Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәштәргә йүнәлеш бирерҙәй маяҡтар
Йәштәргә йүнәлеш бирерҙәй  маяҡтарҺәр замандың үҙ геройы була

Атайымдың йәш сағында кумиры Брюс Ли булған. Танылған көнсығыш көрәше оҫтаһын һәр кем беләлер. Ул күп кинола уйнаған, үҙе лә фильмдар төшөрөү менән шөғөлләнгән. Брюс Ли хаҡында байтаҡ китап яҙылған. Атайыма уның һуғышып, бөтәһен дә дер һелкетеп, ҡурҡытып тотоуы түгел, ә оҫталығы, хәрәкәттәр тиҙлеге, зирәклеге оҡшаған. Сөнки Брюс Ли – ғәҙеллек һәм изгелек өсөн көрәшеүсе, яҡшы философ та. Уға оҡшарға теләп, атайым ныҡлап спорт менән шөғөлләнгән, физик камиллыҡҡа, таһыллыҡҡа ынтылған, ә бының менән үҙаңы, зиһене, рухи донъяһы үҫешкән.

Оло йәштәге кешеләр менән әңгәмә ҡорғанда, улар йыш ҡына ғүмергә кумир булырлыҡ ошондай шәхестәрҙе һағынып телгә ала: Юрий Гагарин, Вячеслав Фетисов, Роза Люксембург, Олег Кошевой, Анджела Дэвис, Джон Леннон... Һәм күңелһеҙ көрһөнөп, хәҙерге заманда уларҙың булмауы тураһында әйтәләр. Шәхестәр кеүек үк, әҙәби әҫәр геройҙары ла күп кешенең күңел түренә үтеп инеп, тормошонда өлгө булып торған: Данко, Павел Корчагин, Айбикә... Эйе, һәр замандың үҙ геройҙары булған, улар шул дәүерҙә йәшәгән кешеләрҙең, йәмғиәттең дөйөм ынтылышын кәүҙәләндергән. Шулай итеп, һәр быуын йәки бер нисә быуын үҙ идеологияһын алға һөргән. Беҙҙең атай-әсәйҙәр, мәҫәлән, коммунизмда йәшәйбеҙ тип хыялланған...
Кеше күңелен ҡуҙғытып, уны алға әйҙәрлек кумирҙарҙың асылы, мәғәнәһе, тәғәйенләнеше нимәлә? Бөгөн улар бармы, һәм кемдәр бындай яуаплы, мөһим ролде үтәй ала? Ни өсөн кешелек һәр ваҡыт ниндәйҙер идея нигеҙендә йәшәргә тейеш? Беҙҙең йәш быуын вәкилдәре остоғон ғына татып өлгөргән пионерҙар хәрәкәтенән һуң ниндәй һулыш килде? Уның айышы нимәлә? Ошо һәм бөгөнгө йәштәрҙең йәшәйешенә ҡағылышлы башҡа һорауҙарға яуап эҙләп, был мәсьәлә хаҡында башҡаларҙы ла уйланырға саҡырып, фекерҙәремде ҡағыҙ битенә теркәнем. Бер мәҡәлә эсендә генә быларҙың барыһын да асыҡлау мөмкин түгел. Бәлки, яҙманың дауамы ла булыр. Шуны ла әйтеп китергә кәрәк: минең тәүге маҡсатым – донъяға ҡарашым, фекерҙәрем менән уртаҡлашыу.
Һәр кешенең тип әйтә алмаһам да, күпселегенең тормошта үҙ кумиры була. «Кумир» һүҙе үтә яңғырауыҡлы тойолһа, уны өлгө булырҙай кеше тип әйтергә мөмкин. Әҙәм балаһы иҫ белә башлағанға тиклем үк күңеленә ниндәйҙер ҡиммәттәрҙе һеңдерә башлай. Уларҙы сабый үҙен уратып алған мөхиттән, ата-әсәһенең балаһына ҡарата һәм бер-береһенә булған мөнәсәбәтенән, эске кисерештәренән, тәбиғәттән йолоп ала. Аң белә башлағандан һуң әлеге ҡиммәттәр асығыраҡ төҫ ала, яңылары өҫтәлә, йоғонто яһаған даирә лә киңәйә: мәктәптәге мөхит, уҡытыусылар, йорт алдында бергә уйнап үҫкән дуҫтар, әкиәт, кино геройҙары һ.б. Меңәрләгән кеше араһынан бала, ә аҙаҡ үҫмер, йәш кеше күңел күҙе менән үҙенә оҡшағандарын, яҡыныраҡ булғандарын һайлап ала. Быны уның һәр ваҡыт аңлы рәүештә түгел, ә әлеге һиҙемләү тойғоһо ярҙамында ла эшләүе мөмкин. Үҙе лә һиҙмәҫтән һайлаған маяғына ынтыла, уның тураһында күберәк белгеһе һәм күңеленә ауаздаш һыҙаттарына, ынтылыштарына һоҡланғыһы, яҡынайғыһы килә. Был тәбиғи һәм дөрөҫ, сөнки кеше үҙ тормошон тулыландыра, уға мәғәнә өҫтәй, йәғни үҫешә. Һәр заманда ла кәрәк уға үҙенең билдәле һәм йәшерен геройҙары.
Инжилдә «Үҙеңә кумир яһама» тигән һүҙҙәр бар. Әммә был, тәү сиратта, кемгәлер йәки нимәгәлер табынырға ярамағанды аңлата (Кеше тик Аллаһы Тәғәләнең бөйөклөгөн танырға һәм тойорға тейеш). Кемгәлер оҡшарға теләү – бер, ә уға баш эйеп, башҡа берәүҙе лә күрмәү, танымау, уны тормош мәғәнәһе, тәүмаҡсат итеү – икенсе нәмә. Инжилдәге һүҙҙәр ошо икенсе йүнәлеште күҙ уңында тота. Ә кеше тормошона йүнәлеш бирерҙәй яҡты шәхестәр дөм ҡараңғы төндә аҙашып юғалмаҫ өсөн балҡыған йондоҙҙарҙай кәрәк. Әгәр кеше япа-яңғыҙы бер утрауҙа тыуһа, уға тормошона мәғәнә биреү бик ауыр булыр ине, хәйер, был хаҡта уйланмаҫ та ине ул. Ысынында нәҡ Тәбиғәт талап иткән ҡанундарға ярашлы йәшәһә лә, быны кеше үҙе аңламаҫ ине. Ә кешенең тәғәйенләнеше, минеңсә, – аңлы рәүештә Тәбиғәт ҡанундары буйынса йәшәү һәм үҫешеү. Шуға әҙәм балаһы әҙер мөхиттә тыуа. Йәғни цивилизациялы, мәҙәни мөхиттә. Меңдәрсә, миллиондарса йыл дауамында тупланған мәғлүмәтте тиҙ арала күңеленә һеңдереп, үҙ тәғәйенләнешен, аңлап булмаһа ла, һиҙеп йәшәр өсөн. Ошо тәғәйенләнеште күрергә һәм тормошҡа ашырырға ярҙам итә лә инде кумирҙар. Кеше шундай бер остазына тартылып, үҙенең физик, интеллектуаль һәм рухи үҫешен тәьмин итә. Мәҫәлән, минең бер танышым бәләкәй сағынан Данко образын күңелендә йөрөтә. Һәм, ысынлап та, уның һәр эшенән тәү күреүгә беленмәҫ, әммә йәшәү көсө бирерҙәй яҡтылыҡ бөркөлә. Шулай кеше көслө, һау-сәләмәт, игелекле, яҡты булырға ынтыла. Һәр кемдең ҡиммәттәре айырым, әммә нескә планда улар – бер йүнәлештә. Тик был шул образдың, яратҡан кешеңдең күсермәһе булырға теләүҙе аңлатмай. Кешеләр бер Тәбиғәттән яралтылған булһа ла, донъяла берәү ҙә бер кемде лә ҡабатламай. Тик оҡшашлыҡтар ғына була. Шулай уҡ кемделер өлгө итеп алыу сағыштырыуҙы ла күҙ уңында тотмай. Сағыштырыу булған ерҙә баһа биреү барлыҡҡа килә, ә баһалау кемделер түбәнерәк, кемделер юғарыраҡ ҡуйыу. Ынтылыу – үҫеш, сағыштырыу – көнләшеү йәки кәмһетеү. Тәбиғәт алдында барыбыҙ ҙа бер тигеҙ, тик бер иш түгел.
Кумирҙар, ғәҙәттә, ниндәйҙер ижтимағи ағыш нигеҙендә уның сағыу вәкилдәре булып ҡалҡып сыға. Был йәмәғәт хәрәкәтен, үтә сағыу яңғыраһа ла, идеология тип билдәләргә була. Белеүебеҙсә, XX быуат башында коммунистик идеяларға тоғро йәш быуын тәрбиәләү маҡсатында пионерҙар ойошмаһы булдырылған һәм Павлик Морозов, Зоя Космодемьянская, Леня Голиковтар, күп кешенең аҡылына һәм йөрәгенә барып етеп, уларҙы билдәле бер эшмәкәрлеккә, көрәшкә өндәгән. Ҡартәсәйем, үҙе һөйләүенсә, бәләкәй саҡта Мәмләкәт исемле үзбәк ҡыҙына оҡшарға тырышҡан. Пионер, мамыҡ йыйыуҙа намыҫлы хеҙмәт иткән, эшенә яуаплы ҡараған тырыш ҡыҙҙы ил башлығы Сталин үҙенә саҡыртып алған һәм исеме яҙылған сәғәт бүләк иткән икән. Ҡартәсәй ҙә ошо һиммәттәрҙе ҡабул итеп, ғүмере буйына выждан талабына ярашлы эшләргә һәм йәшәргә тырышты. Әле лә шулай ул. Кешелектең ни өсөн һәр ваҡыт ниндәйҙер идея нигеҙендә йәшәргә тейешлеге ошонан аңлашыла. Был дөйөм үҫеште тәьмин итә. Шуға күрә кешеләр һәр ваҡыт эҙләнеүҙәр юлында. Аҡыл эйәләре, ғалимдар, ҡәләм тирбәтеүселәр һәр заманда ла мәңгелек һорауҙарға яуап эҙләй. Ниндәйҙер асыштар, хәҡиҡәт хасил булғанда ла, яңынан асаһы офоҡтар барлыҡҡа килеп тора. Әгәр бөтә һорауҙарға яуап табылһа, артабан йәшәүҙең мәғәнәһе ҡалмаҫ кеүек. Тимәк, дөйөм хәрәкәттең сиге юҡ: тереклек һәр ваҡыт киләсәккә табан бара һәм ниндәйҙер идеяны алға һөрә.
Кешенең тормоштағы йүнәлеше, нигеҙҙә, үҫмер, йәш сағында формалаша һәм йәшәй килә тулылана, киңәйә, яңыртыла, әммә уның үҙәге һаҡлана. Шуға күрә йәш быуын өсөн ошондай ныҡлы нигеҙ булдырыу мәктәбен һәр заманда ла мотлаҡ ойошторорға тырышҡандар. Тарихҡа мөрәжәғәт итһәк, XVI быуатта нидерланд ғалимы Эразм Роттердамский «О воспитании нравов детских» тигән трактат әҙерләгән. XVII быуаттың икенсе яртыһында был хеҙмәт «Гражданство обычаев детских» исеме менән урыҫ теленә тәржемә ителгән. 1717 йылда, Роттердамскийҙың ошо педагогик ҡараштарына таянып, Петр I «Юности честное зерцало, или Показание к житейскому обхождению» тигән дөйөм исем менән йәш дворяндар өсөн төрлө хәлдәрҙә үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен булдырған. Һәм, ниһайәт, 1922 йылдың 19 майында Пионерҙар ойошмаһының уставы ҡабул ителгән. Уның балаларҙың үҙаңын формалаштырыуға йүнәлтелгән ҡағиҙәләре бөтәһе өсөн ҡанун кеүек яңғыраны: тимурсылар кеүек ярҙамсыл булыу, олоно – оло, кесене кесе итә белеү, намыҫлы, әҙәпле, ғәҙел, эшлекле булыу. Шулай йәш быуынға нигеҙ булырлыҡ дөйөм ҡиммәттәр формалаштырылған. Уларҙың барыһы ла шулай булырға тейеш тип ҡабул ителгән. Һәм иң юғалып ҡалған ваҡыттарында ла йәш кешенең тотош йәмғиәт менән ҡабул ителгән таяныстары, өйрәтеүсеһе, һабаҡ биреүсеһе булған. Бөгөнгө йәштәр ышаныслы рәүештә нимәгә таяна ала?
Беҙҙең ҡартатайҙар, өләсәйҙәр быуынының бала сағы һуғыш осорона һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән. Улар өсөн тәүмаҡсат аслыҡҡа, һыуыҡҡа, ауырыуҙарға бирешмәү, тере ҡалыу булған. Бөтә көсөн тәүҙә һуғышта еңеп сығыуға, унан һуң туҙҙырылған донъяны тергеҙеүгә йүнәлткәндәр. Ошо ауырлыҡтарға ҡаршы көрәшеп, ҡараңғылыҡты йырып сығыу теләге йәшәү көсө биргән уларға. Балалары, йәғни киләһе быуын, производстволар тергеҙелеп, ерҙәр эшкәртелеп, аҙмы-күпме бөтәйгән донъяға аяҡ баҫҡан һәм был осор кешеләренә башҡасараҡ бурыстар йөкмәтелгән. Ошо донъяны матурларға, сәскә аттырырға теләгән улар. Шуға күрә был йәштәр иң тәүҙә уҡырға, белем алырға ынтылған, ошо белемдәрен файҙаланып, эшләргә, әүмәтен күрергә тырышҡан. Ул заманда уҡымышлы кешеләргә айырыуса хөрмәт менән һоҡланып ҡарағандар. Баш ҡалаға барып белем алыу һәр кемгә лә тәтей торған уңыш булмаған. Юғары белемле егет һәм ҡыҙҙар иһә эшкә урынлаша алмай интегеп йөрөмәгән, киреһенсә, ундайҙарҙы ҡуш ҡуллап алғандар. Эшһеҙлек тигән төшөнсә бик һирәк осраған. Йәштәрҙең ынтылышы белем алып, һөнәренә ярашлы эшкә урынлашып, ғаилә ҡороп, етеш йәшәүҙә булған. Һәммә ерҙә берҙәмлек, тигеҙлек хөкөм һөргән.
Беҙ, XXI быуат балалары, йәштәре, Аллаға шөкөр, аслыҡ-яланғаслыҡ менән көрәшергә мәжбүр түгелбеҙ. Әлбиттә, тотош донъяны алып ҡараһаң, күп илдәрҙә бындай афәт әле лә күҙәтелә, әммә, үткән быуаттағы ваҡиғалар менән сағыштырғанда, етешерәк тормошта йәшәйбеҙ, өҫтөбөҙ бөтөн, тамағыбыҙ туҡ. Белем алыу мөмкинлеге лә һәр бала өсөн асыҡ тиерлек. Улай ғына ла түгел, сит илдәргә сығып белемен камиллаштырған йәштәр йылдан-йыл арта бара. Беҙгә төрлө ауырыуҙан ҡырылып үләбеҙ тип ҡурҡырға түгел. Көләмәстә әйтелгән кеүек: медицина хәҙер шул тиклем алға киткән, хатта сирҙәр уның артынан өлгөрмәй ҙә. Йәшәү өсөн иң кәрәкле шарттарҙың булыуынан тыш, кеше тормошон күпкә еңеләйтерлек, уны уңайлыраҡ һәм көйлөрәк итерлек техника, ҡулайламалар, эшләнмәләр заманында йәшәйбеҙ. Мәғлүмәт йәһәтенән дә бөтә сығанаҡтар асыҡ, йәнең теләгәнен табырға була. Хәҙер кешене аптыратырлыҡ бер нәмә лә юҡ... Киреһенсә, әҙәм балаһы ни эшләргә белмәй аптырай кеүек. Барлыҡ шаштыра, тиҙәр. Беҙҙең замандағы ошо муллыҡ, туйғанлыҡ солғанышында кеше, үҙәнен таба алмаған йылға кеүек, юғалып ҡала. Йәштәргә һәр яҡлап үҫешер өсөн бөтә мөмкинлектәр барлығы, сикләүҙәр юҡлығы бер яҡтан ҡыуандырһа, икенсе яҡтан, шом һала. Кешенең үҙен бөтә нәмәне лә эшләй алырҙай хис итеүе, Тәбиғәттән өҫтөн ҡуйыуы, унан айырып ҡарауы йәндәрҙе аҙҙыра кеүек. Үҫмерҙәр ошо болғансыҡты күреп, бөтә нәмәгә – яҡшыға ла, яманға ла (донъяға «яман – яҡшы» тип ҡарау дөрөҫ булмаҫ, сөнки ул бөтә күренештәрҙе лә, төҫтәрҙе лә, кисерештәрҙе лә үҙ эсенә ала. Тик был осраҡта шартлы рәүештә яҙыуым.) – урын булған тормошта үҙе таянырҙай ҡиммәттәрҙе таба алмай, аптырап ҡала. Ә инде икеләнеүҙәрҙән, тыныслыҡ тапмауҙан насар юлға баҫыу, иң ҡурҡынысы – үҙ-үҙенә ҡул һалыу, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы осорҙоң йыш осрай торған аяныслы күренешенә әүерелә. Был заман сиренә әйләнә кеүек. Тормошто мәхшәр тип ҡабул итһәң, ул мәхшәр була, матур тип һанаһаң, матурға әйләнә. Донъяның ыңғай яҡтарын күрергә өйрәнеү һәм өйрәтеү – заман кешеһенең бурысы. Тик был эргәләге һәләкәттәргә күҙ йомоуҙы аңлатмай. Аллаһ Тәғәлә ниндәйҙер ишаралар бирә икән – шуларҙы аңлау мөһим.
Бығаса мәктәптәрҙә, уҡыу йорттарында тәрбиә эше көслө ине. Шул уҡ XVIII – XIX быуаттарҙа ҡыҙҙар өсөн асылған махсус институттарҙа, егеттәр өсөн кадет корпустарында тәртип ҡаты булған. Алыҫҡа йөрөмәй, кисәге мәктәптәрҙе алып ҡарағанда ла күрергә мөмкин быны. Уҡытыусы – белем биреүсе, тәрбиәсе, ҡайһы саҡта атай-әсәй вазифаһын да үтәгән. Дәрестән тыш ваҡыттарҙа ла балаларҙы тәрбиәләргә тырышҡан, дежурға сығып, төнгө урамдарҙа тәртип һаҡлап йөрөгән, уҡыусыларҙың өйҙәренә барған, ата-әсәләре менән һөйләшеүҙәр үткәргән, ғаиләһе менән тығыҙ бәйләнештә булған улар. Уҡыусылар, үҙ сиратында, остаздарынан ҡурҡып торған һәм уларҙы ихтирам иткән. Бөгөн дә мәктәп үҙенең тәрбиәүи бурыстарын башҡара, бөгөн дә уҡытыусылар эштәрен намыҫ менән үтәй, әммә беҙҙең заманда был ғына аҙ. Ваҡыт үтә килә үҫеш, яңғырау тиҙлеге шәбәйә, мәғлүмәт күбәйә, кешенең яңылыҡ үҙләштереү һәм ҡиммәттәр йолоп алыу ҡеүәте лә арта. Боронғолар ғүмере буйына үҙләштергән мәғлүмәтте хәҙерге заман кешеһе (ә хатта балаһы) бер нисә йыл эсендә ҡабул итеп ала. (Ололарҙың, «замана балалары бөтә нәмәне белеп тыуа» тип әйтеүен йыш ишетергә була.) Бындай күренеште эҫе көндә үләнгә осҡон сәсрәтеү менән сағыштырырға мөмкин. Барлыҡ процесс ҙур тиҙлек менән барған осорҙа сабыйға мәктәпкә тиклем үк тейешле тәрбиә, йүнәлеш бирмәй, һуңлап ҡалыуыбыҙ бар. Шуға күрә бөгөн балаға изге ҡиммәттәрҙе һеңдереү кеүек яуаплы эш, тәү сиратта, ата-әсә, ғаилә иңенә ята. Сабый әсә ҡарынында саҡта уҡ тәрбиә ала башлай, был элек тә шулай булған. Тик бығаса кеше Тәбиғәткә яҡыныраҡ торған, уның менән берҙәмлеген тойған. Шуғалыр ҙа уның һиҙемләү тойғоһо көслө булған һәм, бөгөнгө кеүек төрлө-төрлө китаптар һәм башҡа белем-мәғлүмәт сығанаҡтары тулып ятмаһа ла, ул үҙенә етерлек аҡылды туплай алған. Тәбиғәткә яҡынлыҡ кешегә йәшәү көсө, эске һәм тышҡы гармония биргән, балаларына ошо гармонияны, оло мәғәнәне тапшырыу һәләтен үҫтергән. Боронғоларҙан ҡалған әйтем-мәҡәлдәр ҙә ошо хаҡта һөйләй. Күпме аҡыл һыйған уларға! Беҙ әле булһа шул хазинаға таянып йәшәйбеҙ. «Русская душа», «башҡорт моңо» тип әйтеүебеҙ элекке заман кешеләренең Тәбиғәт-Әсәбеҙ менән берегеп йәшәүен, уның моңон ишетеүен, шуға күрә тамырҙарының ныҡлы булыуын асыҡ күрһәтә. Бөгөн, кешелек Тәбиғәттән алыҫлашҡан осорҙа, тик ошо тамырҙарыбыҙ, моңобоҙ ғына беҙгә йәшәргә һут бирә. Мәҫәлән, американдарҙың борондан килгән милли тамырҙары юҡ. Улар үҙҙәренең әрһеҙлеге, тормошҡа яраҡлаша белеүе, маҡсатҡа ынтылышлы булыуы менән көслө. Уларҙың булмышы күберәк аңға, матди донъяға йүнәлтелгән. Әгәр халыҡ булараҡ һаҡланып ҡалырға, гармониялы үҫешергә, һау-сәләмәт тоҡом ҡалдырырға теләһәләр, улар Тәбиғәткә яҡынайырға тейеш. Йәғни Тәбиғәт менән бер бөтөнлөгөн тойоп, ул талап иткән ҡанундар буйынса йәшәргә. Был американдарға ғына түгел, бөтә кешелеккә ҡағыла. Тик, Америка халҡынан айырмалы рәүештә, урыҫтар, башҡорттар, мәҫәлән, әлегә боронғонан ҡалған мираҫтан, ниғмәттәрҙән көс туплап йәшәй. Был запастарҙы һурыҡтырмаҫ өсөн дауам итеү, һәр ваҡыт тулыландырып тороу, уларға яңы һулыш биреү шарт. Шулай итеп, бөгөнгөбөҙҙә балала рухи ныҡлыҡ, маҡсаттарына инанғанлыҡ, үҙенең тәбиғи асылына тоғролоҡ тәрбиәләү кеүек мөҡәддәс эште иң тәүҙә ата-әсә башҡарырға бурыслы. Йәш кешеләр быны аңлап үҫһен өсөн бөгөн ғаилә институтын нығытыу һәм уның абруйын үҫтереү мөһим.
Тик кемгәлер тәрбиә бирер алдынан үҙеңде тәрбиәләү зарур. Бәлки, шуғалыр ҙа бөгөн йәштәрҙең ғаилә ҡороу ваҡыты бер аҙ артҡараҡ сигенде. Элегерәк уртаса 16 – 20 йәштәрҙә өйләнешһәләр, хәҙер 25 – 35, ә сит илдәрҙә 40 йәшкә тиклемге осор йәштәр тормошондағы был мөһим ваҡиға өсөн ҡулай ваҡыт һанала. Йәғни Тәбиғәт йәш кешеләрҙең был аҙымға аңлы рәүештә барыуын талап итә. Ныҡлы ғаилә ҡороп, һәр яҡлап сәләмәт балалар үҫтереп, тулы мәғәнәле тормош менән йәшәр өсөн заман шауҡымына эләккән йәштәр Тәбиғәткә ҡайтанан яҡынайырға, уның тауышын ишетергә, йәшәү Ҡотон ҡайтарырға – үҙҙәрен тәрбиәләргә – тейеш. Сабый, «ярай-ярамай»ҙы үҙләштереү менән бер рәттән, ата-әсәнең ҡиммәттәрен тойоп, эске кисерештәрен аңлап, уларҙың күңел бөтөнлөгөнә таянып тәрбиәләнә. Балалар – оло йылғаның көсөн тойоп, яңы юлдар ярып аҡҡан шишмә. Тимәк, яуаплылыҡ, тәү сиратта, үҙебеҙҙең өҫтә. Бөгөн кеше өсөн мәктәп тә, йәмғиәт тә, дәүләт тә яуап бирмәй. Һәр кем үҙе өсөн үҙе яуаплы. Элекке ваҡыттағы кеүек бөгөн тотош йәмғиәт өсөн «рәсми» идеология ҡабул ителмәгән. Тимәк, бының кәрәге лә юҡтыр. Кешелек тормошонда булған ыңғай тәжрибәләр бер-береһен ҡабатлай алмай. Юғиһә үҫеш булмаясаҡ. Бер урында тапанып тормаҫ өсөн һәр дәүерҙең үҙенең һулышы, ҡанундары, талаптары була. Оло быуын вәкилдәре тәртип булған осорҙо һағынып иҫкә алһа ла, бөгөн ул тәртип мәжбүри рәүештә түгел, ә кешенең донъяға етди һәм төплө ҡарашы нигеҙендә, аңлы рәүештә булдырылырға тейеш. Был кешелектең артабанғы йәшәүе, Яңы дәүергә аяҡ баҫыуы өсөн мотлаҡ. Бөгөн һәр кемдең идеологияһы ғаиләһендә, үҙендә тыуа. Кешегә шундай мөмкинлек һәм яуаплылыҡ бирелә. Юлдар төрлө булыуы мөмкин, әммә, алда әйтеп китеүемсә, уларҙың барыһы ла бер йүнәлештә. Был Йүнәлеште, Тәүмаҡсатты һәр кем үҙе тоя торғандыр.
Бына ошондай ваҡытта – әҙәм балаһы үҙен алға әйҙәрлек идеяларҙы күңел һандығына һалған осорҙа – мөһим вазифа үтәй ҙә инде яҡты шәхестәр. Уларҙың танылған кеше, тарих биттәрендә эҙ ҡалдырған сағыу шәхес булыуы мотлаҡ түгел. Моңо һинекенә ауаздаш кеше эргәңдә генә булыуы ихтимал: яратҡан уҡытыусың, яҡын туғаның, дуҫың, хеҙмәттәшең. Иң мөһиме – уның ниндәйҙер һыҙаттарын, йәшәйешен, рухиәтен яҡын күреү һәм, уларҙы юлдаш итеп алып, үҙеңә юл ярыу. Был юлдың мәғариф, сәнғәт, спорт, фән, дин, йәмәғәт эшмәкәрлеге, сәйәсәт һәм башҡа өлкәләр аша үтеүе мөмкин. Хәйер, һәр майҙанда ла өлгө булырлыҡ яҡты кешеләребеҙ, юлауҙаштарыбыҙ бар – республикабыҙҙа, илебеҙҙә, тотош донъябыҙҙа. Ниндәй өлкәлә шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, маяҡ булырҙай кешеләрҙе бер нәмә берләштерә – уларҙың күңеле яҡты. Ошо яҡтылыҡ тамырҙарҙан һут алып, бөгөнгөнө (Аллаһ Тәғәләне, Тәбиғәтте, Кешелекте, Моңдо) һөйөү менән ҡабул итеп, яңынан-яңы офоҡтар асырға киләсәккә әйҙәй.

Редакциянан. Был мәҡәлә барығыҙҙы ла ҡыҙыҡһындырғандыр, моғайын. Ысынлап та, Ҡарлуғас етди мәсьәлә күтәрә. Донъябыҙҙы битарафлыҡ, вайымһыҙлыҡ сорнай, әхлаҡи ҡиммәттәр юғала, һәр кемебеҙ үҙ-үҙенә бикләнә бара. Донъяға, йәшәйешкә яҡты күңел менән баҡҡан маяҡтарыбыҙҙы юғалттыҡмы, өлгө булырҙай шәхестәр ҡалманымы, әллә рухи күҙебеҙ һуҡыраямы?
Тәнендә – йәне, йөрәгендә ғәме булған кешене автор күтәргән мәсьәләләр борсомай ҡалмаҫ. Һеҙҙән хаттар көтәбеҙ, дуҫтар!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566