Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәхмәтле булыуға ни етә?
Рәхмәтле булыуға ни етә? Һәр кемдең үҙ өлөшө, үҙ емеше, үҙ юлы. Ләкин беҙҙе бер ил, бер тел, бер тарих берләштерә. Ошо урында, бәлки, тәү нәүбәттә, һәммәбеҙҙең бер рухтан икәнен тәрән тойомлайбыҙ. Беҙҙең бурыс – халҡыбыҙҙың рухи хазинаһын һаҡлап ҡалыу һәм киләһе быуындарға еткереү, дәүерҙәр хәҡиҡәтен барлау, үткәндәребеҙҙән сығып бөгөнгөбөҙҙө – асылыбыҙҙы аңлау, үткәндәр һәм заман ҡарашында киләсәкте һанлау. Һүҙем әлеге ваҡытта фән өлкәһендә башҡарылған эштәр һәм шуларҙың өлөшөбөҙгә насип булған юл сәхифәһе хаҡында.


Йәйгеһен Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында экспедициялар осоро башлана. Быйыл июль айында институттың фольклор бүлеге етәксеһе Гөлнур Рауил ҡыҙы Хөсәйенова етәкселегендәге фольклор-этнографик экспедиция Миәкә районының Илсеғол, Нарыҫтау, Ҡаран-Ҡунҡаҫ, Күл-Ҡунҡаҫ ауылдарына юлланды. Маҡсатыбыҙ – ауыҙ-тел ижадын, урындағы халыҡҡа хас ижад өлгөләрен йыйыу, ошо төбәктәрҙә яҙып алынған эпостарҙың тарихи ерлеген өйрәнеү һәм ғилми эштәребеҙ буйынса материал туплау. Ғөмүмән, юл йөрөү – ул үҙе үк яңылыҡ, һәр сәфәр асыш-табыштарға бай.
Беҙ юл тотҡан ерҙәр – илебеҙгә Сафуан Яҡшығолов, Ғариф Ғүмәр, Хәким­йән Зарипов, Түләк Ғирфанов, Илдар Ғүмәров, Роза Сәхәүетдинова кеүек талант эйәләрен үҫтергән, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпостарында һүрәтләнгән, күлдәре менән дан тотҡан киң ялан-далалар, асыҡ тауҙар төбәге. Төп башҡорт ауылдары булып һаналған Илсеғол, Нарыҫтау, Ҡаран-Ҡунҡаҫ һәм Күл-Ҡунҡаҫ ауылдарында мең ырыуы башҡорттары һәм күпмелер өлөшө заманында Бөрйән улысынан күсеп килгән Бөрйән ырыуы башҡорттары йәшәй. Тарихи сығанаҡтарҙа шулай уҡ Әбйәлил яҡтарынан килгән тамъяндарҙың да булыуы телгә алына.
Йөҙ йыллыҡтар үтеү менән, ырыу-ара туғанлыҡ ептәре нығынып, бер ырыу, халыҡ булып берләшкән бөгөн ауылдар. Мәҫәлән, илсеғолдарҙың Мең ырыуы шәжәрәләрендә Бөрйән ырыуы арала­рының атамаларын осратырға мөмкин, тарихи ваҡиғаларҙың барлығын ошо тирәләге ер-һыу атамалары ла дәлилләй (Бөрйән Илсеғоло, Сәтәй-Бөрйән һ.б.).
Ауылдарҙағы халыҡтың теле көньяҡ диалекттың Дим һөйләшенә ҡарай: инәй (әҙәби телдә әсәй), әбей (әҙәби телдә инәй), ҡартатай/ҡартай һәм ҡарт­инәй/ҡартәй (әсәй яғынан олатай һәм өләсәй), ҡартатай/ҡартай һәм ҡарт­нәнәй/ҡартнәй (атай булған олатай һәм өләсәй), эне һәм абзый (ҡусты һәм ағай), оло быуындың телмәре ҫ, д, б өндәренә күсеп нәрҫә (нәрсә), ҫыуҫап (һыуһап), туҡҫан (туҡһан), берҫе (береһе), атаҫы (атаһы), булҫа (булһа), еде (ете), дирән (тәрән), белән (менән), -ләр, -лар ялғауҙарын ҡушып, егетләр, атлар, һыйырлар, ташлар һ.б. диалект һүҙҙәрен ҡулланыуҙары менән үҙенсәлекле. Илекәевтәр фамилияһы, Ҡунҡаҫ (бәлки, Ҡонҡаҫ. – Авт.), Барсын, Түләк тигән үҙенсәлекле исемдәр осрай. Кешеләр Дим йылғаһын элекке исеме менән Күгиҙел тип тә йөрөтә.
Ҡунаҡ аҙ ултырыр, күп һынар, ти халыҡ мәҡәле. Ҡунаҡ булмаһаҡ та, юлға сыҡһаң, илдең йәшәйеш-көнитмешен дә күрәһең. Ауыл халҡы үҙҙәренә төбәп килгән кешеләрҙән ситһенмәй, асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала. Изге шишмәнең шифалы һыуынан сәй эсеү үҙе үк йәнгә көс биргәндәй. Аҡ ашаған арымаҫ тигәндәй, табын түренә яңы яһалған ҡаймаҡ-ҡорот ҡуйыла. Һәр төбәккә хас үҙенә генә билдәле серҙәр менән бешерелгән халҡыбыҙҙың милли ризығы бауырһаҡ та телеңде йоторлоҡ. Эҫе һәм ҡыҙыу эш мәле булыуына ҡарамаҫтан, һәр йорттан ниндәйҙер бер рухи аҙыҡ, хәтер һандығы хазиналарын барлай алыуыбыҙ ҡыуандыра. Ауыл кешеләренең ғәҙәти булған ипле ихласлығына, мосафирҙарһығыҙ тип өндәшеп, ҡабул итеү йола-тәртиптәренә, хәйер-фатихаларға доға ҡылып, изге теләктәр менән оҙатыуына иғтибар итәһең. Кешеләрҙең борондан динле булып йәшәүе һиҙелә.
Заман менән дә бергә атлай халыҡ. Оло быуын, ағай-апайҙар балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән бергә ҡаңғыр-көңгөр килеп йәшәп ята. Һәр ингән йорт-ҡура ҡаралған, ҡапҡа төбөнән башлап еләк-емеш, йәшелсә, сәскәләр үҫте­рәләр. Бөтә уңайлыҡтарҙы ҡулайлаш­тырып, өйҙәргә һыу, йылытыу ҡорамал­дары үткәрелгән. Ошоларҙың барыһын күреп, кешеләрҙең ауылдары менән тырыш, егәрле булыуҙарына һоҡланаһың, үрнәк алырға ла мөмкин. Хоҙай Тәғәлә өлөшлө иткән был ерҙәрҙе. Ғорурланыр шәхестәре лә, дауа бирер изге шишмәләре лә, ғибәҙәт ҡылыр изге урындары ла бар. Аҙна һайын Нарыҫтауға ағылған һанһыҙ кешеләргә лә йөҙ йыртмай ауыл халҡы, сабыр ғына ҡабул итә үҙ ерендә. Динле-имле булыуҙан киләлерме был? Ҡунаҡтар ҙа ошо изге ергә килгәндә ихтирамлы, яҡшы уйлы, ипле булһын ине. Яҡты йөҙлө, нурлы күңелле, татыу һәм рәхмәтле булыуға ни етә һуң...

* * *

Илсеғол ауылында беҙ Рауза Йыһанша ҡыҙы Хажиеваны күреү ниәте менән уның улы Рифҡәт Ниғмәтуллин ағайҙарҙа туҡталдыҡ. Хужаларҙан хәл-әхүәл һорашҡас, аҡтан кейенеп өй түрендә китап-яҙма менән булышып ултырған ағинәй, беҙҙе күптән көткәндәй, тормош хәтирәләрен барланы.
Рауза Йыһанша ҡыҙы 1924 йылда Илсеғол ауылында тыуған. “Ете йәшемә тиклем Илсеғолда йәшәнек. Атайым Йыһанша Йыһангир улы иҫке төрки, латин яҙмаларын, рус телен яҡшы белгән бик уҡымышлы кеше ине. Зәки Вәлиди менән аралашҡан, уның I съезында делегат булып ҡатнашҡан.
Һуғыштан алдағы болғансыҡ йылдар ине. Атайымды февралдә, сәхәр ваҡытында, өйҙән алып сығып киттеләр. Шул көндә ҡышҡы ҡараңғы юлда уның, мине санаға ултыртып, ҡолап төшмәһен тип тотоп барғаны хәтерҙә. Күпте күрҙе ул ваҡытта халыҡ, кешеләрҙе ныҡ ҡамсыланылар. Шул йылдарҙа ауылда йөрөгән хөкүмәт кешеләре беҙҙең урамда торған бер ҡарттан уның кем яҡлы булыуын һораған. “Эттең ни аның ҡыҙылы ла бер, ағы ла бер” тигәс, ҡартты ҡапҡаһы төбөндә атып киткәндәр. Был ваҡиға халыҡ хәтерендә күргән михнәттәребеҙҙең аһәңе булып һаҡлана. Ә атайым шул ҡулға алғандарынан кире әйләнеп ҡайтманы. Уны мулла булғаны өсөн, дини етәксе ғәйебе тағып, 1930 йылдың июнендә 40 йәшендә аталар”, тип һөйләй апай.
Рауза Йыһанша ҡыҙының әсәһе Шәрифә Шиһабетдин ҡыҙы 35 йәшендә тол ҡалып, дүрт бала менән үҙ ауылы Миәкәбашҡа ҡайтып китә. “Бер нәмәне лә алып китмәнек, – ти ул. – Аттарҙы ла, һыйырҙарҙы ла, өйҙө лә алып ҡал­ғандар. Инәйемдең энеһенең өйөндә торҙоҡ, өс тәҙрәле өй ине. Ҡартатайым һалған өйҙә түръяҡта еңгәм менән ағайым тора, беҙ ҙә шунда торҙоҡ. Ҡарт­инәйем дә булды. Кис булһа, ағай­ҙар, апайымдар йыйылып, көнбағыш ашап, әкиәт һөйләшә торғайны”.
Рауза Йыһанша ҡыҙы хәтерендә ҡалған “Незнать” тигән әкиәтен һөйләп ишеттерҙе: “Бер етем бала булған, ти. Етем булғас, был балаға нимә тип һораһалар ҙа “не знать” тип әйтергә ҡушҡандар. Бала, кем өндәшһә лә, “не знать” ти икән. Шунан бер матур ғына ҡыҙ, аталарынан һорап, көн һайын балаға ашарға алып килә башлаған, ти. Бер ваҡыт был бала, кемдер килтергән тылсымлы ризыҡты ашап, бына тигән йәш егет булып киткән. Янында аты ла бар, ти. Теге ҡыҙ килһә, етем бала юҡ икән. Аптырағас, шул тирәлә торған йәш егеттән: “Ағай, ошонда бер етем бала ята ине, күрмәнегеҙме?” – тип һораған, ти. Егет ҡыҙға үҙенең кем икәнен әйткән дә шунан улар бер-береһен яратып өйләнешкәндәр икән, ти”.
Бала саҡтағы әкиәттәрен барлап, ағинәйебеҙ инәһе Шәрифә Шиһабетдин ҡыҙының йыр-таҡмаҡтарын әйтеп ишеттерҙе, урынлы ғына итеп ҡулланып, мәҡәл-әйтемдәр менән тәрбиә һабаҡ­тарын еткерҙе. Мөхәммәт пәйғәм­бәр, уға Ҡөрьәндең төшөрөлөүе тураһында һөйләгәндәре зиһенебеҙҙе яҡтыртып, күңелгә ятты. “Ғәрәп теле – ул Ҡөрьән теле, “Фатиха” сүрәһе – Ҡөрьәндең асҡысы”, – ти ағинәй.
Рауза Йыһанша ҡыҙының Мөхәммәт пәйғәмбәр тураһында һөйләгәндәренән: “Төрлө замандарҙа халыҡҡа пәйғәм­бәрҙәр ебәрелер булған. Ғайса пәйғәм­бәрҙән һуң күп йылдар үткәс, ғәрәптәргә үҙҙәрендә тыуған етем бала пәйғәмбәр итеп ебәрелгән. Баланың атаһы үҙе тыу­маҫ борон уҡ үлгән, ә инәһенән бәләкәй йәштә генә ҡалған була. Мөхәммәтте Хәлимә тигән ҡатынға имеҙергә бирәләр. Шул ваҡытта фәрештәләр килеп, бала йөрәгендәге төйөр ҡанды ала...”
Рауза Йыһанша ҡыҙы ғүмере буйы мәктәптә уҡытҡан, унан һуң Мәләүез ҡа­лаһы мәҙрәсәһендә ғәрәп телен өйрәнеп, үҙе үк һабаҡ бирә башлай (атайым иҫке төркисә уҡып-яҙырға өйрәтте, шуға миңә ғәрәп телен өйрә­неүе ауыр булманы, ти ағинәй). Һуғыш башланырҙан ике йыл алда Стәрле­тамаҡ уҡытыусылар әҙерләү институтына уҡырға инеүен тасуирлап һөйләй ул.
Университетта уҡығанда маҡсатлы рәүештә эҙләп тә, дөйөм мәғлүмәттәр буйынса яҡынса белгән ваҡиғаларҙы, бөгөн килеп, тарихтың тере шаһиты янында, хәтирәләрҙә тыуҙырылған мөхиттә күҙ алдынан үткәрәм. Уҡырға инергә барған саҡтағы күргән ауыр­лыҡтарын, студент йылдары иҫтәлек­тәрен, уҡытыусыларҙың исем-шәрифен, хатта тапшырған имтихан һорауҙарына тиклем иҫләүе аптырата ла, һоҡландыра ла. Зиһене яҡтының күңеле яҡты тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер, моғайын. Хәтер ебен тағатып, бер һыуһын һөйләп алғандан һуң, табынға әйҙәп, һүҙгә һүҙ ялғанып, бөгөнгөләрҙе барлап, үҙ юлыбыҙ, ғилемебеҙ тураһында ла һораша ағинәй. Барыбыҙҙы ла ултыртып, именлектә-бергәлектә булһын тип, доғаларын уҡый.
Рәхмәт, ағинәй, еңел ҡулығыҙ, фатихаларығыҙ менән башланып киткән экспедициябыҙ хәйерле һәм һөҙөмтәле булды.


Розалия ЗАРИПОВА,
Тарих, тел һәм әҙәбиәт
институты аспиранты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла

Ҡурсаҡ театрында яңы миҙгел асыла 24.08.2018 // Аҡмулла / Әҙәбиәт

Ҡурсаҡ театры тамашасыларға бер юлы өс премьера әҙерләне: “Етем төлкө”, “Буратино” камера...

Тотош уҡырға 1 580

Икеһе лә балалар өсөн

Икеһе лә балалар өсөн 24.08.2018 // Социаль мәсьәлә / Аҡмулла

Бөрйән районында “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект программаһы”на ярашлы ике...

Тотош уҡырға 1 556

Төмәнәктә туйҙар матур үтә

Төмәнәктә туйҙар матур үтә 24.08.2018 // Аҡмулла

Ҡайһы берәүҙәр “ауыл бөтә” тип ҡайғырғанда, Туймазы районындағы Төмәнәк ауылы халҡы дәртләнеп донъя...

Тотош уҡырға 1 362

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!.

Байрамдарҙың бармы ҙурыһы?!. 24.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Хәҙер календарға күҙ һалыу менән аптырашҡа ҡалаһың, һәр көн – ниндәй ҙә булһа байрам. Ҡайһы бер...

Тотош уҡырға 1 533

Ике аҡҡош

Ике аҡҡош 16.08.2018 // Аҡмулла

Ике йәш йөрәк сәхнәлә табыша. Әхмәт Зәйнуллин менән Мәрхәбә Вәлишинаның уҡытыусы булып эшләй...

Тотош уҡырға 1 551

Урағайҙа, йөҙ йыл элек

Урағайҙа, йөҙ йыл элек 16.08.2018 // Аҡмулла

Рәсәй. Август. Ваҡиғалар....

Тотош уҡырға 1 341

Әҙерлек әүҙем бара

Әҙерлек әүҙем бара 10.08.2018 // Аҡмулла

Балалар яңы уҡыу йылын таҙа, төҙөк, күркәм мәктәптәрҙә ҡаршы алһын өсөн учалылар ҙур тырышлыҡ...

Тотош уҡырға 1 329

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...”

“Тантана ла, бер аҙ һағыш та бар...” 10.08.2018 // Аҡмулла

Шиғриәт – бер аҙ абстракт төшөнсә. Шағирҙың ижады, уның йәшәү кредоһы хаҡында телдән һөйләп аңлатыу...

Тотош уҡырға 1 524

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды

Ижад ит һин бала күңелдәрен, Шиғыр итеп яҙ һин яҙмышыңды 10.08.2018 // Аҡмулла

Уның хаҡында ижади фекерләгән, балаларын олимпиадаларға әҙерләгән уҡытыусы булараҡ яҙырғамы, әллә...

Тотош уҡырға 1 923

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!”

“Шундай матур мәктәптә уҡырға кәрәк яҡшы!” 10.08.2018 // Аҡмулла

Өфөнөң Октябрь районына ҡараған Нуғай ҡасабаһында яңы төҙөлгән мәктәп әллә ҡайҙан балҡып, үҙенә...

Тотош уҡырға 1 359

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу

Хеҙмәт кенәгәһендә – бер генә яҙыу 10.08.2018 // Белем һәм тәрбиә / Аҡмулла

Уҡытыусы һөнәре элек-электән маҡтауға лайыҡ. Уның абруйы, бәҫе һәр ваҡыт юғары. Шуға күрә уҡытыусы...

Тотош уҡырға 1 680

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт

“Бишле”гә уҡыһаң – бушлай сәйәхәт 10.08.2018 // Аҡмулла

“iВолга-2018” Бөтә Рәсәй йәштәр форумына БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенты Роман Баязитов...

Тотош уҡырға 1 307