдуллиндар әҙер рамдарҙы үлсәп, тишектәр уйып, өлгөләрҙе ҡаптырып та ҡуя...
Бөгөн район үҙәгендә ошондай уҡ эш менән бер нисә урында шөғөл­ләнһәләр ҙә, тап Рөстәм етәкләгән фирманы юллап килеүҙәре осраҡлы түгел.
Был хаҡта етәксе:
Дәрт һәм сәм менән– Бөгөнгө заманда бары сифат менән генә алдырырға, заказ би­реү­селәрҙең ихтирамын яуларға мөмкин, – ти. – Берәүҙең үтенесен еренә еткереп үтәһәң, ул икенсе кешегә тәҡдим итә. Шулай дан китә инде.
Әлбиттә, заман алға барған һайын халыҡтың ихтыяжы ла үҫә. Һәр кем матур йәшәргә, донъяһын береһенән-береһе уҙҙырып тигәндәй биҙәкләргә, һырларға тырыша. Тимәк, был бул­ғанына шөкөр ҡылып бер урында ғына тапанырға ярамай тигәнгә ишара.
Гөлнара беҙгә киләсәккә уй-хыялдары хаҡында һөйләй.
– Күптән түгел Татарстанға барып, тәҙрә йөҙлөктәрен семәрләп яһау буйынса эш алымдарын өйрәнеп ҡайттыҡ, – тип матур фотоһүрәттәр менән таныштыра.
Дәрт һәм сәм менән тотонғанға күрә лә эше ырамлы Дәүләтовтарҙың.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 097

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 451

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 987

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 895

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 651

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 243

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 462

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 965

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 437

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 516

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 339

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 523