Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Орден(Чечня һуғышында булған егет һөйләй)

Мәскәү ҡалаһының ҙур залында
Ошо ярсыҡ менән "аттылар":
"Батырҙарын ил онотмаҫ", — тиеп,
Күкрәгемә тәре таҡтылар.
Пуля тейгән саҡта ауыртыу юҡ,
Һыҙланыуҙар килә аҙаҡтан...
Күкрәгемдән йолҡоп алдым уны,
Тик ҡотолоп булмай ғазаптан.
Салауаттың маңлайына баҫҡан
Утлы тамға кеүек, был ҡалай
Нисәмә йыл йөрәгемде өтә,
Нисәмә йыл йәнде язалай!..

* * *
Ул саҡта мин малай ғына инем,
Башта елдәр иҫә уйларға.
Әйтерһең дә, китеп барам кеүек
"Һуғыш" тигән уйын уйнарға.
Был һуғыш та кем өсөндөр — уйын,
Уйнаусылар ләкин — башҡалар.
Беҙ, һалдаттар, бары пешка ғына,
Ә уйынды ҡора батшалар.
Ике батша ҡул бирешә ала —
Ҡарамы ул йәки Аҡмы ул.
Ни мәғәнә, күпме һалдат ауғас,
Шах ҡуйҙыңмы йәки матмы ул?!
Тик сәйәсәт шахмат уйыны түгел,
Хатта батша һынлы батша ла
Тормош таҡтаһында бит үҙенең
Пешкаларынан да "ашала"...
Күргәнем юҡ минең үҙ иленә
Үҙе һөжүм иткән һалдатты.
Кемдәр беҙҙең башты бутаны һуң,
Йә, кемдәре беҙҙе алдатты?!

* * *

Бер ауылда булдыҡ. "Таҙартыу" тип,
Беҙ "таҙарттыҡ" чечен ҡураһын.
Һалдат өсөн баштың кәрәге юҡ,
Һәм унан кем яуап һораһын.
Һалдаттың бит башы — юғарыла,
Үҙенеке түгел — башҡала:
Уның өсөн командиры уйлай,
Дума уйлай, уйлай батша ла...
Бер кәүҙәңә әллә нисә баш бар,
Үҙ башыңдың юҡ бер хәжәте.
"Минең өсөн башҡа берәү уйлар" —
Ә был инде Рәсәй ғәҙәте.
Гербта ла ике башлы мутант —
Ғәриплеккә мәллә ул билдә?!
Ике башы ике төрлө уйлап,
Нимә булып бөтөр был илдә?..
...Беҙ "таҙартҡан" ауыл төтәп ята,
Илаш-һыҡташ... "Үҙегеҙ ғәйепле!.."
Ҡапҡаһынан сығып етә алмай,
Тәгәрәгән бер ҡарт мәйете.
Түшендәге орден-миҙалына
Күкрәгенән һарҡып ҡан аҡҡан.
Һәләк булды яугир үҙ иленән
Ҡорал тотоп килгән һалдаттан.
Фашистарҙы еңгән яугир ята...
Пуля һиңә һорап тейәме?!
Бөгөн уның йөрәгенә атты
Үҙе ғүмер биргән ейәне.
Фашистарҙы еңгән яугир ята...
Ә йортонда бер ҡыҙ баланы
(Ун бише лә, бәлки, тулмағандыр)
Ете-һигеҙ һалдат таланы.
Фашистарҙы еңгән яугир ята,
Һәм ҡыҙ бала... Уның кемелер?!
Икеһе лә тиҙҙән "бандит" булып,
"Бандит" иҫәбендә күмелер.
Фашистарҙы еңгән яугир ята...

* * *

Күкрәгемә тәре ҡаҙанылар,
Һатҡанғамы әллә иманды?!
Мосолманға тоҫҡап атмайым, тип
Төшөндөрөп ҡара Иванды!
Улар өсөн, тимәк, һин дә дошман,
Буйһонмайһың икән урыҫҡа:
"Бандит пуляһынан һәләк булды,
Ул тоғ(о)ро ҡалды бурысҡа..."
Ошо хәбәр ҡайтыр ине өйгә,
Урыҫ оҫта инде хәйләгә.
Хатта Рәсәй сәйәсәтендә лә
"Русская рулетка" әйләнә...
Рәсәй!.. Рәсәй!..
Кем әйткәндер: "Әсәй!.."
Ләкин кеше нимә тимәһен —
Беҙ бит һине имеп үҫмәгәнбеҙ,
Ә һин беҙҙе һаман имәһең.
Һимергән эт эйәһен, ти, тешләй —
Тешләмәнеме ни Ҡаф тауын?!
Был беренсе һәм һуңғыһы түгел,
Тағы кемгә төбәр яҫтауын?
Үҙ елкәмдә әллә татығанға,
Еҫкәгәнгә һуғыш төтөнөн,
Бәлки, ҡатыраҡ та яңғырайҙыр
Ватаныма булған хөкөмөм.

* * *

Барын һөйләп булмай,
Һуғышта бит
Ғүмер иҫәпләнә көн менән.
Тик һаман да аңлай алмайым мин:
Һуғышабыҙ һуң беҙ кем менән?
Емерек ауылдарҙа — ҡарт-ҡоролар
Һәм автомат буйы балалар.
Әйтһәң, оят! Бисә-сәсәләрҙе
"Бандит" тиеп, ҡулға алалар.
"Бандитлығы" — ҡатын-ҡыҙлығында,
Сибәрҙәргә ауыр өсләтә.
(Һалдат та шул әҙәм балаһы бит,
Матурлыҡ та уны һөсләтә.)
Мин дә суфый түгел. Маңлайымда
"Мин — мосолман" тигән инем юҡ.
Ниндәй һуғыш мәрхәмәтле булған?!
Һуғыштарҙың инде дине юҡ.
Иманһыҙҙар башлай һуғыштарҙы,
Ҡайһылары яҡлай иманын.
Әҙәм атҡан саҡта йәш түкмәнем,
Бөгөн Ҡөрьән тотоп иланым.
Ҡорал тотҡас, бәлки, хаҡым юҡтыр
Үрелергә изге Ҡөрьәнгә.
(Иман ҡапҡаһының келәһе юҡ,
Һәр саҡ асыҡ тора кергәнгә.)
Һәм иблис ҡапҡалары бикһеҙ,
Кеше унда теләп ағыла.
Иманына ҡайтһын өсөн әҙәм
Ниндәй һуғыш кәрәк тағы ла?!

* * *

Ил һаҡлайһы һалдат ил ҡыйратып,
Имен ҡайттым тыуған өйөмә.
Ҡоштар моңон тыңлап йән наҙлана,
Һәр бер таңға йөрәк һөйөнә.
Ауғандарҙың хаҡы юҡ инеме
Мөхәббәткә, наҙға, ғүмергә?
Уйлар ине батша мәйеттәрҙе
Күҙ алдында эттәр кимерһә.
Уйлар ине... О, юҡ! Бойороҡто
Һалдаттарға башлап кем бирҙе?!
Бөтә халыҡ алдында бит улар
Күпме ғүмерҙәрҙе кимерҙе!
Ил башында әгәр эт ултырһа,
Эт шикелле халыҡ ҡоторор.
Бәндә сире эттекенән яман —
Халыҡ бөлөр, илдә ҡот ҡорор!
...Мин һуғыштан имен-аман ҡайттым,
Ләкин төндәр буйы һаташам:
Боҫор өсөн окоп соҡойоммо,
Әллә ҡәбер ҡаҙып маташам.
Тәнем теүәл, әммә йәнем һыҙлай,
Дауаларға уны юҡ сара.
Бына инде хәҙер нисәмә йыл
Орден булып яна ул яра.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. ҡунаҡ
    ҡунаҡ от 06.09.2013, 07:03
    Салауат Әбүзәрҙең шиғырҙары йөрәктәргә үтеп инеп, күҙ йәштәренә мансый ҙа ҡуя. Ысын шағирҙың шулайыраҡ булалыр инде. Рәхмәт, Салауат ағай! Бәлки кемдәрҙең һеҙҙең ижад аша әҙәбиәткә киләлер-был аптырарлыҡ түгел! Ижади уңыштар! Хоҙай үҙегеҙҙе тел байлығынан айырмаһын!!!

  2. алия
    алия от 07.09.2013, 11:18
    Был поэма мине бик тетрэндерзе...Хез ысын шагир!!!Бер нимэнэн дэ куркмай, доросон язагыз!

  3. фарзана
    фарзана от 07.09.2013, 18:07
    афарин, Салауат)))

  4. Гөлшат апай
    Гөлшат апай от 18.09.2013, 14:31
    башҡорт халыҡ шағиры Салуат Әбүзәровтың иң оҫта шағир! Бөгөнгөбөҙҙе дөрөҫ һүрәтләгән






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 597

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 409

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 663

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 403

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 567