Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Киләсәккә төбәп үткер ҡараш
Ниндәй сетерекле хәл килеп тыумаһын, һәр ваҡыт унан сығыу юлын табыр. Мәсьәләнең айышына төшөнөп, сәбәбен тәрәндән эҙләр. Ҡараштарын киләсәккә төбәп, үҙе сәскән изгелек орлоҡтарының быуаттар аша шытымын күҙаллар. Эшмәкәрлеге киң һәм күп яҡлы. Бихисап аҡсалар ағылған, уны күпләп таратҡан, матди байлыҡ, дәрәжә өләшкән ер түгел ул. Рухи таҙарыныу, туп­ланыу, берҙәмлектең көсөн, туғанлыҡтың ҡәҙерен, ҡан тартыуын тойоу аша кемлегебеҙҙе һәм тәғәйенләнешебеҙҙе аныҡ тойоп, ҡаушамай, ҡурҡмай үҙ һүҙебеҙҙе әйтеп, аныҡ эштәр башҡарыу мөмкинлеген биргән, ғәҙеллекте яҡлаған, ҡул ҡаушарып ятмаған, гүзәл заттарыбыҙҙы туплаған, донъя­ны йәмләүгә, күңелдәрҙе яҡтыртыуға дәртләндергән ҡеүәтле көс ул Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте.

Ойошманың йәме, ҡеүәте – йән­дә­рен ҡәрҙәшлек, изгелек өсөн фиҙа ҡылырға әҙер апайҙар, һеңлеләр. Улар­ҙың йөрәк ялҡыны, дәрте, сәме ҡатын-ҡыҙҙар хәрәкәтенә көс, һут бирә.
Был ойошманың киләсәге нисек күҙаллана һуң?
Элек-электән килгән тото­роҡло йола үтәү, тормош ҡа­нундарын һан­лау, уның тәр­тибен йәш быуынға тап­шырыу, ололарҙы ололоҡлау, кесе­ләргә хөрмәт күрһәтеү, тәрбиә һабаҡтары биреү артабан да дауам ителәсәк. “Бәхетле никах”, “Нар­ду­ған”, “Сөмбөлә”, “Фатиха биреү”, “Урал батыр” байрамдары, рух, сәм, илһам күтәренкелеге бирер төрлө йыйындар үткәреү шуларҙың бер са­ғылышы буласаҡ. Мәктәп­тәрҙә “Ҡаһар­манлыҡ дәрес­тәре” уҙғарыу, яңы эш баш­лар­ға йыйынған ҡатын-ҡыҙ­ҙарға хоҡуҡи, социаль йүнә­леш­тәге кәңәштәр менән ярҙам итеү, юл ярырға булышыу, ауыр тормош хә­лендәге гүзәл заттарыбыҙҙың йө­рәгендә өмөт ҡабыҙып, йәшәү дәрте һалыу, уларҙың артабанғы тормоштарын ыңғай ыҙанға төшө­рөп ебә­рергә йоғонто яһау – ошоларҙы эш­мәкәрлегебеҙҙең төп йүнәлеш­тәре­нең береһе итеп күрәбеҙ.
Йәмғиәттең йөкмәткеһе ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ һәм ғаилә өсөн сыҡҡан, илле йыллыҡ тарихы булған “Баш­ҡортостан ҡыҙы” журналының асылынан айырылғыһыҙ икәне шикһеҙ. Һәр йәһәттән баҫмабыҙ нисек ҡатын-ҡыҙға рухи таяныс, кә­ңәшсе булһа, йәмғиәт тә шул юҫыҡта ғәмәли эштәр атҡа­рырға тейеш, тип күҙ алдына килтерәм.
Ижтимағи тормошта, сәйә­сәттә, со­циаль тормошта ҡа­тын-ҡыҙҙары­быҙҙың әүҙем­леген күтәреүҙе, профессиональ яҡтан балҡырға ярҙам итеүҙе мөһим бурысыбыҙ тип һана­йым. Тәҡдире буйынса милләт әсәһе булған башҡорт ҡатын-ҡыҙы теле­беҙ, халҡыбыҙ яҙмышы өсөн яуаплы зат икән­леген уйында тотор­ға, быны иң тәүҙә үҙ яҙмышында раҫ­ларға те­йеш. Йәмғиәт шул юҫыҡ­та эшлә­гәндә, ҡеүәте артыр, халыҡ араһын­да абруйы күтәрелер, уға ышаныс нығыныр.

Гөлназ ҠОТОЕВА,
“Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе вазифаһын башҡарыусы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 1 580

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 1 556

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 1 362

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 1 533

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 1 551

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 1 341

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 1 329

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 1 524

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 1 923

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 1 359

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 1 680

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 1 307