Төмәнәктә туйҙар матур үтә24.08.2018
Төмәнәктә туйҙар матур үтәҠайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя көтә, ә һәүәҫкәр артис­тары килгән һәр бер ҡунаҡты:
“Төмәнәккә килгәндәр,
Аҡ шаршауҙар элгәндәр.
Самауырҙар ҡайнап тора,
Һеҙ килгәнде белгәндәр”, –
тип дәртле йырҙары менән ҡаршылай.

Эйе, бында һәләтле, тормошто яратҡан, һәр көндөң ҡәҙерен белгән ихлас халыҡ йәшәй. Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Фәрит Шәйхетдинов (Бағанай), Мәғариф Әхмәҙиев, Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы һәм атҡаҙанған мә­ғариф хеҙмәткәре, Татарстандың атҡаҙанған артисы, композитор, йырсы Фәнил Ғәлимов кеүек билдәле шәхестәрҙе биргән Тө­мәнәк ауылы тормош һынау­ҙарына бирешмәй, киреһенсә, хәҙерге талаптарға ҡулайлашып, заман менән бергә атлай, шул уҡ ваҡытта йыр-моңдан да айырылмай. Дәртле сығыштарын ҡараған һайын, сәнғәткә булған һөйөү уларға яңы ҡанаттар ҡуялыр, тигән уй тыуа.
Төмәнәккә килгәс, “Ауылда эш яғы нисек?” тип ҡыҙыҡһындыҡ. “Беҙҙә яҡынса 1100 кеше йәшәй. Туймазы ҡалаһы яҡын булғас, йөрөп эшләгән ауылдаштарыбыҙ ҙа байтаҡ. Шулай уҡ крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары асҡандар ҙа, теплицала йәшелсә үҫтер­гәндәр ҙә, ҡош-ҡорт аҫрағандар ҙа күп. Бер ауылдашыбыҙ Туймазының үҙендә предприятие асты, унда ла эшләйҙәр”, – тип теҙеп китте ауыл мәҙәниәт йорто директоры Раушания Зарипова.
Төмәнәктәр яҡташтарынан уңған. Алда телгә алған Фәнил Ғәлимов тыуған ауылына бағыусы ярҙамын күрһәтеп тора. Ул республикала тәүгеләрҙән булып Төмәнәктә Бөйөк Ватан һуғышы балаларына һәм тыл эшсәндәренә арналған һәйкәл ҡуйҙыртҡан, шулай уҡ ауылдың өс быуатлыҡ тарихын сағыл­дырған “Бабайҙар утары” тип аталған этнография музейын төҙөгән.
Күп ерҙәрҙәге кеүек үк, бында ла мәҙәниәт йорто халыҡты туп­лап торған төп урын булып тора. Әле төмәнәктәрҙең 100-гә яҡыны төрлө ансамблдәр составында сығыш яһай. Улар араһында йәше лә, ҡарты ла бар. Етмеш йәшлек Хәнифә Ғәйнәнова ғүмеренең 41 йылын һауынсы эшенә арнаған. Хеҙмәте еңелдән булмаһа ла, ул бер ваҡытта ла йыр-моңдан айырылмай. “Хәҙер инде 50 йылдан ашыу клубтан ҡайтҡан юҡ. Өсөнсө класта уҡы­ғанда “Ике аҡҡош” йырын баш­ҡарғаныбыҙҙы әле лә хәтерлә­йем”, – ти ауылдың һәүәҫкәр артисы. Шулай уҡ ололарҙан Гөл­шат Хәбибуллина, Мөнәздәһә Мос­тафина, Фәйрүзә Сабирйә­нова, Гүзәл Мусина, Мәүлиә Кә­лимуллина, Ләйлә Йәметдинова кеүек апайҙар ҙа үҙҙәренең тормошон йыр-моңдан тыш күҙ алдына ла килтерә алмай.
Хәҙер ауыл мәҙәниәт йорттарында ир-егеттәрҙе осратыуы ауыр. Төмәнәктәргә ҡайғыраһы түгел, сөнки бында йырлап-бейеп йәшәргә теләгән ир-егеттәр күп. Альберт Мөхәмәтғәлиев, Мөбәрәк Сәхәбетдинов, Рәсүл Зарипов, Рәфил Мусин, Ришат Ғәйет­ғәлиев, Йәсәүи Ғайсин, Динар Муллағәлиев һәм башҡа көслө зат вәкилдәре ауыл сәхнәһен биҙәп, йыр-моңдан көс-ғәйрәт алып йәшәй. Уларҙың донъя мәшәҡәттәре диңгеҙ кисерлек булһа ла, буш ваҡыт табып, мәҙәниәт йортона ашыға.
– Эшләйбеҙ, ә кисен мәҙәниәт йортона йүгерәбеҙ, – ти улар.
– Халыҡ беҙҙең егеттәрҙе бик ярата, һәр сығыштарын көслө алҡыштарға күмә, – ти Раушания Зарипова.
Мәҙәниәт йортонда әле балалар өсөн “Йондоҙ” бейеү ансамбле, “Рухиәт” балалар фольклор ансамбле эшләй. Башҡортос­тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зөлфирә Хәкимова ойошторған “Әхирәттәр” ансам-бле оҙаҡ йылдар уңышлы сығыш яһап килгән, һуңғы ваҡытта уға ир-егеттәр ҙә өҫтәлгәс, уның исемен “Төмәнәк”кә үҙгәрткәндәр. Әле ул “халыҡ ансамбле” исемен йөрөтә.
Мәҙәниәт йортоноң ижад төр­көмдәре күрше ауылдарға концерттар менән сыға, район, республика кимәлендәге сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Иң мөһиме – улар йыр-бейеүҙәр аша, йолалар күрһәтеп, йәштәргә рухи аҙыҡ орлоҡтарын һала, тыуған ергә, халыҡ ижадына, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләй. Мәҙәниәт йорто “Ҡыҙ урлау”, “Ураҡ өҫтө” кеүек йола­ларҙы, “Сабаталы йәшлегем” кеүек байрамдарҙы йыш ойоштора. Хәҙер ауылда үткән туй­ҙарға ла мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистарын саҡыралар, сөнки улар “Килен төшөрөү”, “Һыу юлы күрһәтеү” кеүек йолаларҙы урынына еткереп башҡарыуҙа ярҙамлаша. Шуға ла Төмәнәктә туйҙар матур үтә.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ауыл халҡы менән татыу, берҙәм эшләгәс, уларға йәшәүе еңел һәм күңелле.

Туймазы районы.


Вернуться назад