Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Власть вәкилеБулған хәл
Баҡсанан арып ҡайтып киләм. Көҙ көнөнөң эшен ҡуна ятып эшләһәң дә, теге, кем әйтмешләй, тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Йәш тә байтаҡ бит инде. Проспекттағы бер туҡталышта автобустан төшөп ҡалдым. Юлды аша сығыу менән мине ике милиционер ҡаршы алды. Береһе, тәпәшерәге, “под козырек” ҡуйып тороп:
— Гражданин, һин иҫерек, — тип ҡулын ҡапыл төшөргән булды.
Быға бик иғтибар бирмәгән кеше һымаҡ: “Нисек был баланы әҙерәк семетергә?” — тип эстән генә уйлайым. “Һин, маңҡаң да кибеп бөтмәгән малай, атайыңдан ике тапҡырға оло кешегә “һин” тип өндәшәһең, етмәһә, нахаҡҡа мыҫҡыл итергә маташаһың”, — тип әйтергә уйлағайным да, өндәшмәнем, сөнки беҙ малай саҡта әсәйемдең: “Погонлылар менән бәйләнешмә, барыбер улар хаҡлы”, — тигән һүҙҙәре келт итеп иҫкә төштө. Тоттом да тегегә былай тинем:
— Милиционер иптәш, минең иҫерек икәнде ҡайҙан белдең? Зинһар, әйт әле? Дөрөҫ булһа, тебе ничего не будет.
Власть вәкиле яҡыныраҡ килеп, йәнәһе, тегене эләктерҙем тигәнерәк ҡыланып:
— Һеҙ сатанлай инегеҙ, — тине.
— Ҡустым, әгәр улайға ҡалһа, һин бөтөнләй наҙан да баһа. Иҫерек сатанламай ул, ә болғанлап бәүелә-һығыла ла милиционерҙың ҡосағына барып һыйына. Һин, ҡустым, Сафа ҡарттың әбейе хәтлем дә булдыра алмайһың икән. Вәт, исмаһам, Бәҙерниса белә тек белә. Ҡартының ниндәй хәлдә ҡайтып килеүен әллә ҡайҙан күреп тора. Әҙерәк һалһа, тыҡрыҡтан ҡаса-боҫа ҡайтырға тырыша. “Булдырғански” сағында боҙ өҫтөнән атлаған һыйырҙан да арттырып ебәрә, йығылып китһә, торорға йә аяғы, йә балағы ҡамасаулай, тора алмай яфалана. Торһа, фигуристар ҙа яһай алмаған ғәләмәт трюктарҙы эшләп, тағы ауа. Ҡайтып ингәс, әбейе алдында: “Сдаюсь”, — тип аҡланырға теләй, әммә теле әйләнмәй... Бәҙернисаның уңға-һулға сәпәгән саҡтары ла булған икән, тип тә һөйләйҙәр хәҙер.
Милиционерҙар мине тыңлап арыны, ахыры, әлеге бәләкәйе:
— Етер һиңә, ҡартлас, алға атла, — тип бойорҙо.
— Ҡайҙа “алға”?
— “Йүрүҙән” туҡталышындағы будкаға ҡарай, шагом марш!
— Юл ыңғайында икән, яҡшы булды әле был, ҡустым.
— Какой “ҡустым”?! Һин кем икәнеңде онотма! Һин — задержанный!
Башҡа һүҙ ҡуйыртып торманым, ыңғайына алға атланым. Будкала тағы ике милиционер ултыра ине. Теге тәпәше, миңә төртөп күрһәтеп:
— Был гражданин иҫерек, еще минән көлөп маташа, — тине.
Будкалағыларҙан берәүһе, намыҫландырырға теләп:
— Һин бит, ағай, оло кеше, ниңә власть вәкиленән көләһең? — тип миңә аҡайҙы.
— Үҙе бит башланы, йәнәһе, мин иҫерек. Мин унан көлмәнем, тик иҫерек менән айныҡты айыра белһен тип, өйрәттем генә.
Будкалағының икенсеһе, кеҫәһенән сығарып, ауыҙыма бер прибор килтереп терәне лә:
— Глубоко дышим! — тине.
Көс-хәлгә өрәм үҙемсә. Приборҙа үҙгәреш юҡ.
— Не так, а вот так, — тип өрөп күрһәтте лә, үҙе өргән приборҙы тағы ауыҙыма терәне. Мин уныңса итеп оҙаҡ ҡына өрҙөм һәм, ни күрәм, прибор яна башланы бит, әй.
— Күрәһеңме, эскәнһең, ағай.
“Минеке түгел, һинең араҡың яна”, — тип әйтергә ҡыҙышҡайным да, йәһәт кенә тормозға баҫа һалдым. — Ниңә былар менән сәкәләшәм әле?” Тағы әсәйемдең һүҙҙәре иҫкә төштө. Шулай ҙа:
— Мине больницаға алып барығыҙ. Һеҙҙең прибор барахлит, — тинем. Тегеләр ҡысҡырышып көлөштө. Бер аҙҙан:
— Ағай, һин айныҡ, ҡайтһаң да була, — тинеләр.
Мин һаман ныҡышам, сөнки закон минең яҡта. Ололарының да билдәре “йомшаҡ” булып сыҡты, тиҙ бөгөлөп төштөләр. Бөтәһен дә “лапатка”ға һалдым, былай булғас...
— Улайһа, өйгә илтеп ҡуйығыҙ.
— Беҙҙең эштә булған хәл түгел был, артығын ҡыландыраһың, гражданин.
— Артыҡ бер нимә лә юҡ, мине килтергән тәпәш милиционер алып барһын.
— Юҡ инде, гражданин. Йәш тип, һаман минән көләһең.
— Яҡшы, — тинем мин, юрамал һәлмәк кенә тауыш менән. — “Дәүләт циркы” туҡталышында мине ике мент туҡтатып, тәпәшерәге: “Һин иҫерек, гражданин”, — тип милиционерҙар будкаһына алып инде, ә унда ултырғандар мине айныҡ тип ҡайтарып ебәрҙе. “За моральный ущерб йәш милиционер миңә 50 мең һум түләргә тейеш”, тип судҡа ғариза бирәм. Ярар, егеттәр, пока. Мин ҡайтайым инде.
Күп тә барманым, теге тәпәш ҡыуып етте.
— Ни булды? Оҙатмайым тигәйнең дәһә. Егет һүҙе бер була. Ҡайһы яҡ егете әле үҙең?
— Шишмәнән.
— Шишмәләрҙе беләм, тик унда һинең кеүектәр юҡ тиерлек. Ул районда мәҙәниәтле, һәйбәт кешеләр йәшәй. Һин кемгә оҡшап шулай тәртипһеҙ булып үҫеп киләһең? Власть вәкилемен тип күкрәк кирәһең.
— Ағай, зинһар, көлмәгеҙ инде. Мин бит бөтөн батырлығымды йыйып, ғәфү итеүегеҙҙе һорарға килдем.
— Ғәфү итәм, сөнки һин әле йәш кеше. Эшләйһең, тәжрибә йыяһың бар. Бәлки, ысынлап та, ҙур кеше булып китерһең. Беҙҙең яҡта “Түрә булһаң, сабатаңды түргә элмә” тигән аҡыллы бер әйтем бар, шуны иҫеңдә тот...
Шулай, оло һанланып, шыма ғына вәғәз уҡып торған ерҙән эсемдәге “енем” ҡотҡо һалды: “Әйт шуға тейәрен, күпме нервыңды бөтөрҙө! Шунан ни: “Вәт тәк, “власть вәкиле” ҡустым, власть бәғзе йомшағыраҡ кешене араҡынан да яманыраҡ иҫертә”, — тип төрттөрөп, өҫтәп ҡуйырға тура килде.
Хәбир ДАУЫТОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 678

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 049

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 572

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 773

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 599

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 454

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 507

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 411

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 666

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 404

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 568