Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Нурмөхәмәт хәҙрәт — абруйлы мөфтөй
Нурмөхәмәт хәҙрәт — абруйлы мөфтөйМосолмандарҙың VII съезы ошоно раҫланы
“Аллаһ Тәғәләнең ҡушыуы буйынса һәр кемегеҙ — көтөүсе: хакимға — халҡы, ир-егеткә — ғаиләһе, ҡатын-ҡыҙға йорт йәме һәм башҡаларға ниҙер өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелгән”, — тигән Ибн Ғүмәр. Был йәһәттән бөгөн дини ойошма етәксеһенә айырыуса ҙур бурыс ҡуйылған: ул халыҡ араһында мәғрифәтселек, иман нуры таратыу менән бергә төбәктең, илдең именлеген, милләт, конфессия-ара бәйләнештәрҙең ныҡлығын тәьмин иткән төп көстәрҙең береһе булып тора.

Күп милләтле Башҡортостан тотороҡло үҫеш кисергән тыныс республика булараҡ билдәле. Ҡаҙаныштың нигеҙендә, әлбиттә, халыҡтарҙың бер-береһе менән дуҫ-татыу йәшәүе, теленә, мәҙәниәтенә, йолаларына ихтирам менән ҡарауы, именлеккә ынтылышы һәм башҡа күркәм сифаттар ята. Был — илдә дөрөҫ сәйәсәт алып барылыуы, дини етәкселәрҙең аҡыллы эшмәкәрлегенә аныҡ дәлил. Кисә Өфөлә уҙғарылған ҙур сарала — Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының VII съезында — ошо йәһәттән башҡарылған һәм үтәлергә тейешле мәсьәләләр билдәләнде, ойошманың кадрҙар системаһы ҡаралды.
Йыйылышты асып, Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Марат Мәрҙәнов республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың съезда ҡатнашыусыларға ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе, Диниә назаратының Исламдың күркәм тәрбиәһен таратыуға, йәмғиәттең рухи нигеҙен, әҙәп-әхлаҡ ҡанундарын һаҡлауға һәм үҫтереүгә индергән өлөшөн юғары баһаланы. Рәсәйҙең Мөфтөйҙәр советы рәйесе Рауил хәҙрәт Ғәйнетдинов та, был һүҙҙәрҙе ҡеүәтләп, ойошманың артабан да үҙ юлын лайыҡлы дауам итеренә ышаныс белдерҙе.
— Уңышлы эшмәкәрлеккә күп йыллыҡ тәжрибәгә эйә, халыҡтың ышанысын аҡлаған хөрмәтле мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллиндың индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ, — тине ул.
Нурмөхәмәт хәҙрәт — абруйлы мөфтөйБашҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет рәйесе Вячеслав Пятков, Башҡортостан митрополияһы башлығы митрополит Никон, баш раввин Дан Кричевский һәм башҡалар ҙа Диниә назаратының, уға оҙаҡ йылдар етәкселек иткән мөфтөйҙөң эшен уңышлы тип баһаланы һәм киләсәктә лә милләттәр, ил мәнфәғәтендә берҙәм эшләргә теләк белдерҙе.
Һөҙөмтәлә Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин үҙ вазифаһын дауам итәсәк: съезда ҡатнашҡан 165 делегаттың 136-һы уның өсөн тауыш биреп, мөфтөйгә ҙур ышаныс күрһәтте, яңы бурыстар йөкмәтте.

Мөхәммәт хәҙрәт ТАЖЕТДИНОВ, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты хакимиәте етәксеһе:
— Башҡортостан Диниә назаратының уңыштары, ҡаҙаныштары өсөн һөйөнәбеҙ, йәмғиәтебеҙ, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә алып барған эштәрен юғары баһалайбыҙ. Йәштәр бүлеге айырыуса һөҙөмтәле хеҙмәт күрһәтә. Ғөмүмән, уртаҡ маҡсатҡа ынтылабыҙ икән, кәңәшләшеп, фекер алышып эшләргә бурыслыбыҙ. Иншаллаһ, изге ниәттәребеҙ тормошҡа ашмай ҡалмаҫ, татлы емештәре менән ҡыуандырыр.

Әғләметдин хәҙрәт ҒӘЗИЗОВ, Сибай ҡалаһының имам-мөхтәсибе:
— Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин — тәжрибәле, халыҡтың ышанысын аҡлаған етәксе. Уның үҙ вазифаһында эшен дауам итеүе, һис шикһеҙ, төбәгебеҙҙең именлеге өсөн ифрат әһәмиәтле. Шул уҡ ваҡытта дини тәрбиә биреү йәһәтенән башҡараһы бурыс бихисап: бында хөрмәтле мөфтөйҙөң тәжрибәһенә ихтыяж ҙур.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 109

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 464

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 098

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 908

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 667

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 253

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 575

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 440

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 520

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 343

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 529