Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡартайырға ваҡыты юҡ
Ҡартайырға ваҡыты юҡ Тормошта шундай көтөлмәгән осрашыуҙар була. Шуларҙың береһен бөгөнгөләй хәтерләйем. 2002 йылдың яҙы ине. Балалар йортонда тәрбиәләнгән осор. Бер көндө шул тиклем балыҡ ашағы килеп китте. Күп уйлап тормай, класташым менән ҡармаҡ тотоп Иҙел буйына йүнәлдек. Йылға шул тиклем ташҡан: ярына һыймай, бына-бына тирә-яҡҡа йәйелергә тора. Ә беҙ, бер ни булмағандай, балыҡ тотмаҡсыбыҙ. Оҙаҡ та ултырманыҡ, эре генә суртанды һөйрәп сығарҙыҡ!


Ҡыуанысыбыҙҙан көлөшөп, һикерәнләгән арала ағас күпер янына ҙур ғына ҡара машина килеп туҡтаны. Унан матур, ҡап-ҡара костюм кейгән бер ағай сыҡты. Галстугын да таҡҡан, моғайын, ҙур кешелер. Иҙелкәй бына-бына ағыҙырға тейеш иҫке күперҙе оҙаҡ ҡарап торҙо ла беҙгә табан атланы.
– Сәләм, малайҙар!
– Һаумыһығыҙ! – тинек бер тауыштан.
– Мәктәптә уҡыйһығыҙмы?
– Эйе.
– Ташҡын мәлендә йылғаға яҡын барырға ярамай, тип уҡытыусыларығыҙ әйтмәнеме?
– Әйттеләр ҙә ул, – тинем мин. – Тик балыҡ ашағы килә бит.
– Бәй, ә ниңә атай-әсәйегеҙ һатып алмай? – Ҡара костюмлы ағай һорау яуҙырыуын дауам итте.
– Беҙ – детдомдан, – тип һүҙгә дуҫым ҡушылып китте. – Бына ниндәй балыҡ тоттоҡ! Теләйһе­геҙме, һеҙҙе лә һыйлайбыҙ. Суртан барыһына ла етәсәк...
– Тимәк, детдомдыҡы тиһегеҙ. Әйҙәгеҙ, улай булғас, машинаға ултырығыҙ, йортоғоҙға тиклем алып барып ҡуям. Ташҡын ваҡытында йылға буйында йөрөүе хәүефле.
Беҙ ултырҙыҡ. Машина еңел генә урынынан ҡуҙғалды. Теге костюмлы ағай беҙгә берәр кәнфит тотторҙо. “Һә” тигәнсә балалар йортона ла килеп еттек. Хушлашҡанда ағай бик етди генә ҡараны ла:
– Башҡаса улайтып йөрөмәгеҙ! – тип бармағы менән киҫәтеп ҡуйҙы.
– Кәнфитегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, ағай!
– Ярай, һау булығыҙ, балыҡсылар, – тине лә ул ҡуҙғалып китте...
Иртәгәһенә генә уның кем икәнлеген белеп ҡалдыҡ. Баҡти­һәң, Белорет районы хакимиәте башлығы Евгений Карепанов булып сыҡты. Ошо осрашыуҙан һуң күпме йылдар үтте, һыуҙар аҡты... Ваҡыт уҙған һайын мәртәбәле замандашыбыҙ хаҡында күберәк белә башланым. Ғөмүмән, районда ғына түгел, республи­кабыҙҙа ла Евгений Яковлевичты белмәгән кеше юҡтыр. Бай тормош тәжрибәһе туплаған шәхес, ҡыҙыҡлы әңгәмәсе, хәстәрлекле етәксе намыҫлы хеҙмәте менән халыҡ һөйөүен яулап өлгөргән. Күрәһең, бала сағынан күргән ауырлыҡтар, ил күтәргән хәсрәттең шаһиты булыуы кеше ҡайғыһын үҙ итеп ҡабул итергә өйрәткәндер.
– Бөйөк Ватан һуғышы башланырҙан биш көн алда донъяға килгәнмен, – тип хәтирәләргә бирелә Евгений Карепанов. – Атайыбыҙ август айында һуғышҡа китә, ә инде ноябрҙә һәләк була. Был хаҡта 1947 йылда ғына белеп ҡалдыҡ. Әсәйебеҙ нисек өс баланы аяҡҡа баҫтырҙы икән – һаман аптырайым. Беҙҙе аҫрау өсөн ул тимер юлда бил бөктө, өлкән ағайым да ярҙамлашты. Күрәһең, шул осорҙа беҙҙә ныҡышмалылыҡ, эшкә һөйөү сифаттары нығын­ғандыр.
Аҙаҡ 14 йәшлек Женяны әсәһе Белорет медицина училищеһына алып килә. Егет уҡырға инә, тик матди ҡытлыҡ бәкәлгә һуға.
– Хәҙерге замандағы һымаҡ ата-әсәнән аҡса һорау ҡайҙан булһын! – тип һүҙен дауам итә замандашыбыҙ. – Шуға иртә ҙурайырға тура килде. Төрлө эште башҡарҙыҡ, шуның менән үҙ йүнебеҙҙе күрҙек.
Хеҙмәт юлын фельдшер булараҡ башлаған егеттең тырышлығын ул саҡтағы етәкселәр ҙә баһалап өлгөрә. Хрущев осоронда Учалы, Белорет, Бөрйән, Әбйәлил районы берләштерелгәс, Евгений Яковлевичты райком комсомолының икенсе секретары итеп тәғәйен­ләйҙәр. Артабан юғары белемле белгескә Белорет кино селтәре директоры, район һәм һуңынан Өфө ҡулланыусылар ойошмаһы, юл ремонтлау-төҙөү идаралығы етәксеһе вазифаһын да ышанып тапшыралар.
Ә инде 1996–2003 йылдарҙа Белорет районы хакимиәтенә етәкселек итә. Һәм бына ун өс йыл дауамында район Советы рәйесе йөгөн тарта.
Уйлап ҡараһаң, ике тиҫтә йыл дауамында республикабыҙҙың иң ҙур төбәгенең дилбегәһен тотоу өсөн ниндәй тырышлыҡ, һайлаған хеҙмәтенә тоғролоҡ кәрәк. Унан да бигерәк халыҡтың ышанысын аҡлау, хөрмәтле булыу ҙа мөһим етәксегә.
Ошо йәһәттән Евгений Яковлевич – бик бәхетле кеше. Билдәле булыуынса, Белорет районында ҡатнаш халыҡ йәшәй. Бында элек-электән башҡорттар һәм урыҫтар көн күрә. Ә инде Евгений Карепанов рус теле менән генә сикләнмәй, башҡортса ла бик яҡшы һөйләшә. Әгәр халыҡ менән осрашыуға барһа, русса һупалай алмаған ололар менән беҙҙең телдә аралаша.
Бер саҡ төпкөл ауылға ниндәйҙер сараға барғайныҡ. Унда гел башҡорттар ғына йәшәй.
– Здравствуйте! – тип әйтте бер ҡатын, район етәкселеген ҡаршылағанда.
– Һаумыһығыҙ, – тип башҡортса яуапланы Евгений Яковлевич. Был хәлдең шаһиты булған кешеләр рәхәтләнеп көлөп алды.
Шуға ике халыҡтың да замандашыбыҙға ихтирамлы ҡарауы – бик тә тәбиғи күренеш. Әгәр район Советы рәйесен берәй көн сиркәүҙә майшәм тотҡан килеш йә иһә мәсеттә хәйер һалғанында осратһағыҙ, бер ҙә аптырамағыҙ.
– Нимә генә тимәһендәр, тормош барыбер йылдан-йыл күркәмләнә, – ти Евгений Яковлевич. – Бына Белорет халҡына ғына ҡарайым да ҡыуанам. Матур йорттар һалалар, яҡшы машина алалар, сит илгә лә ял итергә йөрөйҙәр. Беҙҙең заманда ундай шарттар төшкә лә инмәне. Үҙем, ҡатыным, өс балам, бынан тыш әсәйем, ағайым менән ун йыл коммуналкала йәшәнек. Аш бешереү өсөн егермешәр кеше плитә алдында сират көтә инек. Бер ҙә бирешмәнек. Бары тырышлыҡ ярҙам итте.
Һәр ваҡыт халыҡ араһында йөрөгән, ниндәйҙер яңы пландар менән янған, бүтәндәрҙең мәсьә­ләһен хәл итәм тип сабауыллаған етәксегә 75 йәш тип кем әйтһен! Белорет районының почетлы гражданы, Башҡортостандың атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре, “Почет Билдәһе”, Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры Евгений Карепанов бөгөн дә йәшлек дәртен юғалтмаған.
Һуңғы осорҙа Белорет районы ла, ҡалаһы ла һиҙелерлек үҙгәрҙе. Өр-яңы социаль объекттар асылыуы, эшҡыуарлыҡтың көсәйеүе ҡыуандырмай ҡалмай. Туризмдың үҫеше ни тора! Республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов хәстәрлеге менән хәҙер “Морат” тау-саңғы комплексы яңы һулыш алды. Белоретта ял итер өсөн Рәсәйҙең төрлө төбәгенән меңләгән турист килә. Бындай яҡшы күренештәрҙә, әлбиттә, урындағы үҙидаралыҡтың да хеҙмәте ҙур.
Ял көнө булыуға ҡарамаҫтан, Евгений Яковлевич иртә менән эш урынында.
– Хәҙер Ишле ауылына барып килергә кәрәк, – тине ул. – Төпкөлдә йәшәгән халыҡ менән осрашыу үткәрәм. Хәл итәһе мәсьәләләре лә йыйылып киткәндер. Шулай булғас, ҡартайырға ваҡыт юҡ, – тип йылмайып ҡуйҙы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа...

"Иҙел башы" менән "Арғымаҡ" осрашһа... 30.03.2019 // Әҙәбиәт

Белорет районының Абҙаҡ мәктәбендә әҙиптәр менән осрашыуҙар даими үтеп тора....

Тотош уҡырға 1 677

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын...

Шәйехзада БАБИЧ Өмөт ҡайнап, ташып күкрәгемдән, Көтәм тиҙҙән аҡ көн тыуғанын... 29.03.2019 // Әҙәбиәт

28 мартта Башҡортостан Автономияһы көрәшсеһе, азатлыҡ йырсыһы, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, шағир...

Тотош уҡырға 2 047

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек!

Беҙ “Пионер”ҙа тәрбиәләндек! 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Мин бәләкәй саҡта ул журнал “Пионер” тип атала ине. Беҙ уны шул тиклем яратып, көтөп алып уҡыныҡ....

Тотош уҡырға 1 568

Бала саҡ иле баҫмаһы

Бала саҡ иле баҫмаһы 29.03.2019 // Әҙәбиәт

Алыҫ 1929 йылдың мартында Башҡортостан балалары “Керпе” тип аталған йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы...

Тотош уҡырға 1 770

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар

Тоғролоҡта ғына ул дуҫлыҡ бар, Тик дуҫлыҡта ғына хаҡлыҡ бар 27.03.2019 // Әҙәбиәт

Башҡортостан – тиңдәргә-тиң илем, Һиндә һалдыҡ дуҫлыҡ һарайын. Таңдай балҡып һинең килер көнөң,...

Тотош уҡырға 1 596

“Китапты йөкмәткеһе өсөн уҡымайым”
Каникул тылсымға бай булмаҡсы

Каникул тылсымға бай булмаҡсы 23.03.2019 // Әҙәбиәт

Учалыла “Бөйөк тылсымсы – театр” тип исемләнгән балалар китабы аҙналығы башланды....

Тотош уҡырға 1 452

“Башҡортостан – баш йортобоҙ”

“Башҡортостан – баш йортобоҙ” 22.03.2019 // Әҙәбиәт

Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә уҙған түңәрәк өҫтәл ошолай атала....

Тотош уҡырға 1 505

Һин дә флешмобҡа ҡушыл!

Һин дә флешмобҡа ҡушыл! 21.03.2019 // Әҙәбиәт

Бөгөн – Бөтә донъя шиғриәт көнө. Уның тарихы тамырҙары менән 1999 йылға барып тоташа: Францияның...

Тотош уҡырға 1 408

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп

Яҡтыкүлгә яҡтылыҡ өҫтәп 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Әле Әбйәлил районының Яҡтыкүл шифаханаһында бер төркөм яҙыусылар һаулығын нығыта, ял итә. Ошо...

Тотош уҡырға 1 662

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы

Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе "Бабич" бергә тупланы 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында әҙәбиәт һөйөүселәр һәм яҙыусылар араһында йылы күпер һалыуға...

Тотош уҡырға 1 402

Фәнзил САНЪЯРОВ:  "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!"

Фәнзил САНЪЯРОВ: "Меңйыллыҡтар ҡайҙа барғанда ла, Уралымда йәшәр шиғриәт!" 20.03.2019 // Әҙәбиәт

Ҡоролтайға әҙерләнәм Башҡорттарым Йәнә ҡор йыясаҡ, Бишенсегә үтер Ҡоролтай. Кәңәш-төңәш итер мәл...

Тотош уҡырға 1 566