Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт урманы дәүер һынауында
Башҡорт урманы дәүер һынауында“Кешеләргә саҡлы урмандар булған, улар артынан сүллектәр генә ҡалған” – Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыевтың нескә тойомлауына миҫал итеп Африканың төньяғында урынлашҡан Сахара сүллеген килтереү ҙә етә. Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты ултырышында әйтелгән был һүҙҙәр — кеше эшмәкәрлегенең ул үҙе үк көн иткән тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһоноң бер генә сағылышы. Һуңғыһы ла түгел.

Бысҡы — санитар...

Дөйөм тәбиғәт, атмосфера һауаһы, төҙөлөш материалы булараҡ урман, урман һәм һыу режимы, урман һәм экология һәм башҡа мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙа Башҡортостандың урман хужалығы министры Рәжәп Нәбиуллин, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең лаборатория мөдире, профессор Алексей Кулагин, Рәсәй урмансылары йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Марат Ғәбитов ҡатнашты.
Башҡортостанда урман бөтә майҙандың 44 процентын биләй һәм, профилле комитет рәйесе, иҡтисад фәндәре докторы Рәсүл Ғосмановтың фекеренсә, уға тотороҡло идара итеүҙе республика үҫешендә өҫтөнлөклө йүнәлешкә әүерелдереү, уның конкурентлыҡ һәләтенә өлгәшеү зарур.
Теләк ысынбарлыҡҡа әүерелһен өсөн ҡайһы бер юл ыңғай проблемаларҙың көн үҙәгенән төшөүе мөһим. Беренсеһе — ҡырҡыуға етешкән һәм ҡартайған ағастар. Тармаҡ министрының мәғлүмәте буйынса, Башҡортостандың урман фондында 756 миллион кубометр ағас иҫәпләнһә, шуның 414 миллионы — өлгөргән һәм ҡартайған ағастар. Аныҡлабыраҡ әйткәндә, йыл һайын 8,7 миллион кубометр ағас ҡырҡылырға тейеш булһа, ул 3 миллион самаһынан артмай, һәм һуңғы биш йылда ҡырҡылырға тейешле ағас күләме 33 миллион кубометрға киңәйгән. Был майҙандар Урал алды төбәгенең 70 километр әйләнәһендә Белорет, Бөрйән, Иглин, Ейәнсура, Йылайыр, Ғафури, Архангел, Ишембай, Мәләүез райондары биләмәләренә тура килә.
Сәскән игенде урған, ултыртҡан йәшелсәне ҡаҙып алған кеүек, урманды ла ҡырҡып торорға кәрәк, был тәңгәлдә комитет ултырышында ҡатнашыусыларҙың фекере уртаҡ. Рәжәп Нәбиуллиндың мәғлүмәттәре буйынса, халыҡ ихтыяждары өсөн йыл һайын 1,5 миллион кубометр ағас ҡырҡыла. Баҙар дәүерендә әүҙемләшкән эшҡыуарҙар һәм үҙ нужаһы өсөн ваҡ кәсепселәр 500 мең кубометр ағас әҙерләй. Ҡуртымға алынған урмандарҙы файҙаланыусыларҙың күләме шаҡтай юғары: 2,5 миллион кубометр. Ә бына санитария маҡсатында ҡырҡыу йәһәтенән эштәр, киреһенсә, маҡтанырлыҡ түгел.
Ултырышта билдәләнеүенсә, урман ҡырҡыуҙа һәм ағас эшкәртеүҙә бик күп ҡалдыҡтар – ботаҡтар, төпһәләр, ҡабыҡ, төҙөлөшкә ярамаған башҡа нәмәләр — йыйыла. Уларҙың күләме йыл һайын 1 миллион кубометрға етә. Башҡорт урманында үҙ хужалығында йөрөгән кеүек эш итеүсе ҡуртымсылар бының менән иҫәпләшеп тормай, сөнки ул бөгөн — бында, иртәгә — әллә ҡайһы тарафта. Ошо хәл тармаҡ белгестәрен ағасты тәрән (ҡалдыҡһыҙ) эшкәртеү мәсьәләһе өҫтөндә уйланырға мәжбүр итә, сөнки ҡалдыҡтарҙы төҙөлөш материалы булараҡ ҡына түгел, биологик яғыулыҡ итеп тә файҙаланырға мөмкин.

Фән күҙлегенән

“Төп бурысын күп кенә ведомстволар — ағас эшкәртеүҙә, ә экологтар урмандарҙы сәләмәтләндереүҙә күрә”, — ти Илдар Һаҙыев. Министрҙың фекеренсә, йәмғиәтебеҙ сәнәғәт үҫешенең аманатына әүерелеп бара. Мәҫәлән, былтыр атмосфера һауаһына 1 миллион тоннанан ашыу зарарлы матдәләр бүлеп сығарылған, һәм шуның 62 проценты автомобиль транспортына тура килә. Уҙып барған йылдың Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителеүенә бәйле, тармаҡ министры тоҙло ямғырҙарҙың урмандарға зыяны тураһында ла әйтеп үтте, Өфөләге фанера һәм фанера-плитә комбинаттарының “экологик эшмәкәрлеге”нә лә туҡталды.
Профессор Алексей Кулагиндың сығышы иң күләмлеһе һәм иң хислеһе булғандыр. Биология фәндәре докторы булараҡ, ғалим урманға төҙөлөш материалы йәки саф һауа сығанағы тип кенә ҡарамай, уның фекеренсә, урмандың биологик функциялары ағас булараҡ ҡиммәте алдында күпкә юғары. Мәҫәлән, уның һыу режимын көйләүҙәге әһәмиәтен йәмәғәтселек башына ла килтермәй. Профессор хәҙерге шарттарҙа Өфө районы биләмәләрен ауыл хужалығы маҡсаттарында түгел, ә баш ҡаланың саф һауа сығанағы булараҡ файҙаланыу кәрәклеге мәсьәләһен күтәрҙе, шулай уҡ туризмды үҫтереү өсөн дә урманды һаҡлау мәсьәләһенә туҡталды.
Урманға идара итеүҙә йәмәғәтселеккә таяныу бик мөһим, тип билдәләне Рәсүл Ғосманов һәм ошоға бәйле Рәсәй Хөкүмәтенең быйыл 26 сентябрҙә көсөнә ингән “Урмандарҙы файҙаланыу, һаҡлау һәм тергеҙеүҙә дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәре хаҡында”ғы ҡарарын иҫкә алды. Уға ярашлы йәмәғәт ойошмаларын, экологтарҙы, битараф булмаған граждандарҙы урмандағы хәлде яҡшыртыуға йәлеп итеү мөһим. Нисек – быныһы инде урындағы даирәләрҙең аң-һәләтенә бәйле. Урман эсендә йәшәп тә уның файҙаһын бик күрмәгән граждандар был законды йоғонтоло итеү тураһында уйлана башлар, моғайын.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 104

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 459

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 992

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 902

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 662

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 249

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 568

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 526