Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һуғыш һалған яралар
Ят тупраҡта ҡалды ятып...
(Иҫтәлектәрҙән өҙөк)

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, немец фашистары оккупациялаған ерҙәрҙән күп кенә ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға фронттан йырағыраҡ урындарға күсе­релде. Кемгә генә билдәле түгел “эвакуация” тигән һүҙ! Айырым һүҙ генә түгел ул, миллионлаған совет кешеһенең яҙмышын бер сылбырға теҙгән төшөнсә.
Беҙҙең ауылға ла килтерҙеләр ике ғаи­ләне. Береһе – әбей менән бабай (исем­дәре билдәһеҙ; был яҙма эсендә генә әбейҙе Анна Ивановна, бабайҙы Иван Иванович тип исемләйек), икенсеһе – һи­геҙ-туғыҙ йәш­лек ҡыҙы менән урта йәш­тәрҙәге ҡатын. Уларҙы өйҙәре иркенерәк, балалары аҙ булған ғаиләләргә урынлаш­тырҙылар. Балалы ҡатын беҙҙән ике ихата аша ғына урынлашҡан Ғәлимә әбейҙең өс бүлмәле йортонда йәшәне. Ололар уға Мәрйә тип өндәшә ине. Ысын исеме Мария булғандыр. Ул Мәрйә колхозда эш­ләп, үҙенең ваҡ-төйәк кейемдәрен, зин­нәтле әйберҙәрен һатып көн күрҙе. Анна Ивановна һәм Иван Иванович беҙҙән йыраҡ йәшәне.

Килгән йыл ҡыш уҡ Иван Иванович вафат булды. Башта уны ҡайҙа күмергә бел­мәгәндәр, сөнки мосолман түгел. Колхоз рәйесе Хәмәтгәрәй Хафизов мәйетте ауыл зыяратына күмергә ҡуша. Ауыл кеше­ләре ризаһыҙлыҡ белдерә. Колхоз идара­һын йыйылышҡа саҡыралар. Рәйес былай ти:
– Ул да – әҙәм балаһы, зыярат эсендә күмергә кәрәк.
Хәлиулла бабай ҡаршы төшә.
– Ул беҙгә кафыр. Зыярат эсендә күм­һәк, зыяраттағы барлыҡ әрүахтар күтәре­ләсәк. Уларҙың рухы рәнйейәсәк, беҙгә ҙур гонаһ буласаҡ, – ти.
Колхоз рәйесе, идарала берҙән-бер коммунист булһа ла, киҫкен ҡаршы килергә батырсылыҡ итмәй.
Ерләү мәшәҡәте колхоздың өсөнсө бри­гадаһы бригадирына йөкмәтелә. Хәлиулла мәйетте күрше урыҫ ауылы Тепляки (беҙ уны “Типләк” тип исемләй инек) зыяратына күмергә тәҡдим итә. Был ауыл беҙҙән биш саҡрымда. Унда ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән ҙур ғына сиркәү ҙә бар ине, ләкин ул күптән складҡа әүерелдерелгәйне. Әлеге тәҡдимде ишеткәс тә бригадирҙың күҙҙәре дүрт була. Етди генә урынынан тора ла:
– Нисек мин уның кәүҙәһен Типләккә алып барайым ти, аттарҙың күбеһе күтә­рәмдә, кем унда туңған ерҙә ҡәбер ҡаҙыр? Хәллә ағай, әллә йыназа менән күтәреп барырға иҫәбең бармы? – тип ҡаршы төшә.
Был һүҙҙәрҙән һуң идарала Типләк зыяратын бер кем дә иҫкә алманы. Оҙаҡ ҡына кәңәшләшкәндән һуң Иван Ивановичты ауыл зыяраты кәртәһенән егерме-утыҙ метр ситтәрәк күмергә ҡарар ҡылалар. Мәйетте ниндәй тәртиптә ерләгәндәре ми­ңә, һигеҙ йәшлек малайға, билдәһеҙ ҡалды. Ҡәберенә тәре ултыртыу мәсьәләһендә тағы ла ҡатыраҡ бәхәс тыуҙы. Зыяратҡа барғандарҙың күңелен уйлап, тәре ҡуймаҫҡа булдылар.
Ауылда ике йыл самаһы йәшәгәндән һуң Анна Ивановна һәм Мәрйә менән ҡыҙы тыуған яҡтарына ҡайтып китте. Юлға сығыр алдынан Анна Ивановна иренең ҡәберенә бара. Ул саҡта ҡыҙыл балсыҡ өйөмө йыраҡ­тан күренеп тора ине. Ҡәбер янында күҙ­ҙәрен һөртөп оҙаҡ ҡына торғандан һуң, теҙләнеп, башта иренең аяҡ осонан, унан баш яғынан балсыҡты рәтләп өйөп ҡуя, зыярат кәртәһе буйында сиҙәмдә үҫкән сәскәләрҙе өҙөп, ҡәбер өҫтөнә теҙә. Бәләкәй генә ҡапҡаслы һауытҡа ҡәбер өҫтөнән услап балсыҡ һала, зыярат яғына, унда үҫкән бейек ағастарға, түбәндә урынлашҡан ауылға ҡарай. Зыяраттағы имәндәр, баштарын эйеп, Анна Ивановнаны оҙатып ҡала. Тауҙан төшкәс, ауыл урамына инер алдынан, ҡатын иренең ҡәбере яғына боролоп ҡарай, тағы суҡына ла урам буйлап һуңғы тапҡыр атлап китә.
Һуғыш йылдарында зыярат ҡырындағы ерҙәр эшкәртелмәне, унда ферма көтөү­ҙәре йөрөй ине. Бер нисә йыл Иван Ивано­вичтың алабута үҫкән ҡәбере ҡалҡыу булып торҙо. Хайуандар уны ситләп үтә ине.
Тиҙҙән был ерҙәрҙе эшкәртеп, киндер, бәрәңге үҫтерә башланылар. Ҡәбер бер нисә йыл элек кенә барлыҡҡа килһә лә, күрәһең, ҡалҡыулыҡтың нимә икәнен иҫ­кәр­тмәгәндәр. Ленинград яғынан эвакуа­ция­ланған Иван Ивановичтың ҡәбере шулай бәрәңге баҫыуына әүерелде. Ул да Бөйөк Ватан һуғышы ҡорбаны ине.
Исемһеҙ ҡәберҙәр һуғыш ҡырҙарында ғына ҡалған тиһәгеҙ, яңылышаһығыҙ. Бере­һе беҙҙең ауыл зыяратынан егерме биш-утыҙ аҙымда урынлашҡан. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, ундай ҡәберҙәрҙе эҙләүсе лә юҡ.
Үлгәндәрҙең ҡәберен бел, иҫәндәрҙең ҡәҙерен бел дә бит…

Балта сапҡанда үлсәп тормайҙар

Атайым Бөйөк Ватан һуғышына алын­ғас, өйҙә утын киҫеү бурысы ике малайҙың иңенә төштө. Ярай әле утын етерлек, урманға бараһы юҡ.
Ағай мәктәптән ҡайтҡас, әсәйем беҙгә:
– Икмәк иҙгәйнем, киҫкән утын бөткән икән. Мин ҡаҙан тирәһенән бушамайым, бысып, ярып индерһәгеҙ, кискә майлы икмәк менән һыйлармын. Ҡоро утын менән сейе лә яна. Бысҡы келәттә, – тине.
“Беҙ” тигәне – ун йәшлек ағай менән ете йәшлек мин. Аслы-туҡлы малайҙарға “икмәк” һүҙе, етмәһә, майлыһы, үгеҙгә ҡы­ҙыл япма кеүек тәьҫир итте. Бысҡы тарт­ҡаным булмаһа ла, мин, дәртләнеп, ағай­ҙан да алда кейендем. Өҫтөмдә – эттәр талап бөткәнгә оҡшаған һырма бишмәт, аяҡта – кейеҙ итек, башта – ҡолаҡ­сын бү­рек, ҡулда – аҡ бейәләй. Ағай ашыҡ­май ғына кейенде, оло кешеләрсә ҡаты ғына:
– Бар, келәттән бысҡыны сығар, – тине миңә, үҙе утынлыҡҡа табан атланы.
Тышта төкөрөк ергә төшмәҫлек һалҡын. Ҡоштар ҙа осмай. Йөрөгәндә ҡар шығыр­ҙауы урамдың бер осонан икенсеһенә ишетелеп тора.
Бүрәнәнән береһен өйөмдән ҡарға тәгәрәтеп төшөрҙөк. Аҫтына арҡылы түмәр һалып, киҫә башланыҡ. Бысҡы тартыу сы­бырт­ҡы шартлатыу түгел икән. Минән кәзә майы сыҡты. Бер бүкәнде киҫкәнсе өс-дүрт тапҡыр ял иттем. Ағай: “Баҫма быс­ҡыға”, – тип әллә нисә иҫкәртте. Һал­ҡынға ҡарамаҫтан, маңлайҙан тир аҡты. Ағайға ла еңел булмағандыр: бите ҡып-ҡыҙыл ине. Этем-төртөм алты-ете бүкән киҫтек. Бысылған бүрәнәнең аҫҡы яғын әйләндер­ҙек. Балта менән һәр бүкәнде айырырға кәрәк. Мин сабаһы урынға уң аяҡ менән төртөп күрһәттем. Тиҙләгән – бәләне үҙе эҙләгән, тиҙәр. Шул арала ағай, бүрәнәгә сабам тип, минең аяҡҡа сап­ты. Балта, бармаҡ ҡалынлығы кейеҙҙе үтеп, аяҡты ике урындан йәрәхәтләне. Бер осо табан өҫтөнә, икенсеһе балтырға тейҙе. Яраның табандағыһы бигерәк тә тәрән ине. Кейеҙ аша ҡан һарығып сыҡты. Мин ҡарға ауҙым. Күтәреп өйгә индергән­дәр, ҡунысын ярып, кейеҙлекте һалдыр­ғандар. Ул минуттарҙа мин һушһыҙ булғанмын. Иҫемә килгәндә, өйгә күршеләр йыйылған ине. Әсәй:
– Түҙ, улым. Хәҙер яраңды йыуырбыҙ, ауыртыуы бөтөр, йоҡларһың, – тине бәрәң­ге йыуып маташҡан еренән.
– Балта менән ағас араһына ололар бар­маҡ тығырға ҡушмаған да бит, нишләй­һең, баланыҡы – балаларса, – тине Рәхимә әбей.
– Балам, һин нимә уйланың балта күтәргәс? – тип һораны Дөрри апай.
Башын эйгән ағай өндәшмәне.
– Балта сапҡанда үлсәп тормайҙар, – тине Хәбибулла бабай.
Әсәй әрем һалып бешерелгән тоҙһоҙ бәрәңге һыуы менән аяҡты йыуҙы. Мин аҡыра-аҡыра түҙҙем. Яраға һөртөргә ауылда йод тапмағандар инде.
Ике көндән, минең бәхеткә, Мәликәттәй беҙгә домино шаҡмағы ҡәҙәр ике шәкәр ки­ҫәге керетте. Уны ире Ғәҙел ағай Алкин­дағы хәрби лагерҙан фронтҡа китер алды­нан балаларына посылка итеп ебәргән. Әсәй шаҡмаҡтың береһен миңә тотторҙо ла:
– Улым, аҙлап-аҙлап көн дә кис бәке ме­нән ҡырып яраңа һип, – тип, атайҙың сәс бәкеһен бирҙе. – Йәшереп тот, үҙең дә аша­ма. Яраңа шәкәр һипмәһәң, Хәмәт­гә­рәй ағайың кеүек аяҡһыҙ ҡалырһың.
“Йәше­реп тот” тигән иҫкәртеү бик урынлы булды, сөнки дүрт йәшлек һеңлемә ышаныс юҡ ине.
Нисек йәшерергә? Йөрөй алмайым. Гел һикелә ятам йә ултырам. Күлдәктә, кин­дер ыштанда кеҫә-фәлән юҡ. Оҙон таҫма менән билгә бәйләнем. Кис ҡырып яраға һипкәс, түшәк аҫтына тығам. Төнө буйы түшәктә туҡ бесәй кеүек йомарланып йоҡлағас, иртән сатанлап йыуынырға барам. Бер көн иртән һеңлем барыбер табып, ауыҙына ҡапҡан. Мин кире һикегә килгәс, уның шәкәр һурғанын һиҙҙем. Илай-илай әсәйгә ошаҡланым.
– Бәләсегә бер таяҡ, эләксегә мең таяҡ, – тине ул шаярыулы йылы ҡараш менән. Ашыҡмай ғына тороп, шкаф башынан бер һауыт алды, ҡапҡасын асты һәм миңә шә­кәр киҫәге һуҙҙы. – Һуңғыһы, тота белмә­һәң, үҙеңә үпкәлә.
Бер нисә көндән балтырҙағы яра ябылды, өҫтөндә ҡыҙыл балсыҡҡа оҡшаған ҡутыр ҡалды. Табан өҫтөндәгеһенә аҡһыл ҡыҙыл ит үҫә башланы.
Шулай итеп, һалдат Ғәҙел ағай ебәргән шәкәр мине аяҡлы итте. Ул һуғыштан ҡайт­ҡас, яраны күрһәттем, шәкәр өсөн рәхмәт әйттем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 681

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 055

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 576

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 776

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 603

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 458

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 511

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 415

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 670

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 407

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 571