Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өмөт формулаһы
Өмөт формулаһыПенсия тәғәйенләүҙең яңы формулаһы октябрь башында Рәсәй Президенты өҫтәленә ятырға тейеш. Оҙайлы ваҡыт сарыф итеп әҙерләнгән был документҡа ил Хөкүмәтендә юғары баһа бирелде. Дмитрий Медведевтың фекеренсә, уны үҙгәртеү мохтажлығы юҡ. Халыҡ ҙур өмөт бағлаған формуланы ижад итеүҙе шәхси күҙәтеүҙә тотҡан вице-премьер Ольга Голодец Хөкүмәт башлығын да уҙҙырып ебәрҙе: “Йәмәғәтселек хуплауына лайыҡ булған документ барыһын да ҡәнәғәтләндерә”.

Ил башлығы яңы формуланы раҫлармы, әллә кире бороп сығарырмы — Аллаһ Тәғәлә үҙе генә белә. Әммә хәҙер үк икеләнмәй шуны әйтергә мөмкин: яңы формула, белгестәр фекеренсә, юғары баһаға лайыҡлы ижад емешенә оҡшамаған, сөнки ул, тармаҡтағы стратегик бурысты урап үтеп, Пенсия фондында йылдар буйы тупланған ағымдағы проблеманы ғына хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Мәҫәлән, Фондты тулыландырыу, 1 триллион һум күләмендәге дефицитты бөтөрөү буйынса яңы формула авторҙары бер ниндәй ҙә тәҡдим индермәй. Киреһенсә, пенсияға сығыу йәше артмаясаҡ, эшҡыуарҙарға страховка иғәнәләрен күберәк түләргә тура килмәйәсәк, тип тынысландыра улар.
Әйткәндәй, Рәсәйҙең Пенсия фондында быйылғы алты ай буйынса яһалған йомғаҡта ла шундайыраҡ кәйеф сағыла. Пенсиялар ваҡытында түләнде, ике тапҡыр арттырылды, тиелә унда. Хеҙмәт пенсияһы ай һайын элеккегә ҡарағанда 172 һумға күберәк килә.
Яңы формула буйынса пенсия эш хаҡының 40 процентын тәшкил итеүҙе күҙ уңында тота. Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Андрей Пудовтың һүҙҙәре менән әйткәндә, “граждандарға пенсия түләүҙең социаль ҡабул ителерлек кимәле гарантияһы”. Яңы формула пенсионерға кәмендә ике-өс йәшәү минимумына тиң түләүҙәр вәғәҙә итә.

Яуапһыҙ ҡалған һорауҙар

Пенсия фондына иғәнәләр арттырылмағас, өҫтәмә сығымдар ҡайҙан алынасаҡ һуң? Яуап: пенсиялар элекке йылдарҙағы кеүек арттырылмаясаҡ, инфляцияға 2 процент өҫтәлеп индексацияланасаҡ ҡына. Ошо юл менән яңы формула авторҙары йылына 500 миллиард һумды янда ҡалдырырға иҫәп тота. Ә бит Пенсия фондында резервтар юҡ түгел. КПРФ рәйесе Геннадий Зюгановтың уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уҡ әйткән түбәндәге һүҙҙәрен нисек иҫкә төшөрмәйһең: илдә аҡса етерлек, тик уларҙы дөрөҫ файҙаланырға һәм урлашмаҫҡа кәрәк. Фекерҙе дәлилләү өсөн күҙгә төртөлөп торған ике сығанаҡты атап үтергә мөмкин: олимпиадалар һәм донъя кимәлендә саммиттар уҙғарыу өсөн аҡса табыла. Ошо арала ғына Рәсәйҙең сәйәси даирәләре халыҡ-ара әһәмиәткә эйә ике сара: былтыр Владивостокта һәм яңыраҡ Санкт-Петербургта — саммиттар үткәрҙе. Оборонаға федераль ҡаҙна сығымдарының ундан бер өлөшө китеп тора. Ошо мәҡәләне әҙерләгәндә үҙәк телевидение каналдары аша Кремлдең хәрби ҡорал һатып алыуға өс триллион һум тотонорға планлаштырыуы хаҡында хәбәр ителде. Ҡаҙнаны миллиард һумдарға бүҫкәрткән “Оборонсервис” менән бәйле тарихҡа һаман нөктә ҡуйылмаған.

Кемдең ҡулында –
шуның ауыҙында


Пенсия түләүҙә ғәҙеллек принцибының тупаҫ боҙолоуы ла сер түгел. Ҡырағай капитализм күләгәһенә ышыҡланып, кемдең ҡулында – шуның ауыҙында, принцибына эйәреп, пенсия тураһында закон ижад иткән даирәләр үҙҙәренә, хәрбиҙәргә, судьяларға, хоҡуҡ һаҡлау органдарында, дәүләт хеҙмәтендә йөрөүселәргә пенсияны мул тәғәйенләү хәстәрен күрҙе. Мәҫәлән, судья бөгөн матди байлыҡ етештереүҙә бил бөккән төҙөүсе, игенсе, малсы кеүек һөнәр эйәләренән өс-дүрт мәртәбә артыҡ пенсия ала, ә юғары вазифа биләгәндәргә иһә хатта ун тапҡырға күберәк түләнә. Ошондай тәртип хөкөм һөргәндә Пенсия фондында аҡса етмәүе бер ҙә ғәжәпләндермәй, сөнки табыш мәхкәмә залында түгел, ә тауар етештереүҙә эшләп алына. Был проблеманың социаль сағылышы, юридик яғы иһә тағы ла хәтәрерәк, ғәмәл Рәсәй Конституцияһының 19-сы статьяһына ҡаршы килә, унда граждандарҙың, социаль, раса, дини һәм башҡа хәленә ҡарамай, закон алдында тиң хоҡуҡлылығы нығытылған.
Дөрөҫ, Пенсия фондына түләүҙәрҙә лә етешһеҙлектәр, хатта административ яуаплылыҡҡа тарттырырҙай хоҡуҡ боҙоуҙар юҡ түгел. Вице-премьер Ольга Голодецтың әйтеүенә ҡарағанда, илдә Социаль страховка фондына түләргә бурыслы субъекттар 80 миллиондан ашыу булыуға ҡарамаҫтан, яртыһынан күберәге гражданлыҡ бурысын атҡарыуҙан төрлө юлдар менән ситләшә. Быныһы, әлбиттә, һөйләшеү өсөн айырым тема. Һөҙөмтәлә Фонд яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса ғына ла 1 триллион һумды (был тармаҡтағы дефицитҡа торошло) алып еткермәй. Ысынлап та, етди проблема ул, тик закон сығарыу һәм башҡарма власть органдарының был эш менән етди шөғөлләнмәүе генә ғәжәпләндерә.

Тәгәрмәс
күптән уйлап табылған


Ни өсөн АҠШ һәм Европа өлгөһөнә эйәрергә яратҡан Рәсәй закон сығарыусыһы һәм чиновнигы был юлы ғәҙәтенә хыянат итә? Яуаптың ике төрлө булыуы мөмкин: улар өсөн файҙалы түгел йәки ҡулдарынан килмәй.
Ә бит шул уҡ Европала пенсия түләү йәһәтенән бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ юҡ. Мәҫәлән, В. Путин оҙаҡ йылдар йәшәгән һәм эшләгән Германияла был мәсьәлә менән уҙған быуаттың 40-сы йылдары аҙағында уҡ етди шөғөлләнеп, донъяла өлгө булырлыҡ ғәмәлгә өлгәшкәндәр. Бөгөн немец пенсионеры Рәсәйҙәге йәштәшенән дүрт тапҡырға күберәк аҡса ала икән, әлбиттә, уны Икенсе донъя һуғышында еңеүҙең кем яғында булыуы бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай. Норвегияла иһә Германияны ла уҙҙырып ебәргәндәр, унда энергетика сығанаҡтарын сит илдәргә һатыуҙан алынған мул табыштың бер өлөшөн оло йәштәгеләрҙең пенсияһына өҫтәмә итеп түләйҙәр. Рәсәй ағза булып торған халыҡ-ара ойошмаларҙа пенсионерҙарҙың матди хәле һәм һаулыҡ һаҡлауҙың торошо тураһындағы иҫкәрмәләрҙең йыш ҡына яңғырауына ҡарамаҫтан, власть уға ҡолаҡ һалырға ашыҡмай.
Рәсәй Конституцияһының 7-се статьяһына күҙ һалайыҡ. “Рәсәй Федерацияһы — социаль дәүләт, уның сәйәсәте кешегә лайыҡлы тормош һәм ирекле үҫеш тәьмин иткән шарттар булдырыуға йүнәлтелгән”. Донъя күргән кешене ышандырмай был юлдар, һәм фекерҙе раҫлаған дәлилдәрҙе күпләп килтерергә мөмкин булыр ине. Ватан пенсионерының хәле үҙе үк шул хаҡта һөйләп тора. Социаль дәүләт иң элек социаль тиңлектә сағылыш таба, мәҫәлән, көслөләр ауырыраҡ йөктө күтәрә, байҙар һалымды күберәк түләй. Европала тиҫтәләрсә йыл ошо ҡанун эш итә, хатта ул донъялағы иң үҫешкән АҠШ дәүләте менән уңышлы ярыша. Әммә Рәсәйҙең закон сығарыусылары шәхси килемгә үҫә барыусы прогрессив һалым индереү кеүек йәмғиәттең ысынлап та социаль һиммәттәр буйынса үҫешеүен, ил ҡаҙнаһын ярайһы тулыландырған сығанаҡты төрлө юлдар менән тотҡарлай килә.

Бай түгел, фәҡир түләһен!

Ни өсөн Федераль Йыйылыш депутаттары үҙҙәре ҡабул иткән конституция талаптарын боҙа? Һорауға яуапты иҡтисад фәндәре докторы Борис Ключниковтың “Наш современник” (2004 йыл, 10-сы һан) журналында сыҡҡан мәҡәләһендә табырға мөмкин. “Оло ете” (Рәсәй унда һигеҙенсе ағза булып ҡабул ителде) тарафынан раҫланған, “Вашингтон консенсусы” тип аталған документтың тәүге пункттарында уҡ йәмәғәт ҡулланыуына сығымдарҙы мөмкин тиклем кәметеү һәм байҙарҙан һалымды мөмкин булғанса аҙыраҡ түләтеү ҡарала, тип яҙа ғалим. Сөнки тәүгеһе инфляция кеүек кире күренешкә килтерһә, икенсеһе, бай ҡатламдың аҡса туплауға ынтылышын иҫәпкә алғанда, инвестицияларҙы арттырыу кеүек ыңғай күренешкә булышлыҡ итә. Был – бер.
Икенсенән, Рәсәйҙә 90-сы йылдарҙа иғлан ителгән бер генә реформа ла ыңғай һөҙөмтә бирмәне. Был, донъя тәжрибәһенән сығып ҡарағанда, тиңдәше булмаған һәм һаман да аңлатыу тапмаған кире феномен. Тимәк, хикмәт теге йәки был башланғыстарҙа түгел, ә дәүләттең эске тәбиғәтендә. Ысынлап та, ҡарғаны бер ҡасан да һандуғас кеүек һайрарға өйрәтеү мөмкин түгел.
Өсөнсөнән, закондарҙың барлыҡ граждандар өсөн дә уртаҡ булыуы мотлаҡ, сөнки Рәсәй Федерацияһының Төп законында нығытылған положениелар һәр социаль төркөм йәки ҡатлам өсөн (өҫтөнлөк биреү йәһәтенән) айырым закон ижад итеүҙе тыя. Йәмәғәт “бәлешенә” яҡын торған өсөн генә иң тәмле һәм иң ҙур киҫәкте үҙеңдеке итергә ынтылған закон сығарыусы – дәүләткә хыянат ҡылыусы ул. Игенсе, малсы, төҙөүсе кеүек матди байлыҡ тыуҙырыусы граждандарға пенсияны тинләп түләгән дәүләт оҙаҡ йәшәй алмай. Рәсәйҙә йөҙ йыл әүәл булып үткән ваҡиғалар быны икеләнмәҫлек итеп раҫланы.

Батыусыны ҡотҡарыу –
уның үҙ хәстәре


Яңы формула халҡыбыҙҙың “Итәк ҡырҡып, ең ялғамайҙар” тигән әйтемен иҫкә төшөрә. Ярлы граждандар иҫәбенә генә пенсионерҙың хәлен яҡшыртыуға иҫәп тотоу – был тәҡдимде әҙерләүселәрҙең йәмәғәтселекте иҫәргә һанарға ынтылыуынан бигерәк үҙҙәренең бер ҡатлы булыуын аңлата. Рәсәй Президенты әллә күпме ваҡытты, аҡсаны елгә осороп ижад ителгән документты кире борор, тигән уй ҙа юҡ түгел. Әлбиттә, йәмәғәтселек үҙ фекерен еткерергә ҡыйыулыҡ тапһа. Иламаған балаға имсәк бирмәйҙәр, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит.
Пенсионер – оло йәштәге граждан ғына түгел, ә кешенең хәл-торошо. Йәшлекте һағыныу, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәтирәләр, үкенестәр, баҫып барған йылдар йөгө, ауырыуҙар, мохтажлыҡ... Был исемлеккә “өмөт” төшөнсәһен иң һуңғыһы итеп теркәргә кәрәктер, сөнки был тойғо әҙәм балаһы күҙҙәрен мәңгелеккә йомоу менән генә юҡҡа сыға.
Эйе, Рәсәй пенсионерҙарының меңдән береһе генә, Европалағы йәштәштәре кеүек, сит илдәргә сәйәхәт менән күңелен күтәрә ала торғандыр. Күпселеге иһә тиндәрен ҡат-ҡат иҫәпләп, ҡалған ғүмерен дүрт стена араһында йәки баҡсала бөксәңләп үткәрергә мәжбүр.
Яңы формула бар ғүмерен эш менән уҙғарған байтаҡ ватандашыбыҙҙың хәлен яҡшыртыр тигән өмөт, әлбиттә, юҡ түгел. Өмөт йәшәтә кешене фани донъяла. Өмөтһөҙ – шайтан, тигәндәр бит.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 104

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 459

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 992

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 902

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 662

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 249

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 568

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 966

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 517

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 526