Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Матурлыҡты күрә беләйек...
Матурлыҡты күрә беләйек... Бер мәл атаһы улын саҡырып ала ла:
— Ошо бүлмәләге ҡара төҫтәге әйберҙәрҙе хәтереңдә ҡалдыр, — ти. Малай эште “һә” тигәнсә үтәй. Шунан икеһе лә бүлмәнән сыҡҡас, атаһы һанап бирергә ҡуша. Улы иһә хәтеренең шәплеген күрһәтә, бөтә ҡара әйберҙәрҙе лә теүәл атап сыға.
— Ә хәҙер, — ти атаһы, — аҡ төҫтәрҙәгеһен һана.
Малай аптырап ҡала.
— Бәй, мин аҡ төҫтәгеләрен күрмәнемсе...
Атаһы мәғәнәле итеп йылмая ла улын ҡабаттан теге бүлмәгә алып инә:
— Бына, хәҙер күрәһеңме?! – Улы бүлмәлә аҡ төҫтәге әйберҙәрҙең күплеген күреп шаҡ ҡата...

Танылған журналист һәм музыка белгесе Ләйлә Аралбаева хаҡында яҙырға булғас, был хикәйәтте юҡҡа ғына иҫкә төшөрмәнем. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, сенсация артынан ҡыуабыҙ тип, “ҡара төҫкә” өҫтөнлөк биргәндәр күбәйеп китте. Ҡайҙа үлтереш, ҡайҙа шартлау... Сәбәп кенә булһын, хәҙер үк бөтөн мәғлүмәт саралары ошо хаҡта тылҡыясаҡ. Ә күңелебеҙҙе сафландырырлыҡ матур саралар, сәнғәт донъяһы яңылыҡтары хаҡында һирәгерәк телгә алабыҙ шикелле.
Тормош бит гелән ҡара төҫтәрҙән генә тормай. Был йәһәттән “Башинформ” агент­лығы хеҙмәткәре Ләйлә Аралбаеваның хеҙмәте хуплауға лайыҡ. Уның һәр материалы тормоштоң матур яғын күрһәтеүгә ҡоролған. “Башҡортостан ҡыҙы сит илдә һылыуҡайҙар конкурсында еңеп сыҡҡан”, “Башҡорт яҙыусыһының әҫәре Мәскәүҙә баҫылған”, “Беҙҙең йырсы Италия сәхнәһен шаулатҡан”... Ошондайыраҡ исемле яңылыҡтарҙы уҡып, нисек һөйөнмәҫһең! Дөрөҫөн әйткәндә, шуға ла “Башинформ”дың нәҡ “Мәҙәниәт” бүлеген йышыраҡ уҡырға тырышам.
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр, тиҙәр халҡыбыҙҙа. Ләйлә ханымдың атаһы — Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай — ғүмер буйы әҙәбиәткә арымай-талмай хеҙмәт иткән шәхес. Уның был сифаты ҡыҙҙарына ла күскән.
Ләйлә Аралбаева менән халыҡ баш­тараҡ телевизорҙан барған музыкаль тапшырыуҙар аша танышты. 2002 – 2011 йылдарҙа ул “Башҡортостан” телерадио­компанияһының “Музыка” ижад берекмә­һенең мөхәррире булып эшләне. Шул осорҙа Ләйлә Ҡәҙим ҡыҙы, автор һәм алып барыусы булараҡ, 200-ҙән ашыу тапшырыу әҙерләп сығарҙы. Компози­торҙар Нур Дауытов, Салауат Низаметдинов, Мөфтәҙин Ғиләжев, Радик Динәхмәтов, йырсылар Әлфиә Кәримова, Асия Смакова һәм башҡа шәхестәр хаҡындағы ижади портреттары әле телевидение фондында үҙе бер ҡомартҡы булараҡ һаҡлана.
Башҡортостандағы мәҙәни сараларҙы яҡтыртҡан башҡа тапшырыуҙары ла халыҡ тарафынан йылы ҡабул ителеп, Ләйлә ханымды үҙ эшенең оҫтаһы булараҡ танытты. “Муз-баҙар”, “Афарин!”, “Йырым булһын бүләгем” кеүек тапшырыуҙарҙы хәҙер белмәгән кеше юҡтыр. Ә инде уны эфирға әҙерләү өсөн сценарийҙар яҙыу һәм башҡа ойоштороу эштәре Ләйлә Аралбаеваның байтаҡ көс һалыуын талап итә.
2007 йылда уға Италия ҡалалары буйлап йөрөп, шул илдә барған Ф. Ғәскәров исемендәге Башҡорт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең гастролдәрен яҡтыртыу эше насип булды. Ижади төркөм етәксеһе булараҡ, Словакияға сәфәре лә тележурналистың ижади багажын байытты.
Ләйлә Аралбаеваның эшмәкәрлеге телевидение менән генә сикләнмәне. Ул шул уҡ ваҡытта матбуғат саралары менән дә тығыҙ бәйләнештә.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналында ул алып барған “Бер йырҙың тарихы” рубрикаһы заманында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡайны. Хәҙер инде классик булып киткән йырҙарҙың килеп сығышы хаҡын­дағы яҙмаларын халыҡ көтөп алып уҡыны. Бындай эште башҡарыу өсөн Ләйлә Ҡәҙим ҡыҙы билдәле композиторҙар, шағирҙар менән яҡындан аралашҡан, тәүге башҡа­рыусылары менән әңгәмәләшкән. Уның был хеҙмәте лайыҡлы баһаланды. Автор журналдың йыллыҡ лауреаты тип билдәләнде, аҙаҡ уның “Бер йырҙың тарихы” исемле китабы ла донъя күрҙе.
Ә инде “Башинформ” мәғлүмәт агент­лығында эшләү осоронда Башҡортостан мәҙәниәтен сит тарафҡа танытыу йәһә­тенән байтаҡ эш башҡарҙы. Шуныһы яҡшы: Ләйлә ханым башҡорт һәм рус телендә иркен яҙа. Был уға рус телле уҡыусыларҙы башҡорт яҙыусылары, сәнғәт әһелдәре менән таныштырыуға мөмкинлек бирә. Ниндәй генә йырсының йә әҙиптең юбилейы булмаһын, Ләйлә Аралбаеваның шул уҡ көндә уның хаҡында мәҡәләһе сығып та ҡуя. Ҡайһы арала өлгөрә икән тип уйлайһың.
Азербайжанда яҙыусылар йыйынында шундай ҡыҙыҡлы әңгәмә булды. Төрки донъяһының йәш яҙыусылар союзы рәйесе, шағир Әкбәр Ҡошалы менән Башҡортостан хаҡында һөйләшеп киттек.
— Башҡортостандан берәй кемде беләһегеҙме? — тип һорайым.
Әңгәмәсем байтаҡ исемде атаны. Араһында журналист Ләйлә Аралбаеваны ла телгә алды.
— Башҡортостандан сит илдәр менән бәйләнештә торған өс журналисты яҡшы беләм: телевидениенан Рафиҡ Әхмәтшин, радионан Зөһрә Арсаева, матбуғаттан Ләйлә Аралбаева. Ҡайтҡас, уларға минән сәләм әйтегеҙ! — тип ҡуйҙы Азербайжан шағиры.
Баҡтиһәң, Ләйлә Аралбаева Азербайжанда уҙғарылған башҡорт һәм татар дуҫлығы кисәһендә ҡатнашҡан икән. Шуны өҫтәп әйтәйем, “Ҡояшлы Баҡыға сәйәхәт” юлъяҙмаһы өсөн ул йәнә берҙе “Башҡорт­остан ҡыҙы” журналының йыллыҡ лауреаты тип танылды. “Ләйләне беләм” тип Ҡырғыҙстанда, Ҡаҙағстанда, Төркиәлә лә әйтһәләр, һис тә аптырамам. Был илдәрҙә ул, башҡорт матбуғаты вәкиле булараҡ, төрлө форумдарҙа уңышлы сығыш яһап ҡайтты.
2015 йылда матбуғат өлкәһендәге Халыҡ-ара Төрксой премияһына лайыҡ булды. Был — төрки илдәре араһындағы иң юғары баһа.
Хеҙмәттәшебеҙ хаҡында байтаҡ йылы һүҙ әйтергә булыр ине. Шуныһы хаҡ — Ләйлә Ҡәҙим ҡыҙы аҡлыҡҡа табынып йәшәй. Уның һәр тапшырыуы һәм мәҡәлә­һе гүзәллекте өҫтөн ҡуйыуға ҡоролған. Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит.
Шуға ла Башҡортостандың һәм Рәсәй­ҙең Журналистар, Композиторҙар союздары ағзаһы, республика һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, “Башинформ” мәғ­лүмәт агентлығы хеҙмәткәре Ләйлә Аралбаева Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премияһына һис шикһеҙ лайыҡ тип иҫәпләйем.

Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ,
Ш. Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 676

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 044

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 566

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 769

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 594

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 449

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 406

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 661

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 400

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566